Йәмғиәт
19 Март 2021, 09:51

Тормош юлын матур үтәйек...

Алтын көҙҙөң ағастарынан алтын моң ағылғанда, ергә муллыҡ, йомартлыҡ килгәндә ғаиләлә тәүге бала булып донъяға ауаз һалғанмын. Атай-әсәйем мине яратып, Рәфилә тип исем ҡушҡан.

Алтын көҙҙөң ағастарынан алтын моң ағылғанда, ергә муллыҡ, йомартлыҡ килгәндә ғаиләлә тәүге бала булып донъяға ауаз һалғанмын. Атай-әсәйем мине яратып, Рәфилә тип исем ҡушҡан.


Мәктәп йылдарында теүәл фәндәрҙе үҙ иттем. Төрлө кимәлдәге конкурс, олимпиада, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнаштым. Алдыма алған маҡсатыма хыянат итмәй, Сибай гимназия-интернатын яҡшы билдәләргә тамамлап, уҡыуымды Өфө дәүләт авиация техник университетында дауам итәм.


Күңелле студент йылдарымды бушҡа үткәрмәй, Бөтә Рәсәй студент отрядтары сафында йәйге практика үттем, Баймаҡ йәштәре берлегенең әүҙем ағзаһымын. Яҡташтарыбыҙ менән төрлө осрашыуҙар, спорт ярыштары ойошторабыҙ. Киләсәктә ҡуйған маҡсаттарыма өлгәшеп, тормош юлын матур үтергә теләйем.


Беҙҙең бәйге дауам итә! Конкурста һынау тотор өсөн түбән­дәге талап­тарҙы үтәү мөһим: матур, сифатлы фото­һүрә­тегеҙ менән бергә үҙегеҙ­ҙең ҡайһы ҡала, район, төбәктә тыуып үҫе­үегеҙ, ярат­ҡан шөғө­лөгөҙ, ҡаҙа­ныш­тарығыҙ тура­һында хат яҙып ебәрегеҙ. Беҙҙең электрон адрес: bashkortostan.gazeta@mail.ru

1-се турҙа һылыуҡайҙар үҙҙәре менән таныштыра. 2-се турға сығыу­сылар интернет киңлектәрендә тауыш йыясаҡ.


Финалға үтеүселәрҙе жюри ағза­лары баһалаясаҡ. Интернет киңлек­тәрендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ “Интернет һылыуҡайы” номинация­һын­да билдәләнәсәк.

Конкурсҡа декабрь айында йомғаҡ яһаласаҡ һәм бәйгелә еңеүсе ҡыҙҙың фоторәсеме гәзит календарын биҙә­йәсәк.
Читайте нас