Ошо көндәрҙә Өлфә Әсхәт ҡыҙы Һағынбаева юғары профессионаллеге, намыҫлы хеҙмәте, Башҡортостанда һәм Сибай ҡалаһында һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн күкрәккә тағыла торған “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәһе менән бүләкләнде. Был юғары награданы уға яҡташыбыҙ, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров тапшырҙы.
Һәр йәмғиәттә медицина хеҙмәткәре һөнәре мәртәбәлеләр иҫәбендә. Боронғо заманда уҡ фәйләсүф Сократ: “Судья, уҡытыусы һәм медицина хеҙмәткәре үҙенең һәләтен юғарынан ала”, – тигән. Ул уҡытыу, хөкөм итеү һәм дауалау кеүек өс һөнәрҙең Хоҙай Тәғәлә ҡөҙрәте менән бирелеүенә, ә башҡаларҙың кешеләр тарафынан уйлап табылыуына ныҡлы инанған була.
Әлеге мәҡәләм ерҙәге иң изге һәм кешелекле һөнәр вәкилдәренең береһе – Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының клиника-диагностика лабораторияһы лаборанты Өлфә Әсхәт ҡыҙы Һағынбаева хаҡында булыр. Уның һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге стажы – 50 йыл. Ҡасандыр медицина хеҙмәткәре һөнәрен һайлап, ул быға бер ҙә үкенмәгән, хеҙмәтенә тоғро ҡалған. Тимәк, ул ошо өлкәгә йөрәк ҡушыуы буйынса килеп, кешеләргә ярҙам итеүҙең үҙ булмышы, асылы икәнлегенә ныҡлы инанған.
Өлфә Әсхәт ҡыҙы алыҫ Ҡабарҙа-Балҡарҙа тыуған, әммә кескәй сағынан уҡ беҙҙең таусылар ҡасабаһы Сибайға күсеп килгән – атаһын, яҡшы белгес булараҡ, урындағы рудникка эшкә саҡырғандар. Яҡындарының береһе лә уны тап ошо һөнәрҙе һайларға өгөтләмәгән, сөнки ҡыҙҙың бала сағынан уҡ табип булырға хыялланғанын барыһы ла яҡшы белгән. Шуға ла ул мәктәпте тамамлау менән Сибай медицина училищеһына уҡырға ингән.
Уҡыған йылдары һиҙелмәй ҙә үтеп китә. 1971 йылда һөнәри белем алған йәш белгес Темәс психоневрология интернатына шәфҡәт туташы итеп эшкә ебәрелә. Ул осорҙа ошо дауалау ойошмаһы республикабыҙҙағы иң ҙур учреждениеларҙың береһе була: интернатта нервы системаһына зыян килгән 300-ҙән ашыу ауырыу даими дауалана. Бөтөнләй тәжрибәһеҙ йәш ҡыҙға тәүге арала ҡыйынға тура килә, әлбиттә. Әммә эргәһендәге коллегалары һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙа, эшкә өйрәтә.
Нәҡ Темәстә Өлфә Әсхәт ҡыҙы яҙмышын – ауылдағы иң шәп егеттәрҙең береһен, оҫта бейеүсе, ветеринария табибы Тәлғәт Һағынбаевты осрата. Йәштәр донъя ҡороп, 48 йыл инде татыу тормош көтә.
Йүнәлтмә буйынса өс йыл эшләгәндән һуң, тәжрибә туплап, ғаилә Сибайға, ата-әсәһе янына күсеп ҡайта. 1984 йылда Өлфә Әсхәт ҡыҙы балалар поликлиникаһына эшкә инә. Әйткәндәй, ул әле лә шунда эшләй. Тәү ҡарашҡа, лабораториялағылар әллә ни ҡатмарлы хирургик операциялар менән шөғөлләнмәй ҙә кеүек, ләкин улар кескәй пациенттарҙың артабанғы дауаланыуы, һаулығы анализдарҙың аныҡ һәм дөрөҫ яһалыуына бәйле икәнлеген яҡшы аңлай.
Медицина хеҙмәткәре, айырыуса табипҡа күренергә ҡурҡҡан сабыйҙар менән эшләгәне, яғымлы ҡараш, ихлас йылмайыу, иғтибар, ярҙамсыллыҡ һәм, әлбиттә, юғары профессионаллек кеүек сифаттарға эйә булырға тейеш. Өлфә Әсхәт ҡыҙын белгәндәр уның ошо һыҙаттарҙың барыһын да үҙендә туплауын раҫлай. Уны үҙ эшен бөтә нескәлегендә белгән, һөнәренең мөһимлеген һәм етдилеген бөтә күңеле менән аңлаған юғары квалификациялы оҫта белгес булғаны өсөн ихтирам итәләр, баһалайҙар. “Эштә үҙем хаҡында ла, өйҙәге мәшәҡәттәр һәм проблемалар тураһында ла онотам, кескәй пациенттарҙың кәйефенә төшөнөргә, хәленә инергә, иң мөһиме – барлыҡ ғәмәлдәрҙе юғары кимәлдә башҡарырға тырышам”, – ти ул. Уға күп тапҡыр өлкәндәр поликлиникаһына күсергә тәҡдим иткәндәр, ләкин Өлфә ханым яратҡан коллективына, һыналған һәм ышаныслы коллегаларына хыянат итмәҫ өсөн тәҡдимдән баш тартҡан.
Медицина даими үҫеш кисерә: яңы ауырыуҙар яңы белем талап итә. Пандемия ла яңынан-яңы һынау ҡуя. Ҙур эш стажына һәм тәжрибәһенә ҡарамаҫтан, Өлфә Әсхәт ҡыҙы белемен даими камиллаштыра. Былтыр Өфөлә коронавирус сирен иҫкәртеү һәм уны йоҡтороу хәүефен кәметеү буйынса курс үткән. Оҙаҡ йылдар балалар поликлиникаһы лабораторияһында эшләп, коллегаларының, балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең ихтирамын яулаған хеҙмәткәр баҫалҡылығын, изге күңеллелеген, ихласлығын юғалтмай. Ул барыһына ла ярҙам итергә әҙер.
Юғары категориялы белгес Өлфә Һағынбаева оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн байтаҡ наградаға лайыҡ була. Ул “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәһе, республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының, Сибай ҡалаһы хакимиәтенең, ҡала поликлиникаһының почет грамоталары менән бүләкләнгән.
Өлфә Әсхәт ҡыҙының иң ҙур ғорурлығы – улы Тимур. Ул ата-әсәһе кеүек табип һөнәрен һайлаған. Әле контракт буйынса Ҡара диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. Өлфә ханым яратҡан ейәне Йәлилде һағынып көтөп ала, килененә хәстәрлекле, игелекле ҡәйнә.
Тынғыһыҙ шәхес ҡалала уҙғарылған күмәк спорт сараларынан бер ҡасан да ситтә ҡалмай. Йәш быуында сәләмәт тормошҡа, спортҡа һөйөү тәрбиәләүгә булышлыҡ итә, өлгө күрһәтә. Йәнә ул – бик шәп хужабикә, аш-һыуға оҫта, хәләл ефете Тәлғәт Барый улы менән баҡса үҫтереүгә лә әүәҫ.
...“Башҡаларға яҡтылыҡ һибеп, үҙем янам”, тигән билдәле голланд табибы Ван Тюльн. Өлфә Әсхәт ҡыҙы ла тап ошо принцип буйынса йәшәгән кеүек. Уның фекеренсә, медицина хеҙмәте – һөнәр генә түгел, ә йәшәү рәүеше, кеше күңеленә йылылыҡ өләшеү ғәмәле.