Бөгөн Башҡортостанда Хәрби үҙәк округы һәм инженерҙары Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә яҙ боҙ тығылыуға һәм ташҡынға ҡаршы көрәш буйынса практик уҡыуҙар үткәрелде.
Алдан уйланылыуынса, халыҡ йәшәгән тораҡтарҙың береһенә, йылғала боҙ тығылыу сәбәпле, һыу аҫтында ҡалыу янай. Ошо боҙҙо шартлатыу бригадаһы районға йүнәлә һәм боҙ тығылыу янаған участкаларҙа разведка үткәрә. Саперҙар йылға үҙәнен, боҙ ҡалынлығын үлсәй, кәрәкле шартлатыу матдәләрен һанай һәм зарядтарҙы быраулап һалыу эшен башҡарҙы. Шунан һуң һыу ятҡылығындағы боҙҙо шартлатты. Хәрби округ үҙәге инженер-саппер бүлексәләре хәрби хеҙмәткәрҙәре күперҙәрҙе, гидротехник ҡоролмаларҙы яҡлау, һәләкәттәрҙән ҡотҡарыу эштәрен үткәреү буйынса мәсьәләләрҙе ҡараны.
Уҡыуҙарҙа 50-нән ашыу хәрби ҡатнашты. Был саралар Шишмә районының Сабур, Петряев, Первомайск һәм Ҡырмыҫҡалы районының Бекетов ауылы эргәһендәге йылғаларҙа бер юлы үткәрелде.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министирлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.