Йәмғиәт
26 Марта 2021, 07:58

Бар шундай һөнәр

Бар шундай һөнәр – тыуған илде һаҡлау, һәм бар шундай кешеләр – бар ғүмерен тыуған илгә хеҙмәт итеүгә арнаған. Рәсәй милли гвардияһының Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы ярҙамсыһы булып эшләгән капитан Артур Сәйетгәрәев тә шундайҙар иҫәбенән. “Тыуған илгә хеҙмәт итеү – минең өсөн тормош мәғәнәһе. Армия – тормош мәктәбе, уны һәр бер ир-егет үтергә тейеш”, – ти ул.

Бар шундай һөнәр – тыуған илде һаҡлау, һәм бар шундай кешеләр – бар ғүмерен тыуған илгә хеҙмәт итеүгә арнаған. Рәсәй милли гвардияһының Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы ярҙамсыһы булып эшләгән капитан Артур Сәйетгәрәев тә шундайҙар иҫәбенән. “Тыуған илгә хеҙмәт итеү – минең өсөн тормош мәғәнәһе. Армия – тормош мәктәбе, уны һәр бер ир-егет үтергә тейеш”, – ти ул.


Әйткәндәй, Артур Илгиз улы – инде өсөнсө быуын хәрбиҙәр династияһын дауам итеүсе лә. Әсәһе Светлана Әхмәтнур ҡыҙының атаһы – майор Әхмәтнур Мәүлитов Төркмәнстанда аэродромда хеҙмәт иткән. Атаһы подполковник Илгиз Ғатуф улы Ырымбур зенит-ракета хәрби училищеһын тамамлап, Төркмәнстанда, Венгрияла хеҙмәт юлын үтеп, Алкин-2 ҡаласығында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Шул саҡта ул тормош иптәшен осратып, ғаилә ҡора, улар ике бала тәрбиәләй – Илгизде һәм Әлиәне. Әйткәндәй, Әлиә лә тормошҡа хәрби кешегә сыҡҡан.
– Бала саҡтан хәрби булырға хыялландым. Бөтә туғандарым да ошо хаҡта һөйләне. Атайым һәр саҡ мине үҙе менән гарнизонға ала ине. Шул саҡта уҡ һөнәргә һөйөү тыуҙы. Бала саҡта “Офицеры” фильмын ҡарарға яраттым. Мәктәп йылдарында уҡ тхэквондо һәм баскетбол менән шөғөлләндем. Шулай итеп, маҡсатлы рәүештә хәрби уҡыу йортона инергә әҙерләндем, – ти Артур Илгиз улы.
Яҡшы билдәләргә өлгәшкән егет мәктәпте тамамлағас, Ҡазан ҡалаһындағы Суворов исемендәге хәрби училищеға уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, Ҡазан юғары танк команда училищеһын тамамлай. 2006 йылда Төньяҡ Кавказға Рәсәй Эске эштәр министрлығы Эске ғәскәрҙәренең оператив тәғәйенлә­нештәге айырым батальонына хеҙмәткә ебәрәләр. Шулай итеп, ул контртеррористик операцияларҙа ҡатнаша, уттың эсендә була.
Ата-әсәһе Башҡортостанда төпләнгәс, Артур Илгиз улы уларға яҡын булам тип, 2009 йылда Рәсәй милли гвардияһының махсус тәғәйенләнештәге ғәскәренең Өфөлә урынлашҡан 29-сы айырым отрядына эшкә күсә. Бында ул төрлө етәксе вазифа атҡара, шулай уҡ Төньяҡ Кавказға ла команди­ровкаларға йөрөй.
Артур Илгиз улы бөгөн дә намыҫлы хеҙмәт итә, хеҙмәттәштәре алдында абруй ҡаҙанған. Шәхси тормошонан да ҡәнәғәт: өс бала атаһы, ҡатыны Розалия менән матур донъя көтәләр.
– Эшемде ҡатыным аңлап ҡабул итә, тыл ныҡ булғас, хеҙмәт тә алға бара, – ти Артур Илгиз улы.
Читайте нас