Ҡалаға ҡайтыуыбыҙға йылдан ашыу ғына, тигәйне Альбина. Ҡояшлы тигән яңы биҫтәнән алғандар икән фатирҙы.
Шәмсинурҙы йылы ғына ҡаршыланылар. Зәримә әллә ни үҙгәрмәгән, тик оҙон һары сәстәрен киҫтергән, бер аҙ тулыланған. Ә ейәне Ирек ҡойоп ҡуйған Вәрис инде, оҙон буйлы, аҡлығы ғына әсәһенә оҡшаған. Ул өләсәһен ҡыҙы, кәләше менән таныштырҙы. Өс бүлмәле фатир бик иркен, матур итеп өҫтәл әҙерләгәндәр.
Ашағанда әллә ни һөйләшмәнеләр. Тик өс йәшлек Сафия ғына тәтелдеге сыға. Иректең кәләше Яна бик алсаҡ. Татарстандан икән, керәшен ҡыҙы. Ата-әсәһе юҡ, балалар йортонда үҫкән, ти. Ул да табип, әле ординатура тигәндәрендә уҡый, шуға йәштәр Сафияны күберәк Зәримәлә ҡалдыра икән. Кисен ҡыҙҙарын ҡалдырып, Иректәр Өфөгә юлланды. Альбиналар дуҫтары янына тип китте. Бәләкәй ҡыҙсыҡ йоҡлап киткәс, ҡәйнә менән килен икәү ҡалды. Арала йылдар ята... Тәүҙәрәк һүҙҙәре берекмәгән кеүек ине, аҙаҡ асылып китеп, оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырҙылар. Шәмсинур килененән ҡат-ҡат ғәфү үтенде.
– Үҙем дә йәш, аҡылһыҙ булғанмын шул. Альбина тыуғас, хәбәр итһәм дә булыр ине бит. Вәрис үлгәс, былай ҙа ауырыштырып торған әсәйем насарланып китте, уны алып килеп дауаханаға һалдым. Үҙемә лә бик оҙаҡ һаҡланып ятырға тура килде. Шунда Иректе ҡалдырып торорға кеше тапмай, һеҙгә хәбәр иткәйнем, килеүсе булманы. Үҙемә табиптар йөрөргә ҡушмағайны. Артабан инде теште ҡыҫып, һыр бирмәҫкә тырышып йәшәлде лә йәшәлде. Альбинаға алты ай самаһында әсәйем дә беҙҙе ҡалдырып китте.
– Ҡоҙағыйҙы ҡайҙа ерләнегеҙ? – Уңайһыҙ булһа ла, Зәримәне бүлдереп, шулай тип һораны Шәмсинур.
– Томбойоҡлоға алып ҡайттыҡ. Үҙе шулай теләне. “Минең ҡәберемә барып, тыуып үҫкән ауылыңды күреп китерһең”, – тигән булғайны. Ситтә йәшәгәс, йыш ҡайтып булманы шул, хәҙер ауыл да бөтөп бара инде. Быйыл йәй барып килдек балалар менән.
Үҙе эшләгән төҙөлөш ойошмаһында үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, Зәримә декрет ялынан һуң унда эшкә сығып тормаған. Вәрис иҫән саҡта бергә аралашып йәшәгән дуҫтары янына, Себер яҡтарына сығып киткән.
– Ете ят араһында ике бала менән нисек йәшәнең? – тип һораны Шәмсинур.
– Эйе, ауырлыҡтар осрап торҙо. Дуҫтарыбыҙға рәхмәт инде, ике бала менән һыйындырҙылар, ярҙам иттеләр. Әле лә аралашып йәшәйбеҙ. Китер алдынан әсәйемдең, Вәристең ҡәберенә барып киттем. Шунда һеҙгә кереп сыҡмауыма ғүмерем буйы үкендем. Аҙаҡ тиҙ генә ҡайтырға юл төшмәне. Ситкә сығып китеп, һине ейәндәрең менән аралашып йәшәүҙән мәхрүм иттем. Мине лә ғәфү ит, әсәй.
Зәримә лә, ҡәйнәһе лә илай ине. Әрнеү, үкенес йәштәре биттәрен өттө уларҙың. Һәр икеһе үҙен ғәйепләне.
– Вәристе ныҡ яраттым, – тип дауам итте килене, бер аҙ тынысланғас. – Уның менән бергә йәшәр өсөн теләһә ниндәй кәмһетеүҙәрҙе ишетмәҫкә тырыша инем. Әсәйем исеменә әйткән һүҙҙәреңә хәтерем ҡалды шул, әсәй. Аҙаҡ аңлаша алманыҡ, әллә кеше бутанымы икән?
Шәмсинурҙы иң ғәжәпләндергәне килененең уға һаман әсәй тип өндәшеүе ине. Шунан ул тағы ла бер көтөлмәгән яңылыҡты ишетеп аптыраны.
– Сәйҙә әсәйем минең үҙ әсәм түгел бит, үҫкәс кенә белдем. Бына минең атай-әсәйем. – Ҡатын һуҙған фотоһүрәттән мөләйем йөҙлө йәш пар йылмая ине.
– Әсәйем мине тапҡан да үлгән, атайым эскегә бирелеп, үҙенә ҡул һалған. Сәйҙә әсәйем менән ире мине балалар йортона бирҙертмәй, үҙҙәренә алған. Атайым, әсәйем, Сәйҙә әсәйем өсөһө бер балалар йортонда үҫеп, үҙ-ара дуҫ булғандар. Миңә өс йәш тирәһендә, заводта эшләгән Сәйҙә әсәйем бер ҡулын өҙҙөрә, ире ташлап китә, мин дә йыш ауырып йонсотҡанмын. Шунда беҙҙе күрше ҡатын Томбойоҡлоға алып ҡайта. Уның яңғыҙ йәшәгән әсәһе янында йәшәп тороп ҡалғанбыҙ. Ауылдың ихлас кешеләрен, матур тәбиғәтен әсәйем бик оҡшатҡан. Башланғыс булһа ла мәктәбе бар. Унан бигерәк миңә саф һауа килешкән. Әсәйем мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләне. Үҫә килә мин ярҙам иттем. Кәзә аҫраныҡ, әсәйем шәл бәйләп һатты. Бер ҡулы протез булһа ла, миңә бирнәгә тип селтәрҙәргә тиклем бәйләп һалды бит ул. Бүтән тормошҡа ла сыҡмай, бар ғүмерен миңә арнаны. Йәл, ғүмере ҡыҫҡа булды. Әсәйемдән ҡул эштәренә өйрәнгәйнем, балалар үҫтергәндә кәрәге тейҙе.
– Япа-яңғыҙ ике баланы үҫтереп, кеше иткәнһең бит әле сит тарафтарҙа, – Шәмсинур шулай тигән булды. Үҙе ҡабат тормошҡа сыҡманыңмы, тип һорарға иткәйне, баҙнат ҡылманы.
– Күп эшләргә, арытһа ла, кистәрен ҡул эштәре тоторға тура килде. Үҙем төҙөлөшкә урынлашҡас, барактан йәшәр урын бирҙеләр. Ике-өс йылдан фатирлы ла булдыҡ. Альбинаға күҙ-ҡолаҡ булыу, дәрестәрен ҡарашыу Иректең иңенә төштө. Йәйҙәрен ял итергә алып бара инем үҙҙәрен, китапҡа ылыҡтыра инем. Шөкөр, йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәй уҡынылар. Ирек–Омскиҙа медицина институтын, Альбина үҙебеҙ йәшәгән ҡалала медучилище тамамланы. Мин үҙем дә мәктәптән һуң мединститутҡа кергәйнем бит, уҡыуы оҙаҡ, әсәйем яңғыҙ, уны йәлләп ташланым, төҙөлөшкә эшкә керҙем. Тыуған яҡтарға ҡайтырға ине, тип йөрөй торғас, балалар уҡып бөткәнсе, хаҡлы ялға тиклем йөрөлдө лә ҡуйылды, – ти Зәримә. Ул яҡта ҡатын-ҡыҙ 50 йәштә хаҡлы ялға сыға икән.
– “Балаларың өсөн йәшә, көслө бул”, – тигәйне әсәйем. Хоҙай миңә әсәй булыу бәхетен биргән бит әле, тинем дә, улар өсөн йәшәнем. Ҡабат тормошҡа сығырға уйламаным да, – ти Зәримә.
Бына нисек! Ниндәй тәрән аҡыллы, сабыр икән килене! Ниндәй генә юғалтыуҙар, һынауҙар кисермәгән, ә ул һынмаған. Йылдар үткән, иренең рухына хыянат итмәгән, балаларын күҙ ҡараһылай үҫтереп, кеше иткән. Ә Сәйҙә һуң!.. Ниндәй оло йөрәкле кеше булған уның ҡоҙағыйы! Ә ул... Шәмсинур үҙе... Кит инде, ниңә шул тиклем яһил, түбән йәнле булған икән ул?! Их, ҡоҙағый! Түрҙә генә ултыртырлыҡ кеше булғанһың. Ана ниндәй ҡыҙ үҫтергәнһең, үҙеңдеке булмаһа ла. Уның күңеленә матур тойғолар күсерә, һеңдерә алғанһың. Улай тиһәң, ул да бар яҡлап килгән улдар үҫтергәйне лә бит. Үҙе яңылышты, үҙе! Әсәһе хаҡлы булған. Ире Вахит та, улы Вәрис тә күҙен асырға тырышып ҡарағандар ҙа бит ... Ниңә ул бына тигән кешеләрҙе рәнйеткән?.. Ы-ы-һ!.. Шәмсинурҙың күҙ йәштәре аҡты ла аҡты. Ҡыйын, бик ҡыйын ине уға. Ҡылған хаталары, үкенестәре йөрәген тырнаны. Зәримәнән һорап алған дарыуын ҡапҡан булды. Дарыу ғына баҫа алһа икән йөрәк яныуын!
Таңға ғына йоҡлап киткәйне, ҡоймаҡ еҫенә уянды. Сәйҙән һуң Сафияны етәкләп урамда йөрөп әйләнделәр. Илгәҙәк ҡыҙыҡай ҡарт өләсәһенә тиҙ өйрәнде, эргәһенән китмәне. Кейем-һалым магазинына инеп, Шәмсинурға күлдәк алды килене, шау сәскәләр генә төшкәнен.
– Икенсе аҙнала Альбинаның никахы, әҙерләнә торайыҡ, – тип аңлатты ул.
Скверҙағы ҡып-ҡыҙыл булып янып ултырған миләштәргә оҙаҡ ҡарап торҙо әбей. Шунан, баландар ҙа балланалыр инде, тип ҡуйҙы. Зирәк Зәримә уның ауылын һағыныуын аңланы. Һағынмай һуң ғүмер иткән ерен. Зәримә үҙе лә Томбойоҡлоно төшөндә күреп уяна.
...Күлдәк Шәмсинурға киңерәк ине. Зәримә тиҙ арала теген машинаһында уны таманлап та бирҙе. Ҡулы оҫта икән шул килененең, ана бит, ҡайһы берҙә заказдар ҙа алып тегәм, ти.
Икенсе аҙнаһына Шәмсинурҙы никахҡа саҡырҙылар. Кейәү баланың ата-әсәһе – бик ипле, алсаҡ кешеләр. Оло ҡоҙағый булып түрҙә ултырҙы Шәмсинур. Никах күлдәге кейгән ейәнсәренә һоҡланып ҡараны өләсәй. Үҙе бит остарын уйылдырып бәхетле йылмая. Аҡ күлдәк һылыу Зәримәгә лә бигерәк килешкән булғандыр, ә ул ҡәйнәһенең йүнһеҙ холҡо арҡаһында туй күлдәге кейеүҙән дә мәхрүм ҡалды. Шәмсинурҙың күңелен тағы ла әрнеү-һыҙланыу баҫты. Үҙе бер туҡтауһыҙ ейәнсәренә тиң ғүмер, бәхет теләне.
Ейәне, ейәнсәре, бүләсәре, ике килене бар хәҙер Шәмсинурҙың. Ҡарттар йортондағылар әбейҙәге үҙгәреште һиҙеп йөрөй, уның өсөн барыһы ла шат ине. Ирек кеҫә телефоны бүләк иткәйне, шылтыратып көн дә хәлен белешәләр. Әбей үҙе лә тик ултырманы, Зәримәнән энә, йөн һорап алғайны, Сафияға, Иреккә башалтайҙар бәйләне, ҡулы яҙылып китте, бер ҙә генә ауыртмайсы.
Аҙна аҙағында Иректең машинаһында ауылға барып килергә булдылар. Зыярат ҡылырбыҙ, өләсәйең ауылын да һағынған, тигәйне Зәримә, уны алырға килеп тә еттеләр.
Баҡсаһындағы баландарҙың ҡыҙарып бешкән мәленә генә ҡайтып төштө Шәмсинур. Емешен өҙөп алып, татлы ғына итеп ҡабып ебәрәм тигәйне, әсеһенән күҙен йомдо.
– Балан, балан, нисек кенә ҡыҙарып бешһәң дә, емешең әсе көйө ҡала шул...
Ҡулына балан тәлгәшен тотҡан килеш, үҙен көтөп торған яҡындарына табан атланы әбей. Ейәне Ирек янында бер ир кеше тора, Маһира апаһының улы Булат икән.
– Апай, һаумы! – Ул Шәмсинурға ике ҡуллап күреште. Булат вахта ысулы менән ҡырға йөрөп эшләй, тиҙәр ине. Хәҙер ҡатыны менән ауылда магазин асып һатыу эше менән булалар икән. Ауылды төҙөкләндереүгә лә ярҙам итәләр, бик булдыҡлылар, ауылдаштары маҡтап тора үҙҙәрен. Шәмсинурҙарҙы ай-вайына ҡуймай сәйгә алып ҡайтты Булат.
– Өләсәй, бында бик йәмле, беләһеңме, йәйгә һинең өй урынына бәләкәй генә итеп өй һалырға уйлайым әле. Дача кеүек итеп ҡайтып йөрөрбөҙ. Һин дә йәйҙәреңде ауылда үткәрерһең. Ана, Булат ағай ҙа ярҙам итербеҙ, тип тора, – тип өндәште уға ейәне Ирек.
– Ҡайһылай яҡшы уй килгән башыңа, улым, изге ниәтең тормошҡа ғына ашһын. – Сабый баланы яратҡандай, Иректе арҡаһынан тупылдатып һөйҙө өләсәһе.
– Әсәй, һин хәҙер ҡарттар йортона барып тормаҫһың. Фатир иркен, балаларҙың үҙ тормошо, минең янға йәшәргә килерһең, – тип Зәримә ҡәйнәһенә йылылыҡ менән ҡараны.
Бына бит ул донъя! Ҡасандыр Шәмсинур киленен ҡайтҡан-киткәндә һыйҙырмай йонсотһа, ул йәшәргә саҡыра. Үҙе берәү шул Зәримә, ҡыҫҡа ғына ғүмерендә Вәрис улы бик тә бәхетле булған уның менән. Әсәләренең оло йөрәкле булыуы балаларына ла күскән. Ана бит, Ирек ейәне “брус бүрәнәнән бәләкәйерәк булһа ла өй һалам” ти, өләсәһе-олатаһы нигеҙенә йән өрмәксе.
Барыр, әлбиттә, барыр. Килене ихлас саҡыра бит, исем өсөн генә әйтмәй. Зәримә заказдар ҡабул итер, тегеү тегер. Сафияны ҡарашыр Шәмсинур, ейән-ейәнсәрҙәренә булдыра алғанса ярҙам итер.
Нишләп үлмәнем икән, тип һыҡтай ине. Бурысын үтәмәгән өсөн алмаған уны Хоҙай. Өләсәйлек бурысын үтәмәгән бит әле ул.
Тормошон яңынан башларға йыйынған Шәмсинур үҙен бик бәхетле тоя ине. Иң мөһиме – ул яңғыҙ түгел, ҡәҙерләп һуңғы юлына оҙатыр яҡындары бар.