Йәмғиәт
20 Март 2021, 13:30

Технологиялар тормошобоҙҙо яҡшырта

Бөгөн тормошобоҙҙо интернетһыҙ күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын.

Бөгөн тормошобоҙҙо интернетһыҙ күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Ләкин бөтә биләмәләрҙә лә интернет селтәре аша бөтә донъя мәғлүмәттәр һаҡлағысынан файҙаланалар тип әйтеп булмай.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һанлы иҡтисад” милли проектына ярашлы, ошо өлкәлә барыһына ла тиң мөмкинлектәр тәьмин итеү маҡсатында Башҡортостанда “Асыҡ интернет” төбәк проекты тормошҡа ашырыла. Программа нигеҙендә республикалағы 262 биләмәлә, шул иҫәптән Баҡалы районының 10 ауылында юғары тиҙлекле интернет, һанлы телевидение һәм оптик элемтә каналы буйынса телефония барлыҡҡа киләсәк.
Әле интернет селтәренә Туҡбирҙе, Яңы Балыҡлы, Киләй, Иҫке Кәстәй, Ахман ауылдары тоташтырылды. Уларҙа йәшәгән 250 кеше күптән түгел ғариза яҙған һәм әле ошо цивилизация уңайлығынан рәхәтләнеп файҙалана. Килкабыҙҙа, Ҡатайҙа, Ҡамышлытамаҡта, Юлтимерҙә, Иҫке Әзмейҙә интернет май аҙағына тиклем барлыҡҡа киләсәк. Әйткәндәй, оптик-сүс кабелен аныҡ биләмәгә еткереү генә аҙ, интернетты һәр йортҡа үткәрергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта был хеҙмәт бушлай күрһәтелә, ҡулайлама өсөн дә түләргә кәрәкмәй, тик ғариза яҙыу ғына шарт.
Фото: srk.nationalpriority.ru
Читайте нас