* Рәнйеү иң тәүҙә ризыҡтан эләгә, шуға күрә "бисмилла"һыҙ аш-һыу әҙерләмәгеҙ.
* Өҫтәлде ҡул, ҡағыҙ менән һөртөргә ярамай, фәҡирлек килә, йә тауыш сыға.
* Өҫтәлдә ризыҡ ҡалдырма, ризығың кәмер.
* Доға ҡылған ваҡытта өҫтәлдә бысаҡ булырға тейеш түгел, фәрештәләр ҡурҡа.
* Быулы ашты бора баҫмайҙар, юғиһә юл уңмай.
* Кешенән биҙрә, йә берәй һауыт алып торһаң, кире биргәндә эсенә берәй ризыҡ һалырға кәрәк.
* Тәҙрә төбөнә әйбер, тоҙ, ҡуйырға ярамай, унда фәрештәләр ултыра.
* Ашап ултырғанда ике кеше араһында бысаҡ ятырға тейеш түгел – аралары боҙола.