Мәғлүм булыуынса, кисә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында “Башҡортостандың һуғыш балалары” закон проекты ҡаралды. Уны “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы тәҡдим иткәйне. Законды депутаттар бер юлы өс уҡыуҙа ла ҡабул итте.
Закон проектын Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты рәйесе Римма Үтәшева тәҡдим итте.
Законға ярашлы, “Һуғыш балалары” статусына 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуған кешеләр эйә була ала. Пенсия фондынан хәбәр итеүҙәренсә, 2021 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Башҡортостанда ошо осорҙа тыуған 189 155 кеше йәшәй. Уларҙың 13 меңе бер ниндәй ҙә ташламалар һәм социаль ярҙам менән файҙаланмай.
Закон проекты республикала йәшәгән һәм бер ниндәй ҙә льготалы категорияға инмәгән һуғыш балалары өсөн билдәләнә. Уларға ҡаралған льготалар араһында өҫтөнлөклө медицина ярҙамы алыу, стационар социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларына сираттан тыш юлламаларға эйә булыу хоҡуғы бар. Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Указы менән билдәләнгән кимәлдә бер тапҡыр түләү ҡаралған. Бюджет килеме арта барған һайын ярҙам күләме лә артасаҡ.
– Һуғыш балаларына махсус хоҡуҡи статус биреү, социаль ярҙам күрһәтеү – уларҙың илебеҙ үҫешенә индергән өлөшөн таныу. Закон тарихи ғәҙелһеҙлекте тергеҙергә тейеш. Был кешеләр 75 йәштән өлкән, уларҙың иң йәшенә 76 тулған, 90-ды үткәндәре лә байтаҡ, – тине Римма Үтәшева.
Әйткәндәй, федераль кимәлдә һуғыш балалары тураһындағы проект закон сығарыусылар тарафынан күптән, атап әйткәндә, 2014 йылдан ҡарала. Рәсәйҙең ҡайһы бер субъекттарында һуғыш балаларына айлыҡ пособиеларға һәм льготаларға эйә булыу хоҡуғын биргән төбәк закондары ғәмәлгә индерелгән.
Закон быйыл майҙан көсөнә инер, тип күҙаллана.
Гөлнур ҠОЛҺАРИНА, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты:
– Халыҡ менән осрашҡанда, граждандар ҡабул иткәндә беҙгә, депутаттарға, был һорау бик йыш бирелә торғайны: һуғыш осоро балаларына ниндәйҙер ташламалар, льготалар булырмы, уларға махсус статус бирелерме? Беҙ уларҙың борсолоуын яҡшы аңлайбыҙ, сөнки шул тиклем ауыр ваҡытта тыуғандар. Уларҙың балалығы урланған, һаулыҡтары ҡаҡшаған. Эйе, бындай законды федераль кимәлдә ҡабул итеү ҙур сығымдар талап итә, шуға күрә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай инициативаны үҙ ҡулына алып, республикабыҙҙа уны ҡабул итергә булды. Был башланғыс менән беҙҙең “Берҙәм Рәсәй” партияһы сыҡты.
Тимәк, һуғыш осоронда тыуған балалар өсөн күп төрлө ташламалар, льготалар буласаҡ. Минеңсә, был мәсьәлә электән өлгөрөп еткәйне, өлкән быуын өсөн ул ныҡ кәрәк. Бик дөрөҫ ҡарар булды тип иҫәпләйем.
Рафиҡ ХӘЙҘӘРОВ, “Өсөнсө йәш халыҡ университеты” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе:
– Был закон проекты барыбыҙ өсөн дә мөһим һәм кәрәк. Эш башы аҡсала ғына түгел. Беҙ был мәсьәлә менән власть органдарына бер тапҡыр ғына мөрәжәғәт итмәнек. Һүҙ бит аҡса түләү тураһында ғына бармай. Республика етәксеһе ҡултамғаһы менән открытка алыу ҙа ололар өсөн ҙур шатлыҡ. Һуғыш балаларының күбеһе 80 йәште уҙҙы. Уларҙың ғүмерен фиҙакәр хеҙмәт батырлығына тиңләргә була. Һуғыш ваҡытында станок артында, баҫыуҙарҙа эшләнеләр, аҙаҡ илде тергеҙеүгә көс һалдылар. Ни өсөн тап ошо кешеләр бөгөнгәсә иғтибарҙан, дәүләт ярҙамынан мәхрүм?
Һуғыш арҡаһында күптәре белемһеҙ ҡалды, сәләмәтлектәрен, туғандарын юғалтты. Уларға иғтибар биреү өсөн ваҡыт етте, тип иҫәпләйем. Беҙ әлеге ваҡытта Бөйөк Ватан һуғышы осоронда етем ҡалған кешеләрҙең исемлеген төҙөйбөҙ. Был тарих өсөн, йәш быуын өсөн, илһөйәрлек тәрбиәләү өсөн әһәмиәтле, балаларыбыҙ был хаҡта белергә һәм иҫтә тоторға тейеш.