Йәмғиәт
25 Март 2021, 06:00

Бесәй баҫтырып, ҡоҙоҡҡа ҡолаған...

Дуҫын “тотҡондан” үҙаллы сығара алмаған ҡатын ярҙамға ҡотҡарыусыларҙы саҡыра.

Был хәл Күмертау ҡалаһында була. Хужабикәһе менән урамда йөрөргә сыҡҡан эт, бесәйҙе күреп ҡалып, баҫтыра башлай һәм ҡоҙоҡҡа ҡолай.
Дүрт аяҡлы дуҫын “тотҡондан” үҙаллы сығара алмаған ҡатын ярҙамға ҡотҡарыусыларҙы саҡыра. Улар этте ике метр тәрәнлектәге ҡоҙоҡтан сығара. Бәхеткә күрә, йән эйәһе зыян күрмәгән.
Был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. Шулай уҡ ҡотҡарыусылар төрлө ғәҙәттән тыш хәлдә ҡалған осраҡта йәки берәйһенә ярҙам кәрәкһә, ашығыс хеҙмәттәрҙең берҙәм номерына - “112”-гә шылтыратырға кәңәш итә.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.
Читайте нас