Рәсәй эстрадаһы йырсыһы, атҡаҙанған артист Денис Майданов Өфөгә сығыш яһарға килергә йыйына. "Рәхмәт табиптарға!" тигән концерт Рус дәүләт академия драма театры алдында 27 мартта үтәсәк, ул "Берҙәм Рәсәй"ҙең "Беҙҙең хәстәрлек" проекты сиктәрендә open air форматында була, тип белдергән "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.
Иң ҡыҙыҡтырғаны: йырсы үҙенең хитҡа әүерелгән йырҙары менән бергә башҡортса ла йыр башҡармаҡсы. Баҡтиһәң, "Йәшлек-шоу-2020 " Бөтә Рәсәй йәштәр фестивале еңеүсеһе Ришат Рәхимов менән берлектә сығыш яһарға уйлайҙар икән.
Әлеге мәлдә был байрам концертына ныҡлы әҙерлек бара, ти сараны ойоштороусылар.