Кисә Баймаҡ ҡалаһының Халыҡ ижады үҙәгендә район башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов етәкселегендәге делегация ҡатнашты. Ҡунаҡтар тәүҙә төрлө ауылдар халҡы тарафынан әҙерләнгән бай күргәҙмәләр менән танышты.
Сара хаҡында район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә шундай яҙма менән уртаҡлашты:
"Бөгөн Баймаҡта районы башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте. Урындағы ойошма республикала әүҙем эш алып барғандарҙың береһе булараҡ билдәле, үрнәк итеп күрһәтелә. Йәмғиәткә Башҡортостан Хөкүмәтенән дә юғары баһа бирелә. Ысынлап та, район ҡоролтайы, уның ҡарамағындағы ойошмалар, ир-егеттәр ҡорҙары, “Ағинәйҙәр” клубтары халыҡты берләштереү ниәтендә ҙур эштәр башҡара, аныҡ маҡсатлы проекттарҙы тормошҡа ашыра.
Ҡоролтай рәйесе һәм уның командаһы ҡала-райондың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индерерҙәй проекттар булдырҙы, уларҙы әүҙем тормошҡа ашыра. “Сәләмәт ауыл”, “Мул һыулы Һаҡмар”, “Ҡоролтай аллеяһы”, “Иң күп китап уҡыусы бала”, “Мәргән уҡсы”, “Йыл ҡоролтай рәйесе”, “Һаҡмар” гәзитен – һәр йортҡа!”, “Туған телде һаҡлау һәм үҫтереү” проекттарында бөгөн ауыл биләмәләре, төрлө хеҙмәт коллективтары, мәктәптәр, балалар баҡсалары, йәмәғәт ойошмалары сәмләнеп ҡатнаша. Был акциялар йылдан-йыл ҙурыраҡ абруй яулай бара, ҡатнашыусылар һаны ла арта. Район башҡорттары ҡоролтайына, уның ағзаларына артабан да емешле хеҙмәт, эштәрендә уңыштар теләйем".
Сара аҙағында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов иң әүҙем ағзаларҙы бүләкләне.
Фото: Баймаҡ район хакимиәте сайты.