Йәмғиәт
19 Март 2021, 06:22

“Ҡырым яҙы” дуҫлыҡ ептәрен нығыта

2014 йылдың 18 марты Рәсәй һәм Ҡырым халҡы өсөн тарихта мөһим ваҡиға булып теркәлде. Украиналағы билдәһеҙлектән, туҡтауһыҙ тартҡылашыуҙарҙан ялҡҡан Ҡырым ярымутрауы халҡы яңынан Рәсәй ҡанаты аҫтына инергә ҡарар итте. Был ваҡиға күп илдәр өсөн көтөлмәгән хәл булды, ә Рәсәй өсөн иһә ул донъя кимәлендә үҙенең көслө дәүләт булыуын сираттағы тапҡыр иҫбатлау өлгөһө ине.

2014 йылдың 18 марты Рәсәй һәм Ҡырым халҡы өсөн тарихта мөһим ваҡиға булып теркәлде. Украиналағы билдәһеҙлектән, туҡтауһыҙ тартҡылашыуҙарҙан ялҡҡан Ҡырым ярымутрауы халҡы яңынан Рәсәй ҡанаты аҫтына инергә ҡарар итте. Был ваҡиға күп илдәр өсөн көтөлмәгән хәл булды, ә Рәсәй өсөн иһә ул донъя кимәлендә үҙенең көслө дәүләт булыуын сираттағы тапҡыр иҫбатлау өлгөһө ине.


Әлбиттә, кемдер, был байрам түгел, ә ҙур сәйәсәт, тип әйтер, ә илебеҙ өсөн ул ҙур мөһим ваҡиғаға тиң. Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы – яңы тарихыбыҙҙа оло ваҡиға һәм уны бер кем дә инҡар итә алмай.


Ысынлап та, был ваҡиға беҙҙең күҙ алдында барҙы. 2014 йылдың февраль аҙағында ярымутрауҙа “көтөлмәгән” отрядтар барлыҡҡа килә, шуға күрә лә Рәсәй етәкселеге, ҡан ҡойошҡа юл ҡуймау маҡсатында, Ҡырымға хәрби контингентты индерергә мәжбүр булды. Ул саҡта Украинала билдәһеҙлек хакимлыҡ итә ине, илдә власты ҡолатып төшөрөү хәүефе тыуған мәл. Ошо ваҡиғалар сағылышында Рәсәй етди ҡарар ҡабул итергә мәжбүр була. Әйткәндәй, Ҡырым ярымутрауы илебеҙгә ҡарата һәр саҡ ыңғай ҡарашта булыуы менән дә айырылып торҙо, шуға ла был эшмәкәрлек урындағы халыҡта ла хуплау тапты.


Төп инфраструктура объекттарын контролгә алғас, референдум үткәреү тураһында иғлан ителә. Ул 16 мартта үтте, ә инде 18 мартта уның һөҙөмтәләре әҙер булды. Шулай итеп, Ҡырымдың 96,7 проценты, Севастополдең 95,6 проценты Рәсәйгә ҡушылыу өсөн тауыш бирҙе. Ошо көндә үк Рәсәй Президенты Владимир Путин Ҙур Кремль һарайының Георгиевский залында Ҡырым Республи­каһының һәм Севастополдең делега­цияһы менән осрашты һәм ярымутрауҙың Рәсәйгә ҡушылыуы тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Хәҙер 18 март Ҡырым Республикаһы биләмәһендә байрам ғына түгел, ял көнө лә булып тора.


Башҡортостанды Ҡырым менән ныҡлы дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Ҡырым Республикаһы Башлығы Сергей Аксёнов бынан ике йыл элек беҙҙең республикаға эш сәфәре менән килде һәм республика Башлығы Радий Хәбиров менән осрашты. Был саралар ике республика араһындағы иҡтисади, социаль, мәҙәни өлкәләге

хеҙмәттәшлекте артабан да үҫтереүҙе нығытыуға яңы мөмкинлектәр асты. Атап әйткәндә, ҡала төҙөлөшө һәм Евпа­ториялағы Башҡортостанға тапшырылған “Юбилейный” шифаханаһын төҙөклән­дереүҙең архитектура концепцияһы ҡаралды. Шулай уҡ ике төбәк араһында шифахана-курорт, төбәк-ара туризм бәйләнештәре булдырыу шарттары, сеймал, әҙер продукция менән алмашыу ихтыяжы һәм мөмкинлектәре барланды. Ошо саралар ваҡытында Башҡортостан менән Ҡырым Республикаһы араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыуға индергән өлөшө өсөн Радий Хәбиров Сергей Аксёновҡа Халыҡтар дуҫлығы ордены тапшырҙы.


Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына арналған тарихи көн айҡанлы “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Ҡырым яҙы” концерты булды. Өфөнөң “Дуҫлыҡ сәйханаһы” ресторандарында Ҡырым халыҡтарының милли аш-һыуын әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Ағиҙел яры буйында Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына ете йыл тулыуға арналған күмәк йүгереү һәм башҡа саралар үткәрелде.
Читайте нас