Йәмғиәт
29 Март 2021, 11:30

Бүздәктәр сәләмәт тормош яҡлы

Ошо көндәрҙә Бүздәк районы хакимиәте башлығы Азат Арыҫланов тыуған көнөн билдәләй!

Ошо көндәрҙә Бүздәк районы хакимиәте башлығы Азат Арыҫланов тыуған көнөн билдәләй! Азат Марат улына тынғыһыҙ эшендә уңыштар һәм һаулыҡ теләйбеҙ!
Бүздәк районында командировкала саҡта халыҡтың сәләмәт тормош алып барыуын күреп, хайран ҡалдыҡ. Олоһо ла, кесеһе лә саңғыға баҫҡайны, парк тулы кешеләр ине.
– Рәттән 4-се йыл предприятие һәм ойошма коллективтары араһында район хакимиәте башлығы Кубогына Спартакиада үткәрәбеҙ, – тип һөйләне Бүздәк районы хакимиәте башлығы Азат Арыҫланов. – Быйыл был сара Һаулыҡ һәм оҙон ғүмерлелек йылына арналды. Ғәҙәттәгесә, район хакимиәте командаһы унда һынатманы. Физкультура-һауыҡтырыу комплексында уҙғарылған ярышта тағы ла “Газсервис”, “РЭС”, “ПЧ-71”, юл-ремонт төҙөлөш идаралығы йәмғиәттәре ҡатнашты.
Фото: Азат Арыҫлановтың "Бәйләнештә” селтәренән.
Читайте нас