Йәмғиәт
26 Март 2021, 08:41

“Алға аныҡ маҡсаттар ҡуябыҙ...”

Эшһөйәр, уңған халыҡ йәшәй бында.

Башҡортостандағы һәр район үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ. Өфөнән алыҫ урынлашмаған, халҡы 50 меңгә яҡын булған Ҡырмыҫҡалы районы ла шундай. Был төбәк үҙенең ҡаҙаныштары һәм тәбиғәтенең матурлығы менән генә түгел, һәләтле, эшһөйәр халҡы менән дә танылыу яулаған. Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Әлфир Фәрхәт улы САБИРОВ менән әңгәмәбеҙ – төбәктең бөгөнгө йәшәйеше һәм башҡалар хаҡында.


– Әлфир Фәрхәт улы, бер кемгә лә сер түгел, коронавирус пандемияһы республикабыҙҙың ғына түгел, хатта тотош донъя­ның иҡтисади-социаль торошона үҙенең үҙгәрештәрен индер­мәй ҡалманы. Нигеҙҙә сәнәғәт һәм ауыл хужалығы төбәге бул­ған Ҡырмыҫҡалы райо­ны әле ниндәй хәлдә?

– Эйе, тотош донъя халҡына йоғонто яһаған коронавирус инфек­цияһы сәбәпле, төрлө ҡытыршы­лыҡтар, ҡаршылыҡтар килеп сыҡһа ла, үҙебеҙҙә тауар етештереү ярайһы уңышлы ғына дауам итә, төрлө ойошмалар үҙ көсө менән продукция әҙерләп һатыуға сығара, шулай итеп, улар район үҫешенә тос өлөш индерә. Ошо хаҡта һүҙ сыҡҡанда, “Башҡорт кирбесе”, “ӨфөДорМаш” яуаплылығы сик­ләнгән йәмғиәттәре, “Ҡырмыҫҡалы икмәк комбинаты” ҡулланыусылар йәмғиәте, “Газпром” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең электр энер­гияһын, газды һәм һыуҙы етеште­реү һәм бүлеү буйынса филиалдары тос өлөш индерә, тип әйтке килә.
– Шуныһы һөйөнөслө: ауыл ху­жалығы ла бында ныҡлы үҫешкән...

– Эйе, районда 19 ауыл хужа­лығы предприятиеһы, 86 крәҫтиән (фермер) хужалығы, 20 меңдән ашыу шәхси ярҙамсыл хужалыҡ уңышлы эшләй.

Әле район хужалыҡтары яҙғы баҫыу эштәренә ныҡлап әҙерләнә. Шуға ерҙе эшкәртеүсе һәм орлоҡ сәсеүсе техника ремонтлана, ипкә килтерелә. Әйткәндәй, район хужа­лыҡтарында 325 берәмек төрлө маркалы трактор, 68 йөк автомобиле, 50 иген йыйыу һәм 12 мал аҙығы йыйыусы комбайн, 5 сөгөл­дөр комбайны бар. Хужалыҡ­тарҙа яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы атҡарып сығыу өсөн дизель яғыу­лығы ла ташыла.
Барлыҡ культураларҙан яҡшы уңыш алыу өсөн орлоҡтоң сифатлы булыуы зарур. Райондағы хужа­лыҡтар иген культуралары орлоғо менән тәьмин ителгән. Сәсеү эш­тәрен атҡарыу өсөн 6 мең тоннанан ашыу орлоҡ әҙер һәм әле уларҙың сифатын тикшереү бара. Быйылғы уңыш өсөн физик ауырлыҡта 5800 тонна (ғәмәлдәге матдәлә 2400 тонна) минераль ашлама индереү планлаштырыла. Көҙҙән туңға һө­рөү эшкәртеүе менән бергә 1110 тон­на ҡатмарлы ашлама (ғәмәл­дәге матдәлә 563,2 тонна) инде­релгән.
Сәсеү эштәрен ваҡытында һәм уңайлы тәбиғәт шарттарында атҡарып сығыу өсөн эш ике сменала ойоштороласаҡ.
– Белеүебеҙсә, Ҡырмыҫҡалы районында эшҡыуарлыҡ та яҡшы үҫешкән...

– Районда бәләкәй эшҡыуар­лыҡҡа ҡараған 1 мең 52 субъект теркәлгән. Улар араһында 4 уртаса предприятие, 27 бәләкәй предприятие, 308 микропред­приятие, 713 эшҡыуар бар. Иҡтисадта эшләгәндәр араһында бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөллән­гәндәрҙең өлөшө – 14,8 процент.

2017 йылда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа 4467,9 мең һумлыҡ, шул иҫәптән райондың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫеше программаһы сиктәрендә урындағы бюджет иҫәбенә – 1600 мең һум, федераль бюджеттан район программаһын финанслауға булышлыҡ итеү йәһәтенән 2867,9 мең һум ярҙам күрһәтелде.
2018 йылда райондың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам итеүҙең дөйөм сум­маһы 3662,6 мең һум, шул иҫәптән райондың бәләкәй һәм урта эш­ҡыуарлыҡ үҫеше програм­маһы сик­тәрендә урындағы бюджет иҫәбенә 1650 мең һум, федераль бюджеттан район программаһын фи­нанслауға булышлыҡ итеү йәһә­тенән 2012,6 мең һум тәшкил итте.
2019 йылда урындағы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам итеү буйынса дөйөм сумма 2838,5 мең һум, шул иҫәптән райондың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫеше программаһы сиктәрендә урындағы бюджет иҫәбенә 1700 мең һум, федераль бюджеттан район программаһын финанслауға булышлыҡ итеү йәһәтенән 1138,5 мең һум булды.
Былтыр Ҡырмыҫҡалы районын­дағы бәләкәй һәм урта эшҡыуар­лыҡ субъекттарына ярҙам итеү өсөн 3250 мең һум аҡса, шул иҫәптән райондың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫеше програм­маһы сиктәрендә урындағы бюджет иҫәбенә 1750 мең һум, федераль бюджеттан район программаһын финанслауға булышлыҡ итеү йәһәтенән 1500,00 мең һум бүленде.
– Әйткәндәй, йүнселдәр “Эш­ҡыуарлыҡ сәғәте”нә ниндәйерәк идеялар менән килә?

– Ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, алға, үҫергә ынтылған кешеләргә һәр саҡ һоҡланып ҡарайым. Районда, беҙҙең өсөн экзотика булһа ла, бикре (осетр) балығын, креветка һәм Австралия ҡыҫалаларын үрсетеү буйынса ферманың барлыҡҡа килеүе ихтимал. Беҙ был проектты хуплайбыҙ һәм уны тормошҡа ашырыуҙың барлыҡ этабында ла ярҙам итмәксебеҙ. Ошо эште башларға теләге бар эшҡыуар майҙаны 4 гектарҙан кәм булмаған ер участкаһын биреүҙе һорап “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә килгәйне. Бынан тыш, һөт эшкәртеү, сыр эшләү һәм башҡа мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итәләр.
– Инвестициялар хаҡында ла һөйләһәгеҙ ине...

– 2019 йылда ҙур һәм уртаса предприятиелар буйынса инвестициялар күләме 498,7 миллион һум тәшкил итте. Был, былтырғы ошо уҡ осорға ярашлы, 87 процент.
Былтыр туғыҙ айҙа ҙур һәм уртаса предприятиелар буйынса төп капиталға инвестициялар күләме 820,2 миллион һум булды. Әйт­кәндәй, инвестициялар күлә­менә һиҙелерлек өлөштө “Башҡорт кирбесе” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте индерҙе: техника алдылар. “Артемида” хужалығы, мәҫәлән, ауыл хужалығы техникаһын һатып алыуға һәм малды төп көтөүгә күсереү өсөн файҙаланды.
– Быйыл июлдә Башҡортос­танда үткәреләсәк VI Бөтә донъя фольклориада ҡунаҡтарының Ҡырмыҫҡалы районына ла килеүе көтөлә түгелме?

– Быйыл Башҡортостанға донъ­я­ның 80 иленән коллек­тивтарҙың килеүе планлаштырыла. 34 район һәм ҡала ингән ете фестиваль округы билдәләнгән. Ошо майҙан­сыҡ­тарҙың береһе – Ҡырмыҫҡалы. Район үҙәгендә фестивалдә ҡатна­шыу­сыларҙың костюмдарҙа парады һәм концерт булыр тип көтөлә.
– Әйткәндәй, Башҡортостан “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” яңы федераль программаһына инде. Был йәһәттән райондан ғаризалар булдымы?

– Белеүебеҙсә, “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы сиктә­рендә халҡы 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ауылға, ҡасабаға йәки ҡалаға эшкә төшкәндәр 1 миллион һумлыҡ компенсация түләүен алыу хоҡуғына эйә. Әйткәндәй, йәш, профилле юғары уҡыу йортон тамам­лағандар ғына түгел, шулай уҡ тәжрибәле белгестәр ҙә ауылға эшкә килә ала. Алты йылға иҫәп­ләнгән был программа түләүҙәре конкурс нигеҙендә атҡарыласаҡ. Район мәҙәниәт йортона художество етәксеһе, хормейстер, социаль-мәҙәни эшмәкәрлек менеджеры кеүек әйҙәүсе белгестәр буйынса ғариза бирергә уйлайбыҙ.
– Мәҙәниәт тураһында һүҙ сыҡҡанда, ошо өлкә ойошма­ларының матди-техник базаһы тураһында ла һөйләһәгеҙ ине...

– Был – көнүҙәк мәсьәлә. Оло­күл, Сихонкин, Ефремкин мәҙәниәт усаҡтарында, Бекетов ауылы һәм район мәҙәниәт йорттарының тамашасы залдарында ремонт эш­тәрен атҡарыу талап ителә. Тағы Алмалыҡ ауылындағы авария хәлендәге мәҙәниәт йортон төҙөкләндереү зарур. Бынан тыш, был өлкәлә башҡа атҡараһы эштәр ҙә байтаҡ. Уларҙы хәл итеү өсөн барыһын да эшләргә ынтылабыҙ.
– Әлфир Фәрхәт улы, киң йөкмәткеле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!
Читайте нас