Йәмғиәт
29 Март 2021, 11:45

Алдынғы урындарҙың береһен биләйбеҙ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы, генерал-лейтенант Дмитрий Касперович менән осрашты.

29 мартта Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров илдең Хәрби Көстәр Генераль штабы Баш ойоштороу-мобилизация идараһы начальнигының беренсе урынбаҫары, Рәсәй Геройы, генерал-лейтенант Дмитрий Касперович менән осрашты.
Осрашыуҙа Үҙәк хәрби округ ойоштороу-мобилизация идараһы начальнигы Александр Линьков, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов һәм республиканың Хәрби комиссары Михаил Блажевич та ҡатнашты.
Дмитрий Касперович Генераль штабтың 23 – 31 мартта профилле федераль министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре менән берлектә Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә йәшәгәндәрҙең хәрби әҙерлеккә конкурсы сиктәрендә төбәк эшен тикшерәсәк Үҙәк конкурс комиссияһына етәкселек итә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: был йәһәттән Башҡортостан Үҙәк хәрби округына ингән 29 төбәк араһында яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән. Республика, хәрби саҡырылыш буйынса планды үтәп, ил Президенты Владимир Пуин ҡуйған планды үтәне. Былтыр Рәсәйҙең Хәрби Көстәре сафтарын республиканан 9 мең яңы саҡырылыусы тултырҙы. Хәҙер Башҡортостан федераль төбәктә еңеүгә өмөт итә.
– Беҙҙә хәрби саҡырылышты юғары кимәлдә ойоштороу буйынса күптәнге йолалар бар. Егеттәребеҙ һәр саҡ тәртипле һәм намыҫлы булыуы менән айырылып торҙо, – тине Радий Хәбиров. – 2020 йылда Генераль штаб республика алдында сроклы хеҙмәткә 9 мең кеше саҡырыу тураһындағы маҡсатты ҡуйғайны. Коронавирус пандемияһына ҡарамаҫтан, намыҫ менән был мәсьәләне тормошҡа ашырҙыҡ. Киләсәктә лә шикләнмәгеҙ – Рәсәйҙең Оборона министрлығын һынатмаясаҡбыҙ. Башҡортостанда хәрби саҡырылышҡа тиклемге эш ныҡ үҫешкән, 300 тирәһе хәрби-илһөйәрлек клубы, 50 эҙләү отряды эшләй. Александр Доставалов исемендәге Өфө кадет мәктәбе, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге мәктәп-интернат тәрбиәләнеүселәре менән ғорурланабыҙ. Хәҙер Шишмә районында “Патриот” хәрби-илһөйәрлек паркын ойоштороу тураһындағы проект өҫтөндә эшләйбеҙ.
– Башҡортостанда хәрби хеҙмәткә әҙерлек буйынса ҙур эш атҡарыла, – тип белдерҙе Дмитрий Касперович. – Һеҙҙең республика ил төбәктәре араһында хәрби саҡырылыш буйынса алдынғы урындарҙың береһен тиккә генә биләмәй. Ошо көндәрҙә бер нисә саҡырылыш пункттарында буласаҡбыҙ, урындағы комиссиялар эшен баһалаясаҡбыҙ.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас