Башҡортостанда подъездарҙы һәм ихаталарҙы төҙөкләндереү буйынса программалар уңышлы эшләй. Финанс ауырлыҡтарына ҡарамай, улар быйыл да дауам итәсәк.
Ағымдағы йылда программаға ярашлы, күп фатирлы 112 йортта урынлашҡан 306 подъезд ремонтланасаҡ. Улар Өфө ҡалаһы, Баймаҡ районы һәм Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында башҡарыласаҡ. Был маҡсатта 222,2 миллион һум аҡса йүнәлтелә, уларҙың 200 миллион һумы – республика бюджетынан.
Был йорттарҙың бөтәһендә лә милекселәр менән йыйылыштар үткәрелгән, ремонт эштәренең ваҡыты билдәләнгән, төҫтәр һәм материалдар һайланған. Исемлек муниципалитеттарҙың сайттарында баҫылған. Әйткәндәй, йылытылған 162 подъезда эштәр башланған да.
Бөгөн иһә һеҙҙе эштәр башланған ғына түгел, ә тамамланырға торған матур подъезд менән таныштырмаҡсыбыҙ. Ул Өфө ҡалаһының Беренсе май урамы, 90-сы йортта урынлашҡан. Был йорт 1970 йылдарҙа төҙөлгән һәм шунан бирле капиталь ремонт күрмәгән. Программаға инергә тырышһалар ҙа, йорт стандарт булмағас, уны алмағандар. Тик урындағы халыҡтың үтә әүҙемлеге, тырышлығы менән быйыл улар быға өлгәшкән.
Йортҡа илле йыл самаһы булһа ла, шуныһы аптырата: уларҙың подъездағы иҙәндәре ағастан. Ә бына баҫҡыс майҙандары ҙур – 15 квадрат метрлыҡ. Был йорттоң тағы бер үҙенсәлеге – ул ни бары бер подъезлы ғына. Бәлки ошо программаға эләгеүҙәренә булышлыҡ иткәндер ҙә. Сөнки кешеләр бер-береһен белә һәм үтә әүҙемдәр. Уларҙың йорттарында дөйөм чаттары ла бар. Бында улар барлыҡ проблемалар тураһында һөйләшә, ҡарарҙар ҡабул итә.
Подъезды ремонтлатыу идеяһы ла ошонда тыуа. Ә әүҙем кешеләр уны тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнә. Шундайҙарҙың береһе Гөлназ Сөләймәнова белдереүенсә, халыҡ идеяны дәррәү күтәрә. Бергәләп эш төрҙәрен һәм стена төҫтәренә тиклем һайлайҙар.
"Беҙҙең төп маҡсат ағас иҙәндәрҙе алмаштырыу ине. Тик был подъезд ремонтындағы мөһим эштәр исемлегенә инмәй. Беҙ яҡшы аңлай инек: әгәр хәҙер эшләтеп ҡалмаһаҡ, был бер ҡасан да мөмкин булмаясаҡ. Беҙгә идара итеүсе компания ярҙамға килде: иҙән алмаштырыу өсөн улар түләйәсәк", - ти Гөлназ.
Эштәрҙе “Стройконструктив” фирмаһы башҡара икән. Гөлназ Сөләймәнова әйтеүенсә, улар төҙөүсе ойошма хеҙмәтенән үтә ҡәнәғәт.
"Улар бик намыҫлы эшләй, беҙ һораған барлыҡ талаптарҙы теүәл үтәй. Сроктары ла бик шатландырҙы. Февраль аҙағында башлағайнылар, әле тамамлап та киләләр. Ошо көндәрҙә иҙәнгә плитә түшәп бөтәләр ҙә, тапшыралар", - ти ул.
Иҙәндән тыш, тышҡы һәм тамбур ишектәр алмаштырылған, стеналар, түбәләр буялған. Яңы яҡтыртҡыстар хәрәкәткә ҡарап эшләй. Яңы яндауылдар ҡуйылған. Барлыҡ сымдар ҡаптарға йыйылған.
"Төҙөүселәргә ҙур рәхмәт: эштәрҙе ваҡытында һәм сифатлы башҡарҙылар. Хәҙер үҙебеҙ алдында бик мөһим бурыс тора – ошо матурлыҡты һаҡлау. Беҙҙең кешеләр был йәһәттән тәртипле һәм ипле. Бергәләп матурлыҡты һаҡларбыҙ тип уйлайым", - ти Гөлназ.