Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының “Өлкән быуын” төбәк проектына ярашлы, Мишкә районының үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы оло йәштәге кешеләр өсөн “Компьютер ғилеме мәктәбе”н ойошторҙо.
Курсҡа теләге булған һәр кеше яҙыла ала. Уҡыу китапханала бушлай уҙғарыла. Төркөмдәр алты кешенән төҙөлә. Курс 10 дәрескә иҫәпләнгән, аҙнаһына ике тапҡыр ойошторола. “Уҡыусылар” саранан бик ҡәнәғәт, уҡытыусылар ҡатмарлы материалды еңел һәм ябай итеп аңлата.
“Өлкәндәргә компьютер ғилеме нигеҙҙәрен өйрәтәбеҙ. Хәҙер улар компьютер, текст йыйыу, интернет селтәренән кәрәкле мәғлүмәтте табыу, электрон почта менән эшләү, социаль селтәрҙә ултырыу серҙәренә төшөндө. Сараны ойошторғанға барыһы ла бик ҡыуана, ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүҙән дә тартынмай”, – тине Мишкә районының үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Т.А. Кондогина.