Йәмғиәт
25 Март 2021, 12:00

Өфөгә ...ҡомаҡтар һөжүм итә!

Унда йәшәгән халыҡ подъезға ла сығырға ҡурҡа икән хатта.

Өфөләге Карл Маркс урамындағы 67-се йортта йәшәүселәр икенсе аҙна фатирҙарынан подъезға ла сығырға ҡурҡа икән. Был хаҡта "Башинформ" мәғлүмәт порталы хәбәр итә.
Баҡтиһәң, унда ҙур-ҙур ҡомаҡтар эйәләшкән. Был йортта йәшәгән кешеләр, баҫҡыс янына сығыу ҙа ҡурҡыныс, йөҙгә-йөҙ имәнес хайуандар ултыра, тип борсола. Ә бит торлаҡта балалар ҙа, йорт хайуандары ла күп, ти улар. Шулай уҡ фатир хужалары торлаҡ-коммуналь хужалығына ике аҙна буйы ғариза биреүҙәрен, әммә әле берәүҙең дә килмәүен белдергән.
Әйткәндәй был йорт Өфөнөң үҙәгендә - Иван Якутов исемендәге парктан йыраҡ түгел ерҙә урынлашҡан.
Фото www.bashinform.ru/news/1573451
Читайте нас