Йәмғиәт
25 Март 2021, 16:00

Академияла – яңы ректор

Республика Башлығының рәсми күрһәтмәһенә ярашлы, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһына яңы етәксе итеп кем тәғәйенләнде?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың рәсми күрһәтмәһе менән “Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы” юғары белем биреү дәүләт ҡаҙна мәғариф учреждениеһы ректоры итеп Данияр Абдрахманов тәғәйенләнде.
Данияр Мәүлийәр улы Абдрахманов 1980 йылдың 25 ноябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған. Рәсәй дәүләт социаль университетында, Татарстан Фәндәр академияһында һөнәри әҙерлек үткән. Философия фәндәре кандидаты, доцент.
Хеҙмәт юлын 2001 йылда “Өфөводоканал” муниципаль унитар предприятиеһының хәүефһеҙлек хеҙмәтендә башлаған. 2004 – 2007 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университетында ассистент, өлкән уҡытыусы. 2007 – 2016 йылдарҙа – Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфөләге филиалында доцент. 2005 – 2016 йылдарҙа Башҡортостан Фәндәр академияһының Милли һәм тел мөнәсәбәттәрен өйрәнеү институтында (әлеге ваҡытта – Башҡортостандың Гуманитар тикшеренеүҙәр институты) ғалим-секретарь, директор урынбаҫары, директор вазифаларын башҡарған.
2016 – 2019 йылдарҙа – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының рухи хәүефһеҙлек һәм дини белемде үҫтереү фәнни-тикшеренеү институты директоры, 2019 – 2021 йылдарҙа Болғар ислам академияһы (Татарстан Республикаһы, Болғар ҡалаһы) ректоры вазифаларын башҡарған.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас