Йәмғиәт
23 Март 2021, 14:00

Уҡыуға йөрөү өсөн үҙе велосипед эшләгән

Бындай "текә" техниканы мәктәп ихатаһынан кемдер урлар тип ҡурҡаһы түгел, сөнки...

Туймазы районынан XI класс уҡыусыһы Артур Хажиев мәктәпкә йөрөү өсөн электр велосипеды эшләп алған.
Түбәнкүл ауылында йәшәгән егет ҡаланың 8-се мәктәбенә йөрөп уҡый. Был араны йәйәү үтеү өсөн 40 минут самаһы ваҡыт кәрәк. Юлға киткән ваҡытты ҡыҫҡартыу өсөн Артур үҙенә техника эшләргә ҡарар итә һәм йыйылмалы ябай велосипед һатып ала. Артабан интернет селтәрендә кәрәкле мәғлүмәтте өйрәнә, запас частар яҙҙырып алып, велосипедын үҙгәртеп ҡорорға тотона.
Артурҙың электр велосипеды сәғәтенә 40-45 саҡрым юл үтеүгә һәләтле.
“Үҙ эшемдән ҡәнәғәтмен, яҡшы ғына техника килеп сыҡты. Йылы мәлдә – биш ай ҡулланыу осоронда зарядлау өсөн 100 һум самаһы аҡса китте. Ҡәҙимге 220 вольтлы розетканан заряд ала, артыҡ иғтибар талап итмәй”, - ти йәш уйлап табыусы.
Был Артурҙың беренсе хеҙмәт емеше түгел: өс йыл элек ул иҫке велосипедтарҙан йөк ташыуға ҡулайлашҡан өс тәгәрмәсле техника эшләй. Ә был велосипеды “текә” генә: электр моторын артҡы тәгәрмәскә беркеткән, алғы өлөшөндә дисплей бар, унда тиҙлек һәм үтелгән юл күренеп бара. Яҡтылыҡ, тауыш ҡорамалдары, хатта сигнализацияһы бар. Шуға күрә велосипедты мәктәп ихатаһынан кемдер урлар тип ҡурҡаһы түгел.
Электр велосипедын йыйыу барышында Артур ғилми-тикшеренеү эше яҙған. Был хеҙмәте былтыр Өфө дәүләт нефть техник университетында үткән халыҡ-ара фәнни-техник конференцияла иң яҡшыларҙың береһе тип табылған. Башлы егет үҙенең киләсәк һөнәрен техник йүнәлештә күрә.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас