Бәләбәй ҡалаһының башҡорт гимназия-интернатында “Белем биреү усаҡтарында балаларға дөрөҫ туҡланыуҙы ойоштороу” тип аталған кәңәшмә үтте.
Унда ҡала һәм райондағы бөтә белем биреү учреждениеларының директорҙары, саҡырылған ата-әсәләр ҡатнашты.
Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиевтең һүҙҙәренә ҡарағанда, район һәм ҡала мәктәптәрендә балаларҙы ашатыу, витаминдарға бай аҙыҡ-түлек менән туҡландырыу яйға һалынған, был тәңгәлдә ҡатмарлыҡтар юҡ.
"Ас бала уҡыу материалын яҡшы үҙләштерә алмай, үҙ сиратында уның уйы тик ашау тураһында ғына буласаҡ, – тине Бәләбәй ҡалаһының башҡорт гимназия-интернаты директоры Дилбәр Фәтхетдинова. – Беҙ иһә шуны иҫәпкә алып, иң беренсе уҡыусыларҙың тамағы туҡ булһын өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да тормошҡа ашырабыҙ".
“Аш өҫтәлендә үҙеңде нисек тоторға?” һәм “Уйын – Башҡортостандың милли кухняһы лотоһы” тигән оҫталыҡ дәрестәре уҙҙы, башҡорт аш-һыуы күргәҙмәһе эшләне, гимназия-интернат ашнаҡсылары әҙерләгән аш-һыуҙан барыһы ла ауыҙ итте.