Өфөлә иртәгәнән башлап биләмәләрҙе төҙөкләндереү, йәшелләндереү һәм таҙартыу буйынса өмәләр башлана.
Улар 30 апрелгә тиклем дауам итәсәк. Дөйөм ҡала өмәләре 10 һәм 24 апрелгә планлаштырылған.
Бер ай арауығында тирә-яҡты йәшелләндереү, юлдарҙы, тротуарҙарҙы, ҡоймаларҙы, биналарҙың кәрниздәрен ремонтлау, транспорт йөрөгән юл өлөштәрен таҙартыу кеүек эштәр башҡарыласаҡ, сүп-сар йыйыласаҡ. Предприятие, ойошмалар үҙҙәренә тәғәйен биналарҙы, биләмәләрен тәртипкә килтерергә тейеш.
Өмәләр ваҡытында бар ойошмаларҙан ҡаты ҡалдыҡтарҙы ҡабул итеү бушлай. Торлаҡ предприятиелары сүп-сарҙы 29 марттан алып 15 июнгә тиклем тапшыра ала.
Өфө ҡалаһы хакимиәте дөйөм эш менән ҡалабыҙҙы матурландырыу мөмкинлеген билдәләй, барыһын да өмәләргә ҡушылырға саҡыра.