Башҡортостан
+20 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Йәмғиәт
29 Март 2021, 14:30
Бушлай яңы һөнәр алғығыҙ киләме?
Уҡыу өсөн “Работа в России” порталы аша ғариза бирергә мөмкин. Программала кемдәр ҡатнаша ала?
Заман талап иткән һөнәрҙәр буйынса уҡып сығыу өсөн “Работа в России” порталы аша ғариза бирергә була.
Программала мәшғүллек үҙәктәрендә иҫәптә торған эшһеҙҙәр, 50 йәштән өлкәндәр, бала ҡарау буйынса ялдағы ҡатындар һәм ете йәшлек балаһы булған әсәләр ҡатнаша ала.
Уҡыу республикала булған һәм перспективалы йүнәлештәр буйынса алып барыласаҡ. Ғариза биреү өсөн “Работа в России” порталына инергә, үҙеңдең төбәгеңде, программаны, белем биреү ойошмаһын һайларға кәрәк. Уҡытыу бушлай алып барыласаҡ.
Эшһеҙҙәргә яңы һәм бөгөн мохтажлыҡ булған һөнәр алыу программаһы “Демография” милли проекты менән ҡаралған. Вакансиялар эҙләү, урынлаштырыу өсөн берҙәм интернет-портал Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдиме менән 2020 йылдың майында булдырылған. Уға ярашлы граждандар һәм эш биреүселәр мәшғүллек өлкәһендә тәҡдимдәрҙе электрон формала бирә, эҙләй ала. Шулай уҡ эшһеҙҙәр, хәүеф төркөмөндә булғандар һөнәри белем алыу мөмкинлегенә эйә.
Был тәҡдим менән файҙаланырға теләгәндәр ошо
https://trudvsem.ru/auth/login/candidate
һылтанма буйынса инә ала.
Фото:
защита-пациентов.рф
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"