Йәмғиәт
25 Март 2021, 11:30

Уңайлы мөхитте бергәләп һайлайыҡ

“Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” проектында ҡатнашҡан ирекмәндәр һаны буйынса Башҡортостан Рәсәй кимәлендә бишенсе урынға сыҡҡан.

“Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” проектында ҡатнашырға теләп теркәлгән ирекмәндәр һаны буйынса Башҡортостан Рәсәй кимәлендә бишенсе урынға сыҡҡан.
Әле был проект сиктәрендә эшләгән ирекмәндәр республика халҡына 2022 йылда төҙөкләндереләсәк йәмәғәт биләмәләрен һайлау өсөн тауыш бирергә ярҙам итәсәк. 2211 кеше араһында Сибай, Күмертау, Белорет райондарынан әүҙемдәр күберәк булып сыҡҡан.
Мишкә районында иһә иң әүҙем ирекмәндәрҙең береһе – Ольга Биктубаева. Ул ун йылдан ашыу инде ирекмән булып йөрөй. “Ғорурланабыҙ! Иҫләйбеҙ! Ҡәҙерләйбеҙ!” акцияһында теләп ҡатнаша. Был сара Бөйөк Ватан һуғышы героайҙарының зыяратын таҙартыу, һәйкәл һәм обелисктарҙы төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән ине.
Максим Кузнецов – Октябрьский ҡалаһынан. Спортсы. “Гвардия” хәрби-патриотик клубында шөғөлләнә башлағас, тормошҡа ҡараштары үҙгәреп, йәмәғәт тормошонда әүҙемерәк ҡатаншырға теләк белдерә. Шуның өсөн дә проекттың ирекмәне булырға ҡарар итә.
Әле тауыш биреүгә әҙерлек барған арала ирекмәндәр уҡый. Уларҙың маҡсаты – халыҡҡа аңлайышлы итеп төҙөкләндереләсәк йәмәғәт биләмәләре тураһында һөйләп биреү һәм 2.gorodsreda.ru порталында теркәлергә ярҙам итеү.
Онлайн-тауыш биреү 26 апрелдә старт аласаҡ һәм 2021 йылдың 30 майына тиклем дауам итәсәк. 14 йәштән өлкәнерәк Рәсәй граждандарының һәр береһе был сарала ҡатнаша ала. Һеҙ ҙә ситтә ҡалмағыҙ.
фото: Максим Кузнецов https://vk.com/wall143002803_4733
Ольга Биктубаева https://vk.com/wall62384388_3376
Читайте нас