Йәмғиәт
26 Март 2021, 07:37

Өфө ауыл хужалығы сәнәғәте үҙәгенә әйләнде

Өфөлә ВДНХ ЭКСПО күргәҙмәләр комплексында Агросәнәғәт форумы һәм 31-се “Агрокомплекс” халыҡ-ара махсуслашҡан күргәҙмәһе асылды. Уны Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы булышлығында Башҡортостан Хөкүмәте, Ауыл хужалығы министрлығы һәм Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы ойошторған. Форумды асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров ҡатнашты. Республика етәкселеге күргәҙмә менән танышты һәм ҡатнашыусылар, етештереүселәр менән аралашты.

Өфөлә ВДНХ ЭКСПО күргәҙмәләр комплексында Агросәнәғәт форумы һәм 31-се “Агрокомплекс” халыҡ-ара махсуслашҡан күргәҙмәһе асылды. Уны Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы булышлығында Башҡортостан Хөкүмәте, Ауыл хужалығы министрлығы һәм Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы ойошторған. Форумды асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров ҡатнашты. Республика етәкселеге күргәҙмә менән танышты һәм ҡатнашыусылар, етештереүселәр менән аралашты.


Сараны асыу тантанаһында телекүпер режимында “Акрос РБ” ауыл хужа­лығы техникаһын ремонтлау һәм хеҙ­мәтләндереү буйынса яңы производ­ствоға старт бирелде. Майҙаны 1,5 мең квадрат метрға тиң яңы цех Өфө районында урын­лашҡан. Проектҡа һалынған инвестициялар күләме 220 миллион һум тәшкил иткән. Уны бойомға ашырыу һөҙөмтәһендә предприятие 30 хеҙмәт урыны булдырған. Компания килә­сәктә 1,7 мең квадрат метр майҙанда 100 миллион һумға торошло ремонт-сервис үҙәген төҙөү, шулай уҡ техниканы сервис хеҙмәтлән­дереү өсөн 100 миллион һумлыҡ ҡорамалдар алырға планлаштыра.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров форумдың “Ауыл хужалығы комплексын пандемиянан һуң үҫтереүҙең донъяуи тренды” стратегик сессияһы пленар ултырышында былтыр Башҡортостан Республикаһының экспортҡа сығарған ауыл хужалығы продукцияһы 65,1 миллион долларға үҫеп, дөйөм күләмдең 177 миллион долларға етеүе хаҡында белдерҙе.
Премьер-министр белдереүенсә, Башҡортостан элеккесә ит, ҡымыҙ етештереү буйынса алда бара, һөт, бал тауарҙары һәм йылҡы һаны буйынса – икенсе, эре мөгөҙлө мал башы буйынса өсөнсө урында. Республика ауыл хужалығы продукция­һын тулайым етештереү күләме буйынса 3,2 про­цент өлөш менән Рәсәйҙә – алтынсы, Волга буйы федераль округында икенсе (13 процент) баҫҡыста.
– Тармаҡты һанлаштырыу буйынса билдәле һөҙөмтәләргә өлгәштек. Бөгөн эре агрохолдингтар ғына түгел, ә фермер хужалыҡтары ла эште ҡулайлаштырыу мөмкинлеген биргән һәм аҙыҡ-түлектең сифатын арттыр­ған төрлө һанлы мөмкинлектәрҙе ҡуллана. Шул уҡ ваҡытта пандемияға тиклем интернет-сауҙа аграрийҙар өсөн ауыр өлкә булһа, 2020 йыл онлайнға китеүгә этәргес булды. Фермер аҙыҡ-түлеген тәҡдим иткән интернет-магазиндар трендҡа әйләнде, – тине Андрей Назаров.
Күргәҙмә “гибрид” форматында ойошторолдо. Традицион экспозициялар менән бергә беҙҙең төбәк өсөн үҙенсәлекле онлайн-платформа булдырылған, ул майҙанда барған хәл-ваҡиғаларҙы онлайн режимында ҡарау һәм донъяның төрлө мөйөш­тәренән реаль ваҡытта күргәҙмәлә ҡатнашыусылар менән аралашыу мөмкинлеген дә бирә.
Белеүебеҙсә, “Агрокомплекс” күргәҙмәһе Өфөлә 31-се тапҡыр үткәрелә. Сарала Рәсәйҙең 37 төбәгенән 310 компания ҡатнаша. Шулай уҡ Чехия, Венгрия, Белоруссиянан вәкилдәр килгән. Ә инде Байкал аръяғы крайы, Тверь һәм Омск өлкәләре Өфөлә беренсе тапҡыр үҙҙәренең коллектив стендтарын күрһәтеүҙе ойошторған. Тыштағы майҙанда 159 техника һәм ҙур күләмле ҡоролма экспозицияһы ҡуйылған күргәҙмә эшләне. Шулай уҡ сарала фермерҙар етештергән аҙыҡ-түлек йәрминкәһе лә уҙҙы.
Ҡунаҡтар, ҡатнашыусылар сараны ойоштороу кимәленән ҡәнәғәт ине. Омск ҡалаһынан “СибзаводАгро” йәмғиәте вәкиле Ким Власенко: “Күргәҙмәнең кимәле юғары, бөтә ерҙә лә былай итеп үткәрә алмайҙар”, – тине. Карелия Республикаһынан “Надвоицкий завод ТДМ” йәмғиәте директоры Сергей Алим­пиев: “Беренсе тапҡыр ҡатна­шабыҙ, бик оҡшай, яҡшы ойош­торолған, бөтә төр ауыл хужалығы тауарҙары ҡуйылған. Халыҡ та продукция менән ҡыҙыҡһына”, – ти. Иглин районынан крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Хәсән Иҙиәтул­линды ла осраттыҡ.
“Күргәҙмәгә юғары баһа ҡуйыр инем. Ул – ауыл хужалығы тармағының барлыҡ предприятиелары өсөн дә кәрәкле сара. Мәҫәлән, мин һәр ваҡыт техниканы ошондай күргәҙмәләрҙән алам, сөнки бер урында һайлап, ҡарап алыуы уңайлы, заводтар буйлап йүгереп йөрөмәйһең”, – тип белдерҙе Хәсән Сәғитйән улы. Туймазы ҡалаһынан ҡатнашҡан “Агрохимия” йәмғиәтенең директор урынбаҫары Рөстәм Сәлимов та уның һүҙен хуплап: “Бишенсе йыл рәттән ҡатнашабыҙ, шәп сара. Ойоштороу кимәле йылдан-йыл үҫә. Халыҡ күп килгән, тауарыбыҙ менән ҡыҙыҡһын­ғандар байтаҡ, шулай уҡ элекке уҙаҡташтарыбыҙ менән дә осра­шыуҙар үткәрҙек”, – тине.
Ғөмүмән, форумда 23 тармаҡ сараһы ойошторолдо, шул иҫәптән ауыл хужалығында һанлы техно­логияларҙы индереү, ауыл сәнәғәте кластерын үҫтереү, бәләкәй формала хужалыҡ алып барған предприя­тиеларҙа кластерҙы һәм кооперацияны үҫтереү, тармаҡты техник һәм технологик яҡтан яңыртыу һәм башҡа йүнәлештәр буйынса секциялар, түңәрәк өҫтәлдәр үткәрелде, конкурстарға йомғаҡ яһалды.

Читайте нас