Рәсәй Президенты Владимир Путин “Лужники” стадионындағы сығышында тамашасыларҙан “Рәсәйҙе яратаһығыҙмы?” тип һораны. Стадион бер тауыштан: “Эйе”, тип яуапланы.
“Халҡыбыҙҙың ҡанына, холҡона, асылына һеңгән Тыуған илгә һөйөү беҙҙе көслө итә, уртаҡ бурыстар тирәләй туплай”, – тине Президент.
Мәғлүм булыуынса, Владимир Путин 18 мартта “Лужники”ға Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына арналған концертҡа килгәйне.