Йәмғиәт
26 Март 2021, 16:56

“Еңеү диктанты”н яҙабыҙ

“Берҙәм Рәсәй”ҙең халыҡ-ара патриотик акцияһы өсөнсөгә ойошторола. “Еңеү диктанты” һорауҙарының бер өлөшө Бөйөк Ватан һуғышының тәүге йылына һәм бөйөк совет полководецтарының юбилейына арналасаҡ.

“Берҙәм Рәсәй”ҙең халыҡ-ара патриотик акцияһы өсөнсөгә ойошторола. “Еңеү диктанты” һорауҙарының бер өлөшө Бөйөк Ватан һуғышының тәүге йылына һәм бөйөк совет полководецтарының юбилейына арналасаҡ.


Диктантты туранан-тура, шулай уҡ диктантпобеды.рф сайтында онлайн тәртибендә яҙырға мөмкин. Акцияны үткәреү сайҙансыҡтары Рәсәйҙең бөтә төбәктәренд һәм сит илдәрҙә асыла.
“Быйыл “Еңеү диктанты” 29 апрелдә була. Тәүге тапҡыр уны яҙыу майҙансыҡтары бәләкәй биләмәләрҙә лә ойошторола. “Россотрудничество” ярҙамы менән диктант күнегеүҙәрен сит илдәрҙәге ватандаштарыбыҙ ҙа, сит ил граждандары ла башҡара ала. Бынан тыш, теләге булған һәр кеше акцияла онлайн тәртибендә ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә”, – тине “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Тарихи хәтер” проекты йәмәғәт советы рәйесе, Рәсәй тарихи йәмғиәте рәйесе Сергей Нарышкин.
Диктантта ҡатнашыусыларға дөйөм хәрби-тарихи темаға арналған 20 һорауға һәм төбәк тематикаһы буйынса биш һорауға яуап биреп, бөтәһе 25 күнегеүҙе үтәргә тура киләсәк. “Һорауҙарҙың бер өлөшө Бөйөк Ватан һуғышы башланған осорҙағы, уның тәүге йылындағы фажиғәле ваҡиғаларға, тәүге еңелеүҙәргә һәм еңеүҙәргә, шулай уҡ быйыл юбилейҙарын билдәләгән бөйөк полководецтарға ҡағыла. Мәғлүм булыуынса, Георгий Жуков менән Константин Рокоссовскийҙың тыуыуына 125 йыл тула”, – тине “Тарихи хәтер” партия проекты координаторы, “Берҙәм Рәсәй”ҙең Генераль советы секретары урынбаҫары Александр Хинштейн.
Акцияны ойоштроусылар 12 меңгә тиклем майҙансыҡ асырға ниәтләй. Башҡортостанда сараны үткәреү буйынса төбәк ойоштороу комитеты төҙөлгән. Диктантта Дәүләт Думаһы һәм төбәк парламенты депутаттары, чиновниктар, уҡыусылар, студенттар һәм илебеҙ тарихы менән ҡыҙыҡһынғандар яҙа.
“Тексты яҙыу майҙансыҡтары бөтә муниципаль берәмектәрҙә, юғары уҡыу йорттарында, “Рәсәй – минең тарихым” тарихи паркында, Республика Хәрби Дан музейында асыла. Шулай уҡ 2-се Алкин ауылындағы хәрби часть, “Росгвардия”, Өфө юридик институты, Өфө моторҙар эшләү берекмәһе биләмәләре йәлеп ителә. Былтыр Башҡортостанда “Еңеү диктанты”н 87 майҙансыҡта яҙҙылар”, – тине “Тарихи хәтер” партия проектының төбәк координаторы Эдуард Сәйетбаталов.
Диктантты ойоштороуҙа Рәсәйҙең бәлиғ булған граждандары ярҙам күрһәтә ала. Бының өсөн волонтерыпобеды.рф порталында ирекмән сифатында теркәлеү, махсус уҡыуҙарҙа ҡатнашыу шарт.
Әйткәндәй, былтыр Рәсәйҙән һәм 75 сит илдән миллиондан ашыу кеше “Еңеү диктантын”да белемен тикшереп ҡараны.

Читайте нас