Йәмғиәт
22 Март 2021, 13:00

Ғүмерҙе оҙайтҡан ризыҡтарҙы асыҡлағандар

"Улар һәр кешенең туҡланыу рационында мотлаҡ булырға тейеш", - ти табип.

Мәскәүҙең 71-се дауаханаһының баш табибы, билдәле алып барыусы Александр Мясников "Рәсәй 1" телканалында ғүмер оҙайлылығына туранан-тура йоғонто яһаған аҙыҡтарҙы атаған.

Ғалимдар тарафынан тикшерелеп, аныҡ һығымта яһалған төп ете ризыҡты билдәләгән ул. Был исемлеккә йәшелсәләр, емеш-еләк, диңгеҙ ризыҡтары, балыҡ, сәтләүектәр, башлыса миндаль, ҡара шоколад һәм һарымһаҡ ингән. Табип фекеренсә, тап ошо аҙыҡтар һәр кешенең туҡланыу рационында мотлаҡ булырға тейеш. Сөнки был ашамлыҡтар ғалимдар тарафынан ентекле тикшерелеп, ысынлап та ғүмерҙе оҙайтыуға һәләтле икәнлеге асыҡланған.
Шулай уҡ табип Александр Мясников, аҙыҡ-түлекте зарарлы-зарарһыҙға бүлеп булмай, ә бары тик дөрөҫ туҡлана белеү генә кәрәк, тип тә белдерә.
Читайте нас