Йәмғиәт
23 Март 2021, 13:08

Басайҙарҙың маҡсаттары яҡты һәм изге

Һәр урында заманға яраҡлашырға ынтылалар.

Басай ауылы – Баймаҡ районы үҙәгенән алыҫ урынлашҡан ауылдарҙың береһе. Бөгөн уның халҡы элеккесә “кемдер килеп эшләр, йүнәтер, шөғөл табып бирер” тип көтөп ятмай, төрлө юлдарын табып, етеш йәшәргә тырыша. Шунһыҙ булмай ҙа, сөнки бөгөн ауылда төп дөйөм белем биреү мәктәбе филиалы, уның янында балалар баҡсаһы төркөмө, фельдшерлыҡ пункты һәм клубтан башҡа бер ерҙә лә эш юҡ. Был урындарҙа, нигеҙҙә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүл булыуын иҫәпкә алғанда, ауылдың күп ирҙәре, донъя көтәм, балалар үҫтерәм тип, ситкә китеп тир түгергә мәжбүр. Һәр хәлдә, басайҙар эш юҡ тип ултырырға күнекмәгән.


Олатайҙар юлынан


Сәмле, дәртле, уңған халыҡ ихата тултырып мал аҫрай, ҡош-ҡорт көтә, егәрле хужабикәләр аҡ ризыҡтарын Си­бай ҡалаһына алып барып һата. Ғөмүмән, мал көсө менән йәшәй улар. Малсылыҡ менән шөғөлләнергә ер иркен, әммә ауылда игенселек, үҫем­лекселек менән булышҡан бер генә фермер ҙа юҡ, шуға күрә ҡош-ҡортҡа, малға иген табыу еңелдән түгел. Бында 270 кеше йәшәй, һәр ихатала тиерлек еңел автомобиль, трактор. Ауылдың рәсми исеме – Оло Басай.
Тарихи сығанаҡтар буйынса, Басай (Үрге Басай) ауылына 1812 йылда Муллаҡай ауылынан 15 ғаилә күсеп килеп нигеҙ һала. Ауылдың атамаһы йорт старшинаһының ярҙамсыһы булған һәм тәүге күсеп килгән Басай Исмәғилев исеменән килеп сыҡҡан.
1930 йылда ауылда “Көрәш” колхозы барлыҡҡа килә, унда 1950 йылға тиклем эшләйҙәр, шунан һуң Күсей ауылы менән бергә “Ворошилов” колхозын төҙөйҙәр. 1957 йылдан “Сибай” совхозы тип үҙгәртелә, артабан 1965 йылда “Ирәндек” совхозы булып китә. Колхоз-совхоздар бөтөрөлгәнгә тиклем басайҙар “Ирәндек”тә эшләй.
Басай – данлыҡлы ҡурайсы Кәрим Дияровтың тыуған ауылы. Иң ҙур урам уның исемен йөрөтә. Ҡурайсы олатаһының юлын бөгөн уның ейәне – йәш йырсы Тимур Рамаҙанов лайыҡлы дауам итә.


Яҡты нур өләшә


Ауыл тормошона ҡот һәм йәшәүгә өмөт биргән “өс таған”дың береһе булған мәктәп менән танышыуыбыҙ юҡҡа түгел, сөнки ауылда белем усағы бар икән, тимәк, уның киләсәге яҡты. Әйткәндәй, мәктәп янында ғына “Тейенкәй” балалар баҡсаһы эшләй.
Оло Басай төп дөйөм белем биреү мәктәбе Төркмән урта мәктәбе филиалына ҡарай. Филиал етәксеһе Гөлйемеш Әйүпова әйтеүенсә, белем усағында бөтәһе 29 уҡыусы уҡый. Күрше Иҫәнбәт ауылы балаларын мәктәп автобусы йөрөтә. Педагогия коллективында бөтәһе биш уҡытыусы, уларҙың уртаса йәше – 50, барыһы ла тиерлек юғары белемле. Уҡы­тыусылар етешмәү сәбәпле, уҡыусы­ларға рус теле һәм әҙәбиәтенән Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтының һуңғы курс студенты Наҙгөл Янбаева белем бирә. Әйткәндәй, ул быйыл республика Башлығының стипендияһына лайыҡ булған.
Уҡыусыларҙың бар һәләтен асыу, уларға тейешле белем биреү йәһәтенән педагогия коллективы һәр яҡлап үҙ маҡсаттарына өлгәшә. Тәжрибәле уҡытыусы Рәсимә Сафина балаларға башланғыс белем бирә, балалар аҙ булыу сәбәпле, уға кластарҙы ҡушып уҡытырға тура килә. Мәҫәлән, әле 4-5-се кластар юҡ. Ҡайһы бер ата-әсәләр ҡыҙҙарын һәм улдарын Сибай, Баймаҡтың лицей, гимназияларына биреүҙе хуп күрә, шуға күрә йылдан-йыл ауылда уҡыусылар һаны кәмей.
Күрше Иҫәнбәттән 13 бала йөрөп уҡый. Уларҙы көн һайын автобус менән тәжрибәле водитель Әмир Байбулов ташый.

Мәктәп асылғандан бирле Фәриҙә Иҫәндәүләтова балаларға физика һәм математика серҙәрен өйрәтә. Тәжрибәле педагогтың уҡыусылары төрлө олимпиадаларҙа ҡатнаша, приз­лы урындар яулай. Ҡасандыр ата-әсәләрен уҡытһа, әле уларҙың балаларына белем бирә. Тормош иптәше менән йәш белгестәр булараҡ Басай ауылына килеп төпләнеп ҡалған Иҫәндәүләтовтар – бөгөн ауылда хөрмәт ҡаҙанған өлгөлө ғаиләләрҙең береһе.

Уҡытыусыларҙы борсоған проблемалар ҙа юҡ түгел: ҙур өйгә ни кәрәк, бәләкәйенә лә шул кәрәк, тигәндәй, әле булһа ауылда белем усағы юғары тиҙлекле Интернетҡа тоташтырыл­маған. Был пандемия осоронда дистанцияла белем алғанда бигерәк тә хәлде ауырлаштырған.
Шулай уҡ компьютер класының булмауы ла заман технологиялары менән эш иткәндә күп ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Хәйер, ауылда белем алыу ҡаланыҡынан кәм булырға тейеш түгел, тип әйтергә яратһаҡ та, күпселек ауыл мәктәптәрендә заманса уҡытыу өсөн шарттар юҡ. Интерактив таҡталар ғына хәлдән сығыу юлы түгел, күп осраҡта ауылдарҙа уҡыусылар һаны кәмей, ата-әсәләр балаларын башҡа мәктәптәргә алып бара, тип оран һалабыҙ, тик тәү ҡарашҡа ябай күренгән Интернет та үткәрелмәгән мәктәптә уларҙың балаларын уҡытырға теләмәгәнлегенә иғтибар итмәйбеҙ. Был хаҡта етәкселәр бер аҙ уйланһын ине.
Педагогтар коллективы күпселек эште үҙ көсө менән башҡара: мәктәп яны баҡсаһында үҙҙәренә етерлек кар­туфын сәсә, уңыш йыйып ала. Алма баҡсаһы бар. Мәктәп асылғас та, бында алмағастар ултыртыла, әле улар йыл һайын мул уңыш биреп, уҡыусыларҙы ҡыуандыра. Белем усағының матур традициялары йылдар дауамында һаҡланып килә, шуларҙың береһе – саңғысылар ярышы. Йыл һайын Басай мәктәбе уҡыу­сылары саңғы ярыштарында алдын­ғылыҡты бирмәй, бында ла Фәриҙә Иҫәндәүләтованың өлөшө ҙур. Үҙе лә спортсы һәм саңғысы булған уҡытыусы сәләмәт тормошҡа, спортты яратырға уҡыусыларын әйҙәй.
Уҡыусыларҙың һәләттәрен асыу, уларҙы артабан үҫтереү маҡсатында бейеү, музыка, ҡурай түңәрәктәре эшләй. Ҡурай түңәрәгенә йөрөгән балаларҙы аҙнаһына бер тапҡыр күрше ауылдан Хәмзә Сәфәрғәлин килеп өйрәтә.
– Ауылда йәштәргә төпләнеү өсөн мөмкинлектәр аҙ, – ти Гөлйемеш Әҙе­һәм ҡыҙы, – шуға күрә йәш ғаиләләр һаны кәмей, балалар юҡ. Әле мәктәпте нисек тә һаҡлап ҡалып киләбеҙ, артабан нисек булыр, билдәһеҙ. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына ярашлы, тәҙрәләрҙе алмаштырҙыҡ, ауылдаштарға ҙур рәхмәт, бар яҡлап ярҙам ҡулы һуҙҙылар. Әле ҡалған тәҙрәләрҙе алмаштырыу талап ителә, шулай уҡ мәктәптең ҡыйығын да яңыртырға кәрәк. Ҡыйыҡтан һыу аға, 1990 йылдан бинаға ошоға тиклем бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәгән. Ауылдағы берҙән-бер социаль объект төҙөк булһа, яҡшыраҡ булыр ине. Үҙ көсөбөҙ менән ҡулы­быҙҙан килгән эштәрҙе башҡарабыҙ, әммә күләмле ремонт өсөн ярҙам талап ителә.
2003 йылдан кескәйҙәрҙе ҡабул иткән “Тейенкәй” балалар баҡсаһы 2012 йылда мәктәп янына күсерелә. Бында бөгөн 11 бала йөрөй. Тәрбиәселәре – Илүзә Кәримова менән Гөлнур Ҡотлогилдина.


“Килендән уңдыҡ”, – ти ауылдаштары


Һуңғы йылдарҙа һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә белгестәргә ҡытлыҡ артыуы, бигерәк тә ауыл еренә эшкә барырға теләгән фельдшерҙарҙың табылмауы ҙур проблемаға әйләнә бара, күп урындарҙа өлкән быуынды алмаштырырлыҡ йәштәр юҡ.
Баймаҡ районының Басай ауы­лындағы фельдшер-акушерлыҡ пункты менән яҡындан танышҡас та, фельдшер Илүзә Кәримованың беренсе булып тап ошо һорауҙы күтәреүе юҡҡа түгел. Юғары категориялы белгестең хеҙмәт стажы 36 йылдан ашыу, уға ла хаҡлы ялға сығырға ваҡыт. Әммә уның эшен дауам итерлек, ауылдаштарының сәләмәтлеге һағында торорға теләк белдергән йәштәр табылмай. Ә бит уйлап ҡараһаң, ул дүрт тиҫтә йыл самаһы элек был тарафҡа йүнәлтмә буйынса эшкә килгән.
Белорет районының Мөхәмәт ауылында тыуып үҫкән Илүзә Марат ҡыҙы бәләкәйҙән табип булырға хыяллана. Бала сағында ул “дауаламаған” туғандары, ҡурсаҡтары ҡалмағандыр. VIII класты тамамлағас та, һис ике­ләнеүһеҙ документтарын Белорет ҡалаһының медицина училищеһына тапшыра. Тырыш ҡыҙ һынатмай: курс­тың иң алдынғы студенты була, төрлө ярыштарҙың, мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнай. Гиппократ антына тоғро ҡалырға һүҙ биргән белгес йүнәлтмә буйынса Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылына килә.
Аҡ халатлы “фәрештә”гә шунда уҡ Басай ауылы егете Ринат Ишмөхәмәт улы күҙ һала. Йәштәр бер аҙ дуҫлашып йөрөгәндән һуң ғаилә ҡора. Күрше ауылға фельдшер Илүзә Кәримова сирек быуат йөрөп эшләй.
– Көн һайын, буран йә ямғыр бул­һынмы, һәр саҡ эшкә йәйәү йөрөнөм. Аҙағыраҡ “тимер ат”ты ауыҙлыҡлап алғас, эшем бер аҙ еңеләйә төштө, сөнки күпселек осраҡта сирлеләрҙе күрше Төркмәнгә йә иһә Баймаҡ үҙәк район дауаханаһына алып барырға тура килә торғайны. Иҫәнбәт ауылында эшләүемә һис тә үкенмәйем, халыҡ ышаныс, ихтирам менән ҡабул итте. Үҙем дә һәр пациент менән уртаҡ тел табып, дауалау процедураларын тәҡдим итергә тырыштым. Әле шуныһы ғына күңелде ҡыра: ауылдың фельдшер-акушерлыҡ пункты, белгес булмау сәбәпле, бикле тора, – ти Илүзә ханым.
25 йыл Иҫәнбәткә йөрөп эшләгән­дән һуң, ул Басайҙың фельдшер-акушерлыҡ пунктына эшкә килә. Йылдар дауамындағы тәжрибә, ауыл­даштарының һәр береһенең “сирен” үтәнән-үтә күреп, белеп тороуы ла Илүзә Кәримоваға яңы урында эшләп китергә ярҙам итә. Икенсенән, басайҙар ҙа үҙҙәренең ауыл фельдшерынан бик ҡәнәғәт. “Беҙҙең Илүзә килен ҡотҡарыр” тип, һәр саҡ уға ышанып киләләр.
Бөгөн ауыл халҡы күберәк юғары ҡан баҫымынан яфалана, шуға күрә белгес сирҙе иҫкәртеү буйынса даими аңлатыу эше алып бара. Һуңғы йылдарҙа күптәрҙең үҙ сәләмәтлеген ҡайғыртыуы, дөрөҫ йәшәү рәүешенә күсә барыуы күҙәтелә. Ауыл кешеләре йәйен-ҡышын скандинавса йөрөш менән шөғөлләнә, ҡышын саңғыға баҫа.
Әле фельдшер 270 кешенең сәләмәтлеге өсөн яуап бирә, уларҙың 43-ө – 17 йәшкә тиклемге балалар. Шулай уҡ Иҫәнбәт ауылындағы 200-ҙән ашыу кеше лә күп осраҡта Басай килененә мөрәжәғәт итә. Уларҙы ҡараған өсөн хеҙмәт хаҡы түләнмәһә лә, Гиппократ антына ғүмер буйы тоғро ҡалған аҡ халатлы фельдшер мөрәжәғәт итеүселәрҙең береһен дә кире бороп сығармай. Ауылдың иң ололары булып Салауат Яхин менән Рәйлә Кәримова һанала, иң бәләкә­сенә бер йәш тә тулмаған. Ул – Тимур Шәһимов.
Шуныһы ҡыуаныслы, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырыу өсөн республикала ауылда йәшәгән һәр кемдең тәүге медицина-санитария ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу, медицина кадрҙарына ҡытлыҡты бөтөрөү, бигерәк тә төпкөл­дәрҙә заманса модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттарын төҙөү, “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” төбәк программаларын тормошҡа ашырыу буйынса ҙур эш башҡарыла. Быйыл Басайҙа ла өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу ҡаралған. Тимәк, ауылда яңы медицина учреждениеһы төҙөләсәк, әммә унда эшләйәсәк йәш белгестең булыу-булмауы һорау тыуҙыра. Әлегә үҙ эшенең оҫтаһы Илүзә Кәримова барында, ауыл халҡы сәләмәтлек өсөн борсолмай.
Алтмыш йыл бергә


Арабыҙҙа осраған бер-береһенә терәк булып тормош һуҡмағынан үткән парҙарға һоҡланып туя алмай­быҙ. Уларҙың барыһы ла матур донъя көтөүе, күп балалар үҫтереп, бөгөн уларҙың шатлыҡ-ҡыуанысына сорналып, изгелектәрен күреп йәшәүе менән бәхетле. Ауылдаштарының оло ихтирамына лайыҡ, абруйлы һәм өлгөлө ғаиләләрҙең береһе Менәүәрә менән Салауат Яхиндар күптән түгел бергә йәшәүҙәренә 60 йыл тулыуҙы билдәләгән.
Алтмыш йыл буйы бер-береңде ярты һүҙҙән аңлап, күптәргә өлгө булырлыҡ ғүмер юлын бергә үтеү, алты бала үҫтереп, уларҙың барыһын да башлы-күҙле итеү, һаман булһа уларға бар яҡлап ярҙам күрһәтеү – күптәр өлөшөнә төшмәҫтәй бәхет тә, шул уҡ ваҡытта оло йөк тә. Бөгөн уларҙың 18 ейән-ейәнсәре,16 бүлә-бүләсәре бар. Тиҙҙән 85 йәшен тултырасаҡ ғаилә башлығына һис тә үҙ йәшен бирмәҫһең: әле лә кәүҙәһен егеттәрсә төҙ тотоп, йорт янындағы барлыҡ эште башҡара, хатта “тимер аты”н да йүгәнләй. “Полиция хеҙмәт­кәрҙәре үҙҙәре үк “йөрө әйҙә, олатай!” тип тора”, – ти Салауат Әйүп улы.
Салауат Яхин үҙе лә 40 йылдан ашыу совхозда тракторсы булған, Менәүәрә инәй ҙә бар ғүмерен хеҙмәттә үткәргән. Һауынсы ла булған, төрлө эштә йөрөп, хаҡлы ялға сыҡҡан.
Салауат Әйүп улы 1936 йылда Басай ауылында донъяға килә. Өс малай араһында иң өлкәне булғанлыҡтан, уға бала саҡтан эштең ауыры эләгә. Атаһы фронтта булғанлыҡтан, ҡустылары өсөн атай урынында ла, әсәһенә терәк һәм ярҙамсы булырға ла тура килә. Йәш үҫмерҙе ауылдың тәүге ҡатын-ҡыҙ тракторсыларының береһе Ғәйшә Хәйбуллинаға ярҙамсы итеп ҡуялар. Тракторҙың прицебына саҡ көсө еткән малай, көн аҙағына хәле бөтөнләй бөтөп, саҡ өйөнә ҡайтып тәгәрәй. Бер аҙҙан Салауат Яхинды икенсе ир тракторисҡа ярҙамсы итеп күсерәләр.
– Эштән ҡайтып, әсәйгә һөйлә­гәнем әле лә хәтеремдә, – тип ғүмер ебен тағата әңгәмәсем. – “Әсәй, мине бер көслө кешегә – Әширәф ағайға тәғәйенләнеләр. Эшләүе шул тиклем еңел. Күп эште күҙ асып-йомған арала көрәктәй ҡулдары менән башҡарып та ҡуя”.

Бер аҙҙан йәш егетте әрме сафына саҡыралар, унда ул өс йылдан ашыу хеҙмәт итеп ҡайта. Күп тә үтмәй, Менәүәрә Хәким ҡыҙы менән ғаилә ҡора, матур ғүмер юлын үтә улар.
– Бергә йәшәлгән алтмыш йыл ғүмер “һә” тигәнсә үтеп тә киткән. Бик татыу, матур йәшәнек, бер-беребеҙҙе аңлап ғүмер иттек. Балаларыбыҙ ҙа йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне, һәр береһенең эше, үҙ ғаиләһе бар. Бала ҡайғыһын да кисерергә тура килде, бер улыбыҙ үлеп ҡалды, ҡалғандары һау булһын, – ти Менәүәрә инәй.
Яхиндар күптән инде дин юлында, ауылда мәсет төҙөтөүҙә лә Салауат Әйүп улының тырышлығы ҙур булған. Иман йорто асылғандан бирле уның имам-хатибы булып тора, әле был вазифаны Илдар Юнысов алып бара.


Иман йортонда


2012 йылдың май айында үҙ ишектәрен асып, ауылдың уртаһында ултырған Аллаһ йортона инмәй, уның эше менән яҡындан танышмайынса булдыра алманыҡ, сөнки бөгөн күпселек ауылдарҙа иман йорттары ҡалҡыу менән улар буш тора, унда йөрөргә теләүселәр ҙә бик аҙ.

Коронавирус пандемияһы ваҡы­тында Басай ауылы мәсете лә буш торған, әммә аҡрынлап был йортҡа килеүселәр һаны артҡан. Беҙҙе мәсеттең имам-хатибы Илдар Йосопов ҡаршы алды.
Элек-электән мәсет төҙөү изге эш һаналған. Тырыш халыҡ йәшәгән Басай ауылында ла иман йорто халыҡтың тырышлығы һәм үҙ көсө менән һалынған. Һәр кем уны төҙөүҙә ҡулынан килгәнсә ярҙам иткән, шуға ла көтөп алынған йортҡа һәр кем теләп килә – бында балаға исем ҡушыу, йәштәргә никах уҡыу, дини байрамдар үткәреү кеүек саралар даими үтеп тора.
– Ауылдаштар менән йома намаҙ­ҙарын үткәрәбеҙ, йәштәрҙең дингә тартылыуы бигерәк тә ҡыуандыра. Улар өсөн дин дәрестәре лә үткәрә инек, пандемия осоронда бер аҙ туҡтап торҙоҡ. Йәмғиәттең көсө ғаиләнең ныҡлығына бәйле, башҡорт­тар Ислам дине ҡанундарын күҙәтеп донъя көткән, балалар үҫтергән, шуға күрә лә йәш быуынды дингә ылыҡтырыу халҡыбыҙҙың киләсәген уйлау менән бәрәбәр, уларҙың сәләмәт тормошто үҙ итеүе, динле, рухлы булып үҫеүе хуплауға лайыҡ, – ти Илдар Зәйнулла улы.


“Әхирәттәр” – ауыл йәме


Ауылға йәм һәм ҡот биргән, һәр саҡ мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнап, бер концерттан да ситтә ҡалмаған, төрлө йолаларҙы һәм онотола барған милли кәсеп-шөғөлдәрҙе ҡайтанан тергеҙеп, уларҙы йәш быуынға еткергән “Әхирәттәр” фольклор ансамбле 2017 йылда барлыҡҡа килгән. Уның тәүге ойоштороусыһы – Зөлфиә Йосопова. Бында, йәшенә һәм һөнәренә ҡарамай, бер-береһен ихтирам иткән, йыр-моңға маһир, дәртле ҡатын-ҡыҙҙар тупланған. Бөгөн ансамблгә ауыл клубы мөдире Рима Ҡасимова етәкселек итә. Иң олоһо Зәлифә Ишмырҙинаға – 70 йәш, иң йәше Люциә Иманғоловаға 50 лә юҡ әле.
Ҡасандыр төрлө өлкәлә эшләгән “Әхирәттәр”ҙе бер уй, уртаҡ маҡсат берләштерә. Ауыл тормошона биҙәк һәм йәм өҫтәп кенә ҡалмай улар, ә уны төҙөкләндереүҙә, төрлө мәҙәни саралар үткәреүҙә төп ойоштороусылар ҙа, әүҙем ҡатнашыусылар ҙа. Тормошта ла улар – әхирәт һәм серҙәш. Тыуған көндәр, төрлө өмә үткәрһендәрме, һәр саҡ бер-береһенә ярҙамлашалар, бергәләп яңы йырҙар өйрәнәләр, киләсәккә пландар билдәләйҙәр. Пандемия ваҡытында ла тик ултырмай ансамбль ағзалары. “Өйҙә ултыр”, “Өйҙә эшлә” кеүек флешмобтарға ҡушылып, йорттарынан үҙҙәренең йыр-моң сәләмдәрен бер-береһенә оҙата, төрлө ҡул эштәре буйынса конкурстар, марафондар үткәрә. Кәрәк булғанда, ауыл клубында ла сығыш яһарға өлгөрәләр, хатта күрше Иҫәнбәт ауылына барып, мәҙәни кисәләрҙә лә сығыш яһайҙар.
– Ауыл клубын етәкләүемә ике йыл ғына. Эшкә килгәс тә, төп маҡса­тым “Әхирәттәр” фольклор ансамблен яңыса балҡытып ебәреү ине. Хыялы­быҙ аҡрынлап тормошҡа аша, репер­туарыбыҙҙы яңыртыу өҫтөндә эшләй­беҙ, иң мөһиме – сәхнә күлдәктәре тектереп алдыҡ. Яңы бейеүҙәр өсөн күлдәктәрҙе үҙем тектем, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙың биҙәнеү әйберҙәрен дә үҙебеҙ эшләйбеҙ. Клубта “Оҫта ҡулдар” түңәрәге ойошторолған, унда ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары менән бергә бәйләү, сигеү, тегеү серҙәренә өйрәнәбеҙ, бер-беребеҙгә кәңәштәр бирәбеҙ, һәр кем үҙенең белгәнен өйрәтә. Бында ла йыр-моңһоҙ булмай, бер юлы йырҙар өйрәнеп, таҡмаҡтар әйтешеп алабыҙ. Һуңғы ваҡытта кис ултырыуҙар үткәреп, әсәй-өләсәй­ҙәрҙең шөғөлдәрен тергеҙә башла­ныҡ. Мәҫәлән, ҡорама ҡорау, йөн тетеү һәм юрған күбеү кеүек оҫталыҡ дәрестәрен үткәрҙек, – ти Рима Шәфҡәт ҡыҙы.
Сәфәребеҙ уң булды: “Әхирәт­тәр”ҙең ауыл клубында бергә йыйылып, “Дебет шәл ҡышҡы һыуыҡтан һаҡлай” тигән байрам ойошторғанға тап килдек. Шәл бәйләү – халҡыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙарының борондан ҡалған шөғөл-кәсебе. Еңел һәм йылы шәлдәр бәйләү оҫталығы элек-электән әсәһе­нән ҡыҙына күсә килгән. Шәл бәйләү еңел эш түгел, уны еренә еткереү өсөн дә сабырлыҡ, оҫталыҡ талап ителә. Был яҡтарҙа “дебет бәйләйбеҙ” тип әйтәләр. Кәзәләрҙе лә башлыса үҙҙәре тоталар, уларҙы тарап, дебетен тетеп, иләп, сираҡлап, бәйләү өсөн әҙерләйҙәр. Аҙаҡ әхирәттәр, бер-береһенә кис ултырыуға барып, сәмләнеп, ҡулдарына бәйләм тота. Быйылғы ҡышҡы сатлама һыуыҡ­тарҙы шәлһеҙ күҙ алдына килтереп булманы, ти басайҙар.
“Әхирәттәр” ансамблендә шөғөл­ләнгән ҡатын-ҡыҙҙың шәл бәйләү һәм уны эшкәртеү йолаһын ҡараныҡ, уларҙың ҡул эштәре менән яҡындан таныштыҡ. Гүзәл Саптарова, Зәлифә Ишмырҙина, Гүзәл Нәҙершиналар сел­тәр, ҡашмау эшләй, диван-ултырғыс япмаларын ырғаҡ ярҙа­мында бәйләй, күлдәктәр тегә. Басай ауылы уңғандары ҡул эштәренән айырым күргәҙмә эшләгән, унда теҙелгән әйберҙәрҙең матурлығынан күҙ ҡамаша, оҫта ҡулдары һоҡланыу уята.
Дебеткә арналған сарала кемдер кәзә мамығын тараны, иләне, орсоҡта сиратты һәм бәйләне. Күптәре яурынына йылы һәм йомшаҡ дебет шәлдәр һалған, йылы ойоҡбаш, бейәләй-бирсәткә кейгән. Матур сара йыр-таҡмаҡ менән аралашып барҙы, өмәселәр бергәләшеп “Шәл бәйләнем” көйөнә тәндәрен бер аҙ яҙып, бейеп тә алды.
Ауыл ҡатын-ҡыҙының көндәлек мең мәшәҡәте булыуға ҡарамаҫтан, йыш ҡына төрлө сара үткәреүҙәре, буш ваҡыт табып, ҡулдарына бәйләм алыуҙары һоҡланырлыҡ. Балалар бағырға ла, йорт эштәрен башҡарырға ла, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашырға ла ваҡыт таба улар. Ансамблдең исемен “Әхирәттәр” тип юҡҡа ғына ата­маған­дар. Бер-береһенә әхирәт, кәңәшсе һәм терәк, кәрәк икән, серҙәш булып йәшәй Басай ҡатын-ҡыҙҙары.
Борсоған мәсьәләләрҙе кем хәл итер?


– Күпселек ауылдарға хас проб­лемалар Басай ауылына ла ят түгел. Иң тәүҙә юлдарҙың насар булыуын әй­теп үтер инем, – тине ауыл старос­таһы Айҙар Сафин. – Сибай – Күсей юлын төҙөкләндереү йылдар дауамында хәл ителмәй ҡала килә. Шулай уҡ ауыл урамдарына ҡырсынташ түшәү урынына эре таштарҙы ауҙа­рып киткәндән һуң, бөтөнләй йөрөп булмай. Ахыр сиктә, халыҡ үҙе сығып шул эре таштарҙы йыйып алды.
Бөгөн ауыл эргәһендә генә алтын йыуыусы ойошмаларҙың булыуы, күп халыҡтың бесәнлек ерҙәрен алыуы, шул сәбәпле мал көтөү өсөн көтөү­лектәрҙең, сабын-бесәнлек­тәрҙең юҡҡа сығыуы ла кешеләрҙе борсомай ҡалмай.
Ауылдың матурлығы һәм төҙөклөгө өсөн үҙҙәре яуаплы икәнен дә яҡшы аңлай басайҙар, шуға күрә һәр эште бергәләшеп башҡарырға тырышалар: яҙҙан алып көҙгә тиклем экологик өмәләр үтә, Ирәндек урамын йәшел­ләндереү маҡсатында ағастар ултыртылған, ауыл уртаһындағы күперҙе ремонтлау, ауыл янындағы Ҡаҙ быуаһына тиклем юл эшләү кеүек эштәрҙе лә бергәләшеп ойоштор­ғандар. Ауыл халҡы берҙәм булыуы менән алдыра, старостаның өндә­шеүе була, уға ҡушылыусылар “һә” тигәнсә табыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылдаштарының эшен ситтә күҙәтеп ятыусылар ҙа юҡ түгел, бер ауылда йәшәп, тыуған ерен һаҡлау өсөн ҡыл да ҡыбырлатмаусылар, тик үҙ ҡап­ҡаһы артында йәшәүселәр киләсәктә йәмәғәт тормошона үҙ өлөшөн индерер, тип ышанғы килә.
Шулай уҡ магазиндың булмауы байтаҡ уңайһыҙлыҡ тыуҙыра, бер шәхси магазин бар-барлығын, әммә ул йыш ҡына бикле тора. Бер ҡап шырпы йә иһә килограмм шәкәр өсөн Сибайға йөрөү анһат түгел. Кем белә, бәлки, киләсәктә эшҡыуарҙар Басай ауылында үҙҙәренең шәхси кибетен дә асыр әле.
Ауылда яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлһә, йәй балаларҙың ялын файҙалы үткәреү өсөн спорт майҙансығын да асып ебәрһәк, шәп булыр ине, башҡа проблемаларға ҡулайлашып та бөттөк, тип йылмая басайҙар. Тик ауыл янына тиклем алтын йыуыусылар килеп етмәҫ, һәр хәлдә, хужалары йәшәгән йорттар күсерелмәҫ тигән шик-шөбһә лә юҡ түгел уларҙа, шуға күрә был тәңгәлдә район етәкселеге үҙ һүҙен әйтер тигән ышанысталар. Алға ҡарап йәшәгән ауыл халҡының, иң мөһиме, йәшәүгә дәрте көслө, тормоштары матур, уй-маҡсаттары яҡты һәм изге.


Баймаҡ районы.
Читайте нас