Йәмғиәт
26 Март 2021, 09:23

Һуңғы мәҡәлә...

Мин немец телен бик яраттым. Дәрестәрҙе Урб фамилиялы немец ҡатыны алып барҙы. Яңы һүҙҙәрҙе һәм фразеологик берәмектәрҙе еңел үҙләште­рәм. Нәҡ шул йылдарҙа уҡы­тыу­сы булыу теләге тыуҙы. Йылдар үтте, һәм бер матур көндөң иртәһендә мин – Әлфиә Зәбдинова (Зәйнуллина) университет дипломын алып, мәктәп ишеген астым. Хыялым тормошҡа ашты...

Мин немец телен бик яраттым. Дәрестәрҙе Урб фамилиялы немец ҡатыны алып барҙы. Яңы һүҙҙәрҙе һәм фразеологик берәмектәрҙе еңел үҙләште­рәм. Нәҡ шул йылдарҙа уҡы­тыу­сы булыу теләге тыуҙы. Йылдар үтте, һәм бер матур көндөң иртәһендә мин – Әлфиә Зәбдинова (Зәйнуллина) университет дипломын алып, мәктәп ишеген астым. Хыялым тормошҡа ашты...


Белорет районының иң матур урындарының береһендә Көҙйылға ауылы урынлашҡан. 1954 йылдың 17 майында тыуғанмын. Атайым Муса Зәйнулла улы ғүмер буйы урман хужалығында эшләгән ябай эшсе булды, әсәйем Әспиә Байдәү­ләт ҡыҙы – хужабикә. Ғаиләлә ете бала тәрбиәләндек. Һуңынан Татлы ауылына күсеп килдек, атай-әсәйем беҙҙе үҙ туған телендә уҡытырға теләне.


Татлы мәктәбе коллективы бик көслө булды. Мәҫәлән, немец телен немец ҡатыны Валентина Карловна Урб алып барҙы. Мин һә­ләт­ле уҡыусыларҙың береһе инем, белемде йотоп алдым. Бөтә дә­рес­тәр ҙә еңел бирелде. Бала саҡтан уҡытыусы булырға тигән етди маҡсат ҡуйҙым.

1971 йылда урта мәктәпте уңыш­лы тамамлағас, Башҡорт дәү­ләт университетының рус һәм баш­ҡорт бүлегенә документтарымды тапшырҙым. Имтихандарға әҙерлә­нергә ваҡыт юҡ, сөнки бесән эшлә­гән мәлгә тура килде. Күп балалы ғаилә булғас, малды ишле тоттоҡ, ауыл кешеһенең терәге шул мал­ҡайҙар. Шулай булһа ла, имтихан­дарҙы тик “бишлегә” биреп, универ­ситетҡа уҡырға индем.


Уҡыу еңел бирелде. Ҡала тормошона ла яйлап күнегелде, төпкөл ауылда ҡалған туғандарыма ярҙам иткем килгәс, эшкә урынлаштым, университет эргәһендәге телефон аппаратураһы заводына. Дәрестәр сәғәт икелә тамамлана, ә мин әҙ-мәҙ ашап алам да заводҡа иҙән йыуырға йүгерәм. Киске сәғәт туғыҙға ғына кире ятаҡҡа ҡайтам. Рефераттар яҙырға ла, семинар­ҙарға әҙерләнергә лә өлгөрә инем. Шулай итеп, биш йыл уҡыу осоронда эшһеҙ ултырманым. Тәүге хеҙмәт хаҡын алған көндө яҡшы хәтерләйем. Иҫәп-хисап кассаһы­нан 120 һум бирҙеләр. Ул ҙур байлыҡ ине! Быға ҡушып 45 һум юғары стипендия. Матур итеп кейенеп алдым. Ҡышҡы пальтоға заказ бирҙем, итек һатып алдым. Шулай итеп, мин – ябай ауыл ҡыҙы – баш ҡалабыҙҙың иң бай студентына әйләндем.


Университетты тамамлағас, Белорет районының Сермән ауылына эшкә ебәрҙеләр. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәренән уҡыттым. Тормош иптәшем Мөхәмәт Зәбдиновты осратып, ғаилә ҡорҙоҡ. Дүрт йылдан һуң Межгорье ҡалаһына күстек. Унда ла 30 йылдан ашыу балаларға белем бирҙем. Фиҙакәр хеҙмәтем өсөн “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ булдым, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Мәғариф министрлыҡтарының Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары, дипломдар һәм башҡа маҡтау билдәләре менән бүләкләнеләр.

Хеҙмәттәштәрем дә тәжрибәле, көслө һәм ижади уҡытыусы тип хөрмәт итте. Оҙаҡ йылдар эшләү осоронда үҙемдең уҡытыу һәм тәрбиәләү алымымды булдырҙым. Иң мөһиме – мин балаларҙы яраттым. Уҡыусыларым араһынан инженерҙар, табиптар, эшҡыуар­ҙар, уҡытыусылар, журналистар сығыуы минең өсөн оло ҡыуаныс.


Тормош иптәшем менән бергә биш балаға матур тәрбиә биреүгә өлгәштек, уларҙың барыһы ла юғары белемле. Юлиә Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамланы, Республика балалар клиник дауаханаһында эшләй, ике бала әсәһе. Элиза рәссам-дизайнер, Өфө сәнғәт академияһын тамамланы, өс бала әсәһе. Артур Башҡорт дәүләт университетының физика факультетын тамамланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Себерҙә эшләп йөрөгәндә һәләк булды. Эльмира Башҡорт дәүләт университе­тының иҡтисад факультетын тамамлап, банкта белгес булып эшләй, бер бала үҫтерә. Тимур Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамланы, проект ком­панияһында эшләй.


2012 йылда беҙ балаларға яҡын булайыҡ, ейәндәрҙе тәрбиәләргә ярҙамлашайыҡ тип Өфөгә күстек. Ғүмер буйы эшләп йәшәгәс, өйҙә ултыра алманым – 2013 йылдан алып Өфө ҡалаһының Киров райо­нындағы 18-се мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәттән уҡыттым. Баш ҡаланың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаштым, киң матбуғат саралары менән хеҙмәт­тәш­лек иттем, бер һүҙ менән әйт­кәндә, тормоштан ситләшмәйенсә йәшәнем.


Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Башҡортостан” гәзите менән хеҙмәттәшлек иткән авторыбыҙ Әлфиә Зәбдинова (Зәйнуллина) арабыҙҙан китеп барҙы. Был – уның үҙенең китабы өсөн әҙерләгән һуңғы мәҡәләләренең береһе. Ул ғүмер буйы милли матбуғатҡа тоғро булды. Барлыҡ башҡорт гәзиттәрен һәм журналдарын алдыртты, туғандарын һәм хеҙмәттәштәрен дә яҙылырға өгөтләй ине, балаларына ла, ейәндәренә лә тыуған көндәренә гәзит-журналға подписка бүләк итер булған. Бөгөн Әлфиә Муса ҡыҙының арабыҙҙан китеүенә 40 көн. Уның тормош иптәшенең, балаларының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.


Читайте нас