Көслө зат тип аталһа ла, һуңғы ваҡытта ир-аттың абруйы төшә, ул көслөнән көсһөҙгә әйләнә барғандай тойола. Сәбәбе ниҙә? Батырҙан бахырға әүерелеү күренеше феминизация менән бәйләнгәнме? Әйтеүе ауыр. Бөгөн ир-егеттең йәмғиәттә тотҡан ролен күтәреү тураһында хәбәрселәр өсөн үткәргән матбуғат конференцияһында Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров һөйләне.
Ысынлап та, ниндәй ғаиләне алып ҡарағанда ла, унда ҡатын-ҡыҙ хәл иткес роль уйнай. Ҡатындарҙың ғаиләлә генә түгел, йәмғиәттә лә әйтер һүҙе бар. “Ағинәйҙәр” һәм башҡа ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт ойошмалары республикабыҙҙа бик күп. Ә бына атайҙар менән бәйле ойошмалар беҙҙә юҡ тиерлек. Ә ул ысынында шулай.
– Көслө заттар берләшкән ойошма хатта Рәсәйҙә лә юҡ, – ти Зариф Закир улы. – Уны булдырыу атайҙың ролен бермә-бер арттырасаҡ. Атай ролен тигәндән, элек армияла хеҙмәт итмәгән егет менән ҡыҙҙар дуҫлашмай торғайны. Ә хәҙер нисек? Әле иһә ошо һалдат бурысын үтәүҙән ҡасып ҡалғандарҙың герой булып йөрөүе хафаландыра ла, аптырата ла.
Зариф Закир улы әйтеүенсә, 16 апрелдә “Торатау” конгресс-холында “Ил терәге” тип аталған ирҙәр ҡоро уҙғарыласаҡ. Фойела төрлө йүнәлештәге күргәҙмә ойошторолоуы күҙ уңында тотола, һөйләшеү бик ҡыҙыу булмаҡсы.