

Бына шулай, әйтерһең, ун биш йыл буйына Рәйестең шылтыратҡанын көтөп ултырған инде. Иҫәнләшеп тә өлгөрмәне, Зөһрә алдан уҡ:
– Һаумы, Рәйес, – тип телһеҙ ҡалдырҙы ла ҡуйҙы.
– Һаумы, Зөһрә класташ, – тип өндәште Рәйес. – Хәлдәрең нисек?
– Бәй, Рәйес, әллә һиңә берәй нәмә булдымы? – тип аптыранды Зөһрә. – Тауышың бик насар сыҡҡан һымаҡ.
– Юҡ-юҡ, бөтәһе лә һәйбәт, – тип уны тынысландырырға ашыҡты Рәйес. – Әллә һинең тауышыңды ишеткәс, ҡаушап ҡалдым инде. Бары шул ғына.
– Ә мин ҡаушарлыҡ нимә эшләнем? – тине Зөһрә ҡоро ғына. – Ун биш йыл осрашмай торғандан һуң беҙҙең һөйләшеү ошондай юҫыҡта дауам итер тип һис көтмәгәйнем.
– Мин дә шулай тип уйлап торам, – тине Рәйес. – Рәйес, тип мине шундуҡ танының бит.
– Рәхмәт инде баһалағаның өсөн, – тине Зөһрә. Әллә көлдө, әллә ысынлап әйтте. – Бәлки, минең хаҡта һиңә берәйһе шылтыратып берәй нәмә әйткәндер?
– Юҡ, борсолма, берәү ҙә шылтыратманы, бер кем бер нәмә әйтмәне, – тине лә Рәйес һөйләшеүҙе хис-тойғоло йүнәлешкә борорға тырышты. - Ә мин һине йыш ҡына иҫкә төшөрәм...
– Мин дә шулай, – тине Зөһрә. – Минең ирем... Эйе, элекке ирем бер-ике тапҡыр асыҡ ятҡан альбомымды күреп ҡалған. Нимә тип көнләшә? Ни өсөн һәр ваҡыт бынау класташыңдың фотоһы асыҡ тора ул, ти. Бер ни тип яуап бирә алмайым. Ысынлап көнләшә ине.
Рәйес үҙенең өҫтөнә ябырылған мәғлүмәттәрҙе эшкәртә. Фотоһының альбомда барлығын белә. Иренең хәҙерге статусын да асыҡ билдәләне: элекке ирем, тине. Тимәк, яңғыҙ һәм йыш ҡына уның фотоһын алып ҡарай. Бындай осраҡта, кемдер әйтеүенсә, класташтың һиңә мөнәсәбәтен нисек яҡтыраҡ юҫыҡҡа сығарырға?
– Ә мин һине йыш ҡына иҫкә төшөрәм, – тип һөйләнде Рәйес. Унан, бөтөн батырлығын йыйып, ҡапыл әйтеп ҡуйҙы. – Нисек уйлайһың, Зөһрә, бәлки беҙгә осрашырға кәрәктер?
Ҡатын байтаҡ ҡына өндәшмәй торҙо:
– Осрашырға тиһеңме? Бик һуң түгелме?
– Нишләп һуң булһын, әле сәғәт өс тә тулмаған.
– Һинең менән күңелле – өс тә тулмаған икән әле. Ә ун биш йылды ҡайҙа ҡуяһың? Миңә уйларға мөмкиндер?
– Әлбиттә. Бөгөн булмаһа, бәлки, иртәгә. Иртәгә булмаһа, иртәнән һуңға.
– Тәҡдимең мине аптыратты. Ун биш йыл буйы күрмәгәнһең дә, иҫкә лә төшөрмәгәнһең. Әлбиттә, уйланым, тип ышандырырға тырышаһың, ышанғы килә, ләкин дәлилдәр юҡ. Эйе, дәлилдәр күрмәйем. Ә класташтарҙан кемдәрҙе күргәнең бар?
– Осрап торалар, – тине Рәйес. – Ваҡ-төйәк йомош менән дә киләләр.
– Беләм, киләләрҙер, – тине Зөһрә. – Бер көн Вәзирәне күргәйнем, шул маҡтанып ултырҙы, кемделер мәктәпкә урынлаштырғанһың, кемеһенеңдер улына балалар баҡсаһынан урын тапҡанһың. Шул да булған икән эш, йомошсо малай һымаҡ килгән берәүҙең йомошон үтәп ултыр инде.
Рәйестең йәне көйөп китте.
– Вәзирәгә бер ҙә ышанмайым шул. Ә һин уны ҡасан күрҙең? – тине, нимә әйтергә белмәйенсә.
– Ә мин уны күрергә ашҡынып тормайым. Шылтыратмайым да. Иҫенә төшкән һайын үҙе шылтыратып, маҡтанып ала. Әллә кемдең ҡыҙын шәп мәктәпкә тыҡҡайным, 50 мең бирҙеләр, балалар баҡсаһы мәсьәләһен хәл иткәйнем, 40 мең...
Был һандарҙы ишеткәс, Рәйестең башы әйләнеп китте. Вәт Вәзирә! Эргәһенә кереп, йылы һүҙҙәр һөйләп, ышандырып сыҡҡайны. Рәйесте йүләр урынына йөрөткән икән дә баһа. Бынан һуң ҡабул итһәме! Йомошон тыңлаһамы! Ярҙам итһәме!
– Ярҙам итмәһәң, килешмәй, – тип мөңгөрләне үҙе. – Һуңғы арала күренгәне лә юҡ әле.
– Борсолма, күренер, һине хәҙер ысҡындырмаясаҡ инде ул, – тине Зөһрә. – Һин уларҙың нәҫел-ырыуын беләһең бит. Бармағыңды күрһәтһәң, ҡулыңды өҙөп ҡабыр, аҙаҡ үҙеңде лә йотоп ҡуйыр...
– Эх, Зөһрә... – тине Рәйес, класташына ҡапыл моңһоу ҡарап. – Ниңә беҙ элегерәк осрашманыҡ икән?
– Ә осрашһаҡ, нимә эшләр инең?
– Мин байтаҡ хаталарҙан ҡотолған булыр инем.
– Беҙгә аҡыл һуң төшә шул, Рәйес, – тине ҡатын. – Һуң төшһә лә, мул төшә.
– Ярар, һабаҡтарың өсөн рәхмәт. Мин уларҙы хәҙер ныҡлы хәтерҙә тотасаҡмын. Ә һиңә, Зөһрә, ҙур рәхмәт.
– Ә рәхмәт күп булмаҫмы?
– Рәхмәт кенә аҙ буласаҡ шул. Дөрөҫөн әйткәндә, мин күберәккә өмөт иткәйнем.
– Мәҫәлән?
– Мәҫәлән, тип, һине күрергә, мин оҡшатып, хатта яратып йөрөгән класташ хәҙер нисегерәк икән, тигән ҡыҙыҡһыныу бар.
– Кит, кеше ышандырып, булмағанды һөйләп торма. Һин минең турала ғүмерҙә уйламаның.
– Минең күңелемдең иң түрендә һиңә ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү йәшәй.
– Шунан...
– Тик мин уны һиңә һиҙҙерә лә, әйтә лә алманым.
– Ә ни өсөн әйтә алманың?
– Хәтерләйһеңме, спорт залында дзюдо буйынса район ярыштары барҙы...
– Һин шунда булдыңмы?
– Эйе, мин шунда булдым, һине күрер өсөн генә барҙым.
– Күрҙеңме?
– Күрҙем, – тине Рәйес.
– Нимә күрҙең?
– Һин бер нисә сәғәт эсендә үҙеңә ҡаршы сыҡҡандарҙы уңға ла, һулға ла әйләндереп һалдың, баш аша ла осорҙоң. Ә беҙ һиңә сәпәкәй итеп ултырҙыҡ.
– Ә ниңә һуңынан мине килеп ҡотламаның?
– Эйе, ҡотламаным, сөнки һин миңә буй етмәҫлек йондоҙ һымаҡ тойолдоң. Эйе, буй етмәҫлек йондоҙ инең. Икенсе аҙнаһына линейка булды, һине маҡтанылар, тағы сәскәләр, бүләк бирҙеләр.
– Күңелле булғайны шул, – тип Зөһрә лә тәьҫораттарға бирелеп алды.
– Ә һинең ғаилә хәле шулай үҙгәрҙеме? – тип һораны Рәйес.
– Үҙгәреүгә бара инде, – тине Зөһрә. – Ҡайтып, ай буйы ятып эсә лә, эсеүенән туҡтағас, вахтаға китер ваҡыты етә лә ҡуя. Ундай ир кемгә хәжәт? Уҡытыусы һөнәре алып, шунан бушаған арала иҫерек ирҙе хеҙмәтләндереүсе вазифаһын башҡарыу күпкә ауырыраҡ. Юҡ икән, юҡ. Ҡыуҙым мин уны. Алиментын түләһә, түләр, түләмәһә, юҡ. Бер баланы нисек тә ҡарармын әле.
– Ә һин минең тәҡдимгә аныҡ ҡына яуап бирмәнең, – тине Рәйес.
– Һин ҡапыл килеп сыҡтың да хәҙер яуап талап итәһең. Етмәһә, мин берәүҙән яңы ҡотолоп йөрөйөм. Килә лә подъезд алдында мине көтөп ултыра. Йәшермәйем, минең дә һине күргем килә ул. Бына беҙ подъезға килеп туҡтайбыҙ, ә арттан минең иҫерек ир алама һүҙҙәр ҡысҡырып, тағылып килә. Бындай хәл һиңә оҡшаймы?
– Оҡшамай, – тине Рәйес. – Мин һине башҡа урынға саҡыра алам.
– Был хаҡта уйларға мөмкин. Былай итәбеҙ, Рәйес. Иртәгә төштән һуң ошо ваҡыттараҡ һөйләшербеҙ. Нисегерәк булыр, тик бер ниндәй ҙә гарантия юҡ, сөнки иҫерек кешене үҙең беләһең, миңә баланы ла ҡарарға кәрәк.
Әлегә хушлаштылар. Рәйес тә бөгөн-иртәгә эштәрен теүәлләп ҡуйырға тейеш. Депутат кешегә эш былай ҙа етерлек. Телефонын ситкә алып ҡуйғайны, дерелдәп, уттары ялпылдай ҙа башланы. Кем шылтыратҡанын ҡараһа, әлеге Вәзирә. Рәйестең кәйефе шунда уҡ төштө. Тағы берәй эш тапҡандыр инде. Рәйес бынан еңел генә ҡотола алмаясаҡ. Баш тартһа, әллә нәмәләр тип һөйләп йөрөүе бар. Бер аҙ уйлағандан һуң, мин кәңәшмәлә, һуңыраҡ шылтыратырмын, тип яуап бирҙе. Биш минут та үтмәне, сауҙа үҙәгендә ниндәй кәңәшмә, әле генә һине шунда күргәндәр, тигән хәбәр килде Вәзирәнән.
Аптырарһың был әрһеҙ ҡатынға. Класташ тигән булып, әллә ниндәй йомоштар өйә лә ҡуя. Юҡ, былай булмай. Иртәгә үк үҙен саҡырырға, ҡабул итергә һәм араларҙы өҙөргә кәрәк. Ана бит, Рәйестең мөмкинлектәренән файҙаланып, нимәләр ҡыйратып йөрөй.
Ә Зөһрәгә килгәндә... Ярай, иртәгәне көтәйек.
Дауамы бар.
Р. Ғәлимов.
Фото: stihi.ru