Йәмғиәт
25 Март 2021, 12:50

Биләмәнең биҙәлешен бергәләп һайлайбыҙ

26 апрелдән 30 майға тиклем za.gorodsreda.ru порталында тауыш биреү уҙғарыла.

Нуриман районында, бөтә республикалағы кеүек үк, 26 апрелдән 30 майға тиклем za.gorodsreda.ru порталында 2022 йылда төҙөкләндереү өсөн йәмәғәт биләмәләрен һайлап алыу буйынса тауыш биреү уҙғарыла.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” төбәк проекты нигеҙендә былтыр ойошторолған рейтинглы тауыш биреү һөҙөмтәһендә 2022 йылда район үҙәге Ҡыҙылъярҙағы мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереү күҙаллана. Шуға күрә район халҡы порталда тауыш биреп, йәмәғәт биләмәһенең дизайн-проектын һайлаясаҡ.
Паркты төҙөкләндереү концепцияһы спорт, уйын, балалар һәм ял зоналарын үҙ эсенә ала. Спорт һәм балалар майҙансыҡтарына резина япма һалыу ҡарала. Кәртәләнгән волейбол, баскетбол майҙансығы ла булдырыла. Әле ике дизайн-проекты төҙөлгән. Тәүгеһендә күмәк мәҙәни, ғаилә менән бергә үткәрелгән сараларға өҫтөнлөк бирелһә, икенсеһендә спорт-күңел асыу сараларына баҫым яһала.
Читайте нас