Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә күтәрелгән тағы бер тема Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағындағы дәүләт мәғлүмәт системаһы эшмәкәрлегенә ҡағылды. Был турала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова һөйләне.
Был система, бер яҡтан, торлаҡ фонды, хеҙмәттәр хаҡы һәм исемлеге, дөйөм мөлкәт ремонты, түләү буйынса бурыстар тураһындағы мәғлүмәтте йыйыу һәм файҙаланыу менән шөғөлләнә. Икенсе яҡтан, ул онлайн тәртибендә шәхси кабинет аша торлаҡ милексеһен йорт менән идара итеү, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү тураһындағы мәғлүмәт менән тәьмин итергә тейеш.
2015 йылдан алып 2017 йылдың 1 июленә тиклем система тест тәртибендә эшләгән. Артабан ул даимиға әйләнде.
Системаға мәғлүмәтте дәүләт власы органдары (Росреестр, Миграция хеҙмәте, Һалым хеҙмәте, Пенсия фонды, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фонды һәм башҡалар), урындағы үҙидара органдары, юридик шәхестәр, шәхси эшҡыуарҙар бирә. Ә ҡулланыусылар булып кешеләр, күп фатирлы йорт советтары, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары, ойошмалар һәм эшҡыуарҙар тора.
– Былтыр икенсе ярты йыллыҡтан алып федераль кимәлдә система менән эшләү әүҙемләште, яңыртыуҙар ҡуйылды, элекке хаталар төҙәтелде. Техник ярҙам эшләй башланы, – тине Ирина Голованова.
Барлыҡ яуаплы ойошмалар һәм ведомстволар менән тейешле ойоштороу эше башҡарылған. Хәҙер система барлыҡ яҡтан тулыландырыла башлаған һәм эш ныҡлы әүҙемләшә.
Илдең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы системалағы эшмәкәрлек буйынса ил төбәктәре араһында рейтинг үткәргән. Ул ике йүнәлеште иҫәпкә ала. Башҡортостан күп фатирлы торлаҡ фонды йүнәлешендә Рәсәй буйынса ла, Волга буйы федераль округы буйынса ла уртаса позицияларҙа. Ә бына шәхси торлаҡ фонды һәм блоклы төҙөлөш йорттары буйынса күрһәткестәр насарыраҡ. Министр белдереүенсә, был эштәрҙе әүҙемләштереү һәм контролде көсәйтеү маҡсатында, республиканың Торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты республика рейтингын булдыра.
Ә быйыл ғинуарҙан алып республикабыҙ туғыҙ төбәк менән берлектә был системаны файҙаланыу буйынса пилот проекты исемлегенә ингән. Уның маҡсаты – был системаны түләүҙәрҙе фактик иҫәпләү һәм булған бурыстарҙы иҫәптә тотоп, социаль ярҙам саралары биргән саҡта торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмаларының социаль яҡлау органдары менән мәғлүмәт алмашыныуын ойоштороу. Башҡортостанда проектта барлығы 11 ойошма ҡатнаша (Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һанлы үҫеш министрлыҡтары, Капиталь ремонт буйынса төбәк операторы, ЕРКЦ һәм башҡалар). Әлеге ваҡытта был тармаҡта эштәр бик әүҙем бара. Был йәһәттән муниципалитеттарға ла ҡушылырға һәм мәғлүмәт бирергә ҡушылды. Система быйыл 1 июлдән эшләй башларға тейеш. Радий Хәбиров уны ваҡытында тамамларға ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.