Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Владимир Куликов “Бәйләнештә” селтәрендә ҙур шатлығы менән бүлешкән.
"Ҡазан ҡалаһында көрәш буйынса Рәсәй беренселеге булды, унда беҙҙең спортсыларыбыҙ сираттағы мәртәбә ҙур еңеүҙәр яуланы, – тип яҙған Владимир Иванович. – Даниил Сөләймәнов менән Рубир Раджабов 60 һәм 80 килограмм ауырлыҡ категорияһында икенсе урынды алып ҡыуандырҙы. Егеттәрҙе тренерҙары Динар Аҡҡужин көсөргәнешле ярышҡа ныҡлап әҙерләне. Ғөмүмән, ҡалабыҙҙа спортҡа ҙур иғтибар бүлергә тырышабыҙ. Сәләмәт тормош алып барғандар, спорт менән дуҫ булғандар һәр йәһәттән дә уңышҡа өлгәшә".
Әйткәндәй, үҙе лә спорт яратҡан, бүтәндәрҙе сәләмәт тормошҡа әйҙәгән Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Владимир Куликов тыуған көнөн билдәләй. “Башҡортостан” гәзите редакцияһы уны ошо уңайҙан ихлас ҡотлап, иң изге теләктәрен юллай.
Фото Владимир Куликовтың “Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.