Мин – Әлмира Таһир ҡыҙы. Тарихҡа бай, матур тәбиғәтле Әлшәй районында донъяға килгәнмен. Әлеге ваҡытта, баш ҡалабыҙ Өфөлә медицина колледжын тамамлап, ошо өлкәлә уңышлы ғына эшләп йөрөйөм.
Атайымдан – сабырлыҡ, рух ныҡлығы, ә әсәйемдән күңел матурлығы һәм нәзәкәтлелек күскән. Бала саҡтан халҡыбыҙҙың сәнғәтенә, мәҙәниәтенә, тарихына ғашиҡмын. Башҡорт телендә төрлө әҫәрҙәр уҡырға яратам.
Ошо матур ғүмерҙең яҡты, яҡшы һыҙаттарын күреп, илебеҙгә кәрәкле кеше булыу маҡсаты менән алған хыялдарыма тоғро ҡалып, яҡты өмөттәр менән йәшәргә ынтылам.
Беҙҙең бәйге дауам итә! Конкурста һынау тотор өсөн түбәндәге талаптарҙы үтәү мөһим: матур, сифатлы фотоһүрәтегеҙ менән бергә үҙегеҙҙең ҡайһы ҡала, район, төбәктә тыуып үҫеүегеҙ, яратҡан шөғөлөгөҙ, ҡаҙаныштарығыҙ тураһында хат яҙып ебәрегеҙ.
1-се турҙа һылыуҡайҙар үҙҙәре менән таныштыра. 2-се турға сығыусылар интернет киңлектәрендә тауыш йыясаҡ.
Финалға үтеүселәрҙе жюри ағзалары баһалаясаҡ. Интернет киңлектәрендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ “Интернет һылыуҡайы” номинацияһында билдәләнәсәк.
Конкурсҡа декабрь айында йомғаҡ яһаласаҡ һәм бәйгелә еңеүсе ҡыҙҙың фоторәсеме гәзит календарын биҙәйәсәк.