“Атайым Данир Үзбәковҡа ошо көндәрҙә 85 йәш тулған булыр ине. Ул беҙҙе мәңгелеккә ташлап киткәнендә һис тә ҡарт түгел – ыҡсым, ыҫпай, йыйнаҡ ҡиәфәтле, йәш сырайлы, үткер зиһенле, аҡыллы кеше ине. Уның миңә, баш балаһына, мөнәсәбәте бөтөнләй башҡасараҡ булды – иң өлкән ҡыҙы өсөн күп тырышлыҡ, хеҙмәт һалды һәм шуны уҡ минән өмөт итте.
Миңә унан китаптарға сикһеҙ мөхәббәт, белемгә ынтылыш, уҡыуға ҡомарлыҡ “йоҡҡандыр” ҙа. Мәктәпкә ата-әсәләр йыйылышына кинәнеп йөрөнө, уның ҡәнәғәт төҫтә өйгә ҡайтып инеүен күреп, үҙем дә һөйөнә торғайным. Әлбиттә, балаларына ҙур талаптар ҡуйырға ғәҙәтләнгән атайымдың көткән өмөттәрен тулыһынса аҡларға ла тура килмәгәндер, әммә һәр саҡ уның һөйөүен һәм ярҙамын тойоп үҫтем. Минеңсә, ул бөтә өлкәлә лә бирелеп эшләү һәләтенә эйә булған балалары менән эстән генә ғорурланғандыр кеүек. Һеңлем Әминә менән ҡустым Эльдар – үҙҙәренең эшмәкәрлегендә ҙур уңышҡа өлгәшкән егәрле шәхестәр.
Һуңғы көнөнә тиклем ул, беҙҙе йылы һүҙҙәре менән дәртләндереүҙән тыш, матди яҡтан да ярҙам итте. Өс бала үҫкән ғаиләлә артыҡ аҡса булмауы билдәле инде, атайым ғүмер буйы тәржемә менән шөғөлләнде, тик торғанын һис хәтерләмәйем. Туған телен сикһеҙ яратты һәм уның нескәлектәрен яҡшы белде. Дәреслектәрҙе әҙерләүҙән тыш, “Башҡортостан энциклопедияһы”на материалдар тәржемәләне. Бик күп яҡын һәм алыҫ туғандары, дуҫ-иштәре, таныштары уны бөгөн дә яҡшылығы, кешелеклелеге өсөн иҫкә төшөрөп рәхмәт әйтәлер төҫлө, сөнки ул күптәргә тормошта үҙ юлын табырға, уҡырға, белем алырға ярҙам итте. Бар яҡтан да тәртипле, ҡоростай ныҡлы йәшәү принциптары булған атайымдың күңеле йомшаҡлығын, тиҙ рәнйеүсән, күңеле кителеүсән икәнлеген дә белә инем.
Уның өс ейәнсәре һәм ейәнен нисек яратыуын күрһәгеҙ икән! Олатайҙары менән уларҙың байтаҡ ваҡытын үткәргәненә шатланып бөтә алмайым. Хатта атайымдың ҡайһы бер һыҙаттарын балаларҙа күрәм. Уның ниндәй тоғро тормош юлдашы, иғтибарлы һәм ихтирамлы ғаилә башлығы булыуы тураһында әсәйем яҡшыраҡ һөйләй алыр ине, әлбиттә. Әсәйем Наилә – уның беренсе һәм һуңғы мөхәббәте, үҫмер саҡта педагогия училищеһында танышып, оло ғүмер юлы үткән татыу парға һоҡланмаған кеше булмағандыр. Атайым тураһында тағы ла әллә күпме хәтирәләрем менән уртаҡлаша алыр инем, барыһы ла кисәгеләй иҫтә. Өлгөргәнлек осорона баҫҡас та, уның нисек етмәгәнен тоям, бик һағынам...”
Иҫтәлекле бала саҡ хәтирәләре менән республикабыҙҙың хөрмәтле улдарының береһе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, күренекле шәхес Данир Камалетдин улы Үзбәковтың Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәгән өлкән ҡыҙы, белеме буйынса микробиолог Динә Снарская уртаҡлашты.
“Башҡортостан” гәзитен даими алдырып уҡыусылар Хәйбулла районының Әбеш ауылында тыуып үҫеп, Темәс педагогия училищеһын, Ленинград юғары партия мәктәбен тамамлап, матбуғат өлкәһендә эшләгән, Министрҙар Советы аппаратында, Башҡортостан дәүләт комитетының архив эштәре буйынса рәйесе вазифаһын башҡарған шәхес тураһында белмәй булмаҫ, сөнки был сағыу яҙмышлы, оло йөрәкле уҙамандың эшмәкәрлеге хаҡында йылы һүҙҙәр гәзит биттәрендә аҙ әйтелмәне. 1995 йылдың 30 декабрендә гәзиттә уға төшөрөлгән дуҫтарса шаржда ғына күпме халыҡ мөхәббәте ярылып ята ине:
Халыҡ күңелендә әле лә яҡты ғәмәлдәре менән йәшәгән шәхестең ҡыҫҡаса хеҙмәт юлына күҙ һалайыҡ. Данир Камалетдин улы Темәс педагогия училищеһын тамамлағас, Хәйбулла райондары мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй, аҙаҡ район гәзите редакцияһына эшкә күсерелә. Юғары партия мәктәбен тамамлағас, Балаҡатай районында барлыҡҡа килгән “Яңы тормош” район гәзитенә мөхәррир итеп ебәрәләр. 1969 йылдан Башҡортостан китап нәшриәтендә уҡыу-педагогик әҙәбиәт бүлеге мөхәррире, Министрҙар Советы аппаратында өлкән референт... Аҙаҡ Министрҙар Советы эргәһендәге Архив идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнә, 1991 йылдан Архив эштәре буйынса комитет рәйесе вазифаһын атҡара.
Данир Үзбәковтың ошо һынылыш йылдарындағы эшмәкәрлеген уның фекерҙәштәренең хәтирәләре яҡшыраҡ күҙ алдына килтерергә ярҙам итә. “1990 йылдар башында, Совет власы бөтөп, икебеҙ ҙә Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары булған, республиканы бөтә яҡтан әүҙем һәм тәрән яңыртыу башланған осорҙа шәхсән аралашыуҙан тыш, күп кенә рәсми эштәрҙе бергәләп башҡарҙыҡ, – тип яҙҙы уның замандашы, иҡтисад һәм философия фәндәре докторы Хәлил Барлыбаев. – Ошо һынылыш дәүерендә халҡыбыҙҙың, республикабыҙҙың, айырым ойошмаларҙың һәм шәхестәрҙең тарихи яҙмаларын һаҡлап ҡалыу, уларҙы туплау, системаға һалыу, халыҡҡа еткереү бик мөһим мәсьәлә ине, сөнки яҙма тарихһыҙ халыҡ ысын мәғәнәһендәге халыҡ иҫәбенә инә алмай. Данир Камалетдин улы күп йылдар Башҡортостандың архив эштәре буйынса дәүләт идаралығын етәкләп, уны аҙаҡ Дәүләт комитеты дәрәжәһенә күтәреп, матди һәм финанс базаһын нығытыуға, республикабыҙ мәҙәниәте үҫешенә ҙур өлөш индерҙе. Ҡыҫҡаса әйткәндә, Данир Камалетдин улын киҫкен боролош осоронда республикабыҙҙа яңы архив системаһына нигеҙ һалыусы тип иҫәпләргә була”.
Темәс педагогия училищеһында бергә белем алған һабаҡташы, филология фәндәре кандидаты Зыя Әбсәләмовтың иҫтәлектәрендә лә шәхес хаҡында йылы һүҙҙәр әйтелә. “Дуҫымды һуңғы юлға оҙатҡанда Өфө ҡалаһы архивтарының береһенә етәкселек иткән рус ҡатыны, күҙ йәштәрен түгә-түгә, “ул беҙҙе подвалдарҙан яҡты донъяға сығарҙы” тип баш эйеп, барыһы исеменән рәхмәт әйткәйне. Халыҡ рәхмәтенән дә ҙурыраҡ баһа юҡтыр, моғайын”.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариатында бүлек мөдире булып оҙаҡ йылдар эшләгән ҡыҙҙары Әминә Данир ҡыҙының хәтирәләре атайҙарына бөтмәҫ-төкәнмәҫ рәхмәт һүҙҙәре булып яңғырай:
– 1970 – 1980 йылдар күптәрҙең иҫендәлер әле. Беҙҙең гүзәл балалыҡ йылдары бит улар, нисек хәтерләмәҫкә мөмкин?! Хатта магазин кәштәләренең бушлығы, тауарҙарҙың ярлылығы ла бәхетле бала саҡ мәлен төҫһөҙләндерә алманы. Кешеләр донъя көтөү өсөн келәмдәргә, йорт йыһаздарына яҙылып, айҙар буйы көтөп ыҙаланған осор, гәлсәр һауыт-һабаға һыу буйы сират һуҙылған заман...
Ә беҙ апайым Динә һәм ҡустым Эльдар менән атайыбыҙҙың эш хаҡы алған көнөн түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Ни өсөн тигәндә, ул ошо көндә ҡалын ауыр портфеле менән бергә болонья туҡымаһынан тегелгән сумкаһын күтәреп ҡайтып инә. Беҙ, сисенгәнен дә көтмәй, атайыбыҙға ташланабыҙ. Ә ул, ҡәнәғәт төҫ менән бәхетле йылмайып, ашыҡмай ғына сумкаһына үрелә... Тәмлекәстәр, уйынсыҡтар сығарып, балаларын һөйөндөрмәкселер инде, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ! Атай һәр беребеҙҙең йәшенә, ҡыҙыҡһыныуына ҡарап, китаптар ала. Ниндәй генәләре юҡ ине уларҙың – мажаралар, фантастика, хәҙерге заман һәм рус классик әҙәбиәте, детективтар, фәнни, популяр әҫәрҙәр, журналдар... Кибеп тә өлгөрмәгән типография буяуҙары еҫе аңҡыған, шығырҙап торған яңы баҫма биттәрен асып, нисек һөйөнә торғайныҡ! Аҙаҡ мауыҡтырғыс китап эсенә сумғаныбыҙҙы һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ, ҡайһы саҡ бер нисә китапты алмаш-тилмәш уҡығанымды яҡшы хәтерләйем. Бәхетле бала сағыбыҙ ине был!
Маҡсатыбыҙ – иҫтәлеген яңыртыу
Беҙҙең иң оло байлығыбыҙ ҙур белемгә һәм тәрбиәгә эйә булған атайымдың ҡәҙерләп йыйған иҫ киткес бай китапханаһы ине. Ул барыбыҙ өсөн дә баһалап бөткөһөҙ ғилем һәм шатлыҡ сығанағы, ғаилә шөғөлө булды. Ҡайһы берәүҙәр ҡағыҙ тышлы китаптарҙы иҫкергән мәғлүмәт сығанағы, интерьерҙы йәмләгән предмет тип кенә иҫәпләһә лә, минең өсөн бер ни ҙә үҙгәрмәне. Китап магазиндары һаман да үҙенә тартҡан тылсымлы көскә эйә, ә китапты ҡулға алып уҡыу ҙур ҡәнәғәтлек тыуҙыра. Бик күп китап һөйөүселәр өсөн дә шулайҙыр, тип уйлайым, – ти Әминә Данир ҡыҙы.
Ағайҙың тыуыуына 85 йыл тулған көндәрҙә, коронавирус шашыуын дауам иткән, ыжғыр февраль һыуығы редакция бүлмәләрен ярайһы һыуытҡан мәлдә беҙгә Данир Камалетдин улының хәләл ефете Наилә Ғизетдин ҡыҙы килеп инде. Ул ағай менән етәкләшеп бергә үткән алтмыш йылға яҡын тормош юлы хаҡында иҫтәлектәре менән ихлас уртаҡлашты. Апайҙың һәр һүҙенән ҙур ғүмер кисергән иптәшенә, ғаилә башлығына, өс бала тәрбиәләгән атайға ҡарата сикһеҙ хөрмәт, ихтирам тойғоларын тойҙоҡ.
“Ул ғүмер баҡый, “минең ике байлығым бар: береһе – китап, икенсеһе – балаларым”, тиер ине. Шөкөр, балаларыбыҙ өмөттәребеҙҙе аҡланы, барыһы ла уҡып, һөнәр алып, үҙ урындарын тапты. Эльдар улыбыҙ – әле “Интел КО” концерны (“Нерал” компаниялар төркөмө) яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры. Ҡыҙҙарыбыҙ ҙа тырыш, уңған, хеҙмәттәрендә алдынғы булды. Бер-беребеҙҙе аңлап, ихтирам итеп йәшәнек, бәхетле булдыҡ, тик уның әле беҙгә етмәүе ныҡ һиҙелә, юҡһыныуыбыҙ көслө”, – ти Наилә апай.
Алтмыш йылға яҡын матур пар, олоғайғансы бер-береһенә терәк булып, хәстәрлек күреп йәшәгән, итәғәтле балалар үҫтергән, олпат йәштә лә бер-береһенә һөйөү һаҡлаған ғаиләләр бәхетле! Тормош иптәшенең яҡты иҫтәлеген йөрәгендә ҡәҙерләп һаҡлап йөрөткән һәм уны башҡалар менән ихлас уртаҡлашҡан Наилә апайға һоҡланмау мөмкин түгел.
“Ҡыҙҙар араһында бер бөртөк малай булып үҫте ул. Атай-әсәйем уны һәр яҡтан камил итеп үҫтерергә тырышты. Әсәйҙән иртә ҡалһаҡ та, ағайым арҡаһында үҙебеҙҙе яҡлауһыҙ етем итеп тойманыҡ. Өсөбөҙ ҙә уның һымаҡ кешелекле, намыҫлы, белемле булырға ынтылдыҡ. Үҙе иҫән сағында ла рәхмәттәремде еткерә инем. Ғүмер буйы ағайыма бурыслымын, бөтә уңыштарым уның хәстәренә бәйле”, – был һүҙҙәр ағаһын юҡһынып иҫенә төшөргән һеңлеһе Гөлйыһан Фазлыеваныҡы.
Ул юридик институтҡа уҡырға инеп, аҙаҡ судья булып китеүен бары ағаһының кәңәштәре һөҙөмтәһе тип иҫәпләй. Яҡындары, хеҙмәттәштәре, таныштары, туғандары Данир Камалетдин улының изгелектәрен, яҡшылыҡтарын йөрәктәрҙән-йөрәккә күсерә. Күңел хазинаһы хәтерҙән юйылмағанда, быуындар бәйләнеше лә, кешене көслө иткән рух та йәшәйәсәк тигән һүҙ. Маҡсатыбыҙ ҙа – шәхестең эшмәкәрлегенә байҡау түгел, ә уның яҡты иҫтәлеген яңыртыу, хөрмәтләп иҫкә алыу.