Ағиҙел ярында смотр майҙансығы, спорт һәм ял зоналары, башҡа объекттар балалар фантазияһы емеше түгел, ә киләсәктә ысынбарлыҡҡа әүерелергә тейешле пландар. Әле конкурсҡа ғариза тапшырырға әҙерләнәләр. Проект еңеп сыҡҡан осраҡта яр буйын төҙөкләндереүгә ферелаь ҡаҙнанан аҡса бүленәсәк. Эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Уҡыусылар менән дизайн-уйын ойошторҙолар. Улар үҙҙәренең логотиптарын һәм йәмәғәт киңлеге атамаларын уйлап тапты, ҡалалағы ыңғай һәм кире яҡтарҙы билдәләне, дүртөйлөләргә үҫеш, ял өсөн нимә етмәүе тураһындағы фекерҙәре менән уртаҡлашты, мауыҡҡан шөғөлдәре хаҡында һөйләне. Балалар шулай уҡ “Белем алғандан һуң тыуған ҡалаға әйләнеп ҡатыу теләге бармы?”, “Кем һеҙҙең өсөн ысын өлгө булып тора?” тигән һорауҙарға яуап бирҙе.