Был аҙнала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кадрҙар тәғәйенләнеше тураһындағы мәғлүмәттән башланы.
Ошо көндәрҙә ҡул ҡуйылған указға ярашлы, республиканың Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп Гөлшат Арыҫланова тәғәйенләнде. Быға тиклем был вазифала эшләгән Денис Булатов үҙ теләге менән эштән китте.
Күренеүенсә, республиканың власть органдарында ҡатын-ҡыҙҙар арта башланы. Тағы бер шундай тәғәйенләү район хакимиәте башлығына ҡағыла. Билдәле булыуынса, яңыраҡ ҡына үҙ теләге менән Иглин районы хакимиәте башлығы Николай Самойленко вазифаһын ҡалдырғайны. Әле уның урынына ваҡытлыса әлегәсә хакимиәт башлығы урынбаҫары булып Гүзәл Насирова тәғәйенләнгән.
Яҡын арала район советы депутаттары кандидатураны раҫлауға сығара. Әгәр ҡарар ыңғай булһа, Гүзәл Насирова республикалағы икенсе ҡатын-ҡыҙ хакимиәт башлығы буласаҡ. Беренсеһе – Ҡыйғы районын етәкләгән Зөһрә Гордиенко.
Коронавирус менән көрәшкә – бер йыл
Башҡортостанда көндәлек коронавирус менән сирлеләр һаны кәмеүгә табан бара. Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер Максим Забелин статистика мәғлүмәттәре менән таныштырҙы.
Һуңғы тәүлектә 112 яңы сир осрағы асыҡланған. Дөйөм алғанда, 31377 кеше вирус йоҡторған. Дауаханаларҙа 277 кеше дауалана. Ҡалғандар сирҙе еңел йәки уртаса ауырлыҡта үткәрә һәм өйҙәрендә амбулатор дауа ала. 41 пациент ауыр хәлдә, ете кеше реанимацияла ята.
Шуныһы ҡыуандыра – республикала тәүлегенә сирләп киткән кешеләргә ҡарағанда, һауыҡҡандар арта башлаған. Тәүлек эсендә 121 кеше һауыҡҡан (бөтәһе 25980 кеше).
Радий Хәбиров белдереүенсә, уҙған аҙнала коронавирус менән көрәш башланыуға бер йыл тулды. Бик ауыр осорҙо республика лайыҡлы үтә алды. Тиҙ арала дауаханала урындар әҙерләнде, табиптар яңыса эшләй башланы. Хәҙер хәлдәр күпкә яҡшырҙы, тик сир еңелде тип әйтергә иртә.
Радий Фәрит улы мәғариф өлкәһендәге хәлдәр менән ҡыҙыҡһынды. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдереүенсә, әлеге ваҡытта ковид менән 200 самаһы уҡыусы һәм 138 уҡытыусы сирләй. 22 мартҡа ҡарата мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында биш бала һәм 18 тәрбиәсе сирләй.
Радий Хәбиров һаҡ булырға, сирҙең аҙыуына юл ҡуймаҫҡа ҡушты. Коронавирусҡа ҡаршы көрәштең иң һөҙөмтәле юлы – вакцина икәне һәр кемгә аңлашыла. Әле республикала нисә кешегә прививка яһалған һуң?
Максим Забелин белдереүенсә, ошо көндәрҙә йәнә 8400 доза вакцина килгән. Уларҙы “Башфармация” келәттәренән медицина учреждениеларына тарата башлағандар ҙа.
Дөйөм һандарға килгәндә, Башҡортостанда йәшәгән 118 мең кеше вакцинаның – беренсе компонентын һалдырған, 76 мең кеше икенсеһен.
– Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында вакцинациялауҙың мобиль пункты эшләй. Унда бер аҙна эсендә 576 кеше прививка яһатты, – тине Максим Забелин.
Был аҙнала ошоноң кеүек мобиль вакцинациялак пункттары Өфө һәм Стәрлетамаҡ сауҙа үҙәктәрендә асыласаҡ. Өфөлә был – “Мега”, “Планета” сауҙа үҙәктәре һәм “Башҡортостан” лайф-стайл үҙәге, Стәрлетамаҡта – “СитиМолл” сауҙа үҙәге.
Коронавирусҡа бәйле һөйләшеү аҙағында Радий Хәбиров үтә күңелһеҙ яңылыҡ еткерҙе. Башҡортостанда был сирҙән беренсе ирекмән вафат булған. Ул – Радик Әсфәндиәров. Ирекмәнгә 36 йәш булған, ҡатыны һәм ике балаһы ҡалған. Билдәле булыуынса, уның ғаиләһе ерләү өсөн матди ярҙамдан баш тартҡан. Тик Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры ҡарары менән, ковидтан үлгән ирекмәндең ғаиләһе 250 мең һумлыҡ компенсация алырға хоҡуҡлы. Әлеге ваҡытта райондың ирекмәндәр үҙәге документтар йыя.
– Беҙ уның ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Бар яҡлап ярҙам итегеҙ. Ата-әсәһенә һәм ғаиләһенә лә булышлыҡ итергә кәрәк, – тине Радий Фәрит улы.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, халыҡ коронавирусҡа ҡаршы көрәш сараларынан арып бөтһә лә, уяулыҡты юғалтырға ярамай. Ул яҡын арала йәнә социаль учреждениелар, дауаханалар һәм транспортта тикшереүҙәрҙе яңыртырға ҡушты.
Оператив кәңәшмәлә республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова эшһеҙлекте кәметеү сараларына арналған доклад менән сығыш яһаны.
Министр белдереүенсә, былтырғы йылдың көҙөнән алып хеҙмәт баҙарында хәлдәр яҡшыра башлаған. Пандемия осоронда теркәлгән эшһеҙлек кимәле биш тапҡырға тиерлек артты. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, хеҙмәт баҙарында бик күп ҡыҫҡартыуҙар һәм ҡыуылыуҙар, көрсөк булманы.
– Былтырғы йылдың көҙөнән алып хәлдәр яҡшыра башланы. Халыҡ-ара хеҙмәтте ойоштороу буйынса эшһеҙҙәр һаны 19 меңгә кәмене – 127 меңдән 108 меңгә тиклем, ә теркәлгән эшһеҙҙәр 47,5 мең кешегә – 129 меңдән 81,5 меңгәсә. Бында ыңғай ролде иҡтисадтың нормаға ҡайтыуы, ярҙам пакеттары ҡабул ителеү һәм мәшғүллек хеҙмәттәренең аныҡ эшләүе уйнаны, – тине Ленара Хәким ҡыҙы.
Әлбиттә, был йәһәттән алда эштәр күп. Министр белдереүенсә, улар йыл аҙағына тиклем Башҡортостан халҡының мәшғүл өлөшөн пандемияға тиклемге күрһәткестәргәсә еткерергә планлаштыра. Был 1,812 миллиондан да кәм түгел. Ә эшһеҙҙәр һаны Халыҡ-ара хеҙмәтте ойоштороу күрһәткеһе буйынса 83,8 мең кешенән ашыу булмаҫҡа тейеш.
“Башстат”тың яҡынса иҫәпләүҙәре буйынса, 2020 йылда уртаса мәшғүлдәр һаны 1,789 миллион кеше булған. Халыҡ-ара хеҙмәтте ойоштороу күрһәткесе буйынса, эшһеҙҙәр 112 мең кеше тәшкил иткән.
Ленара Иванова белдереүенсә, быйыл федераль бюджет аҡсаһы ярҙамында хеҙмәт баҙарында өҫтәмә ярҙам саралары тормошҡа ашырыласаҡ. Уның күҙалланған максималь күләме 674,5 миллион һум булыр тип көтөлә. Был аҡсаның 487 миллион һумын – эш биреүселәргә 8,5 мең эшһеҙ кешене эшкә алһындар өсөн субсидиялауға йүнәлтеләсәк (бер кешегә 57,5 мең һум иҫәбе менән).
Тағы 187 миллион һум аҡса өс мең хеҙмәткәрҙе яңынан уҡытыуға тотоноласаҡ. Был предприятиеларҙа эшләгән кешеләр ҡыуылыу хәүефе алдында тора (бында бер кешегә 59,6 мең һум аҡса иҫәбе менән).
Инвестиция порталына ҡыҙыҡһыныу арта
Башҡортостан Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин республиканың эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса Берҙәм порталы эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.
Асыҡланыуынса, былтыр республиканың Инвестиция порталындағы иң популяр хәрәкәт булып, муниципалитеттарҙа һәм Республика йортонда ойошторолған эшҡыуарлыҡ һәм инвестиция сәғәттәрендә ҡатнашыу өсөн яҙылыу булған.
Эшҡыуарҙар сәғәтендә ҡатнышыу өсөн былтыр 3225 ғариза килгән. Уларҙың иң ҙур өлөшө ауыл хужалығы тармағына тура килә – 1261. Артабан сауҙа – 417, сәнәғәт – 248. Ғаризаларҙың иң күбе Ғафури районынан – 170. Благовещен һәм Кушнаренко райондары 111-әр ғариза алған, Туймазы – 104.
1480 заявка буйынса эшҡыуарҙарға район һәм ҡала хакимиәттәре тарафынан ярҙам күрһәтелгән.
Проекты хаҡы 100 миллион һумдан кәм булмаған инвесторҙар ярҙам алыуҙың иң һөҙөмтәле кимәле – Башҡортостан Башлығы үткәргән “Инвестиция сәғәтенә” сыға ала. Былтыр бындай 126 ғариза килгән. Иң күп инвестиция проекттары Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында, Кушнаренко һәм Өфө райондарында тормошҡа ашырыла.
Геннадий Разумикин белдереүенсә, Башҡортостандың Инвестиция порталы 2019 йылда эш башлағайны. Былтыр улар ике миллион ҡарау йыйған, көнөнә һан – алты мең самаһы кеше. 2020 йыл аҙағында уникаль ҡулланыусылар һаны 200 мең кешегә еткән. Быйыл иһә был күрһәткесте 500 меңгә еткерергә планлаштырлар.
Яндекс.Метрика сервисы мәғлүмәттәре буйнса, Инвестиция порталына Ҡытай, Төркиә, Германия һәм башҡа илдәрҙән ингәндәр байтаҡ.
Порталға ингән кешеләрҙе тәү сиратта бизнес-яңылыҡтар, инвестиция проекттары витринаһы, финанс ярҙамы төрҙәре тураһындағы бүлек, инвестиция картаһы ҡыҙыҡһындыра. Шулай уҡ инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ сәғәттәрендә ҡатнашырға теләгәндәр күп.
– Порталда барлығы 174 төр ярҙам сараһы тәҡдим ителгән. Ҡулланыусыларҙы иң нығы һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһы буйынса ставкаларҙы кәметеү, бәләкәй бизнес өсөн займдар, бәләкәй бизнес өсөн төп сараларға лизинг ҡыҙыҡһындыра, – тине министр.
Эш әүҙемләштереүҙе талап итә
Кәңәшмәлә күтәрелгән тағы бер тема Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағындағы дәүләт мәғлүмәт системаһы эшмәкәрлегенә ҡағылды. Был турала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Ирина Голованова һөйләне.
Был система, бер яҡтан, торлаҡ фонды, хеҙмәттәр хаҡы һәм исемлеге, дөйөм мөлкәт ремонты, түләү буйынса бурыстар тураһындағы мәғлүмәтте йыйыу һәм файҙаланыу менән шөғөлләнә. Икенсе яҡтан, ул онлайн тәртибендә шәхси кабинет аша торлаҡ милексеһен йорт менән идара итеү, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү тураһындағы мәғлүмәт менән тәьмин итергә тейеш.
2015 йылдан алып 2017 йылдың 1 июленә тиклем система тест тәртибендә эшләгән. Артабан ул даимиға әйләнде.
Барлыҡ яуаплы ойошмалар һәм ведомстволар менән тейешле ойоштороу эше башҡарылған. Хәҙер система барлыҡ яҡтан тулыландырыла башлаған, эш ныҡлы әүҙемләшә.
Илдең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы системалағы эшмәкәрлек буйынса ил төбәктәре араһында рейтинг үткәргән. Ул ике йүнәлеште иҫәпкә ала. Башҡортостан күп фатирлы торлаҡ фонды йүнәлешендә Рәсәй буйынса ла, Волга буйы федераль округы буйынса ла уртаса позицияларҙа. Ә бына шәхси торлаҡ фонды һәм блоклы төҙөлөш йорттары буйынса күрһәткестәр насарыраҡ. Министр урынбаҫары белдереүенсә, был эштәрҙе әүҙемләштереү һәм контролде көсәйтеү маҡсатында, республикаланың Торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты республика рейтингын булдыра.
Ә быйыл ғинуарҙан алып республикабыҙ туғыҙ төбәк менән берлектә был системаны файҙаланыу буйынса пилот проекты исемлегенә ингән.
Башҡортостанда унда 11 ойошма ҡатнаша (Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һанлы үҫеш министрлыҡтары, Капиталь ремонт буйынса төбәк операторы, ЕРКЦ һәм башҡалар). Муниципалитеттарға ла уға ҡушылырға һәм мәғлүмәт бирергә ҡушылды. Система быйыл 1 июлдән эшләй башларға тейеш.