Күптәр Марсель Байдәүләтовты "Юлдаш" йыр-моң каналы алып барыусыһы булараҡ яҡшы хәтерләйҙер.
Артабан Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә эшләй, уның етәксеһе була. Күптән түгел иһә хеҙмәт урынынан үҙ теләге менән китеп, яңы вазифаға тәғәйенләнгәне хаҡында мәғлүмәт бирелде. Марсель Илдар улы артабан да үҙ йүнәлешендә эшен дауам итәсәк. Ул “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе итеп тәғәйенләнгән.
Коллегабыҙға яңы эшендә лә уңыштар теләйбеҙ!
Фото: М. Байдәүләтовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.