Тауыш биреүҙә 14 йәше тулған һәр Рәсәй гражданы ҡатнаша ала. Иң күп тауыш йыйған объекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектына ярашлы 2022 йылда төҙөкләндерелгән биләмәләр исемлегенә индерелә.