Йәмғиәт
30 Март 2021, 14:30

"Бай тәьҫораттарҙы әйтеп аңлатырлыҡ түгел"

Бөгөн Дәүләкән районы хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәновтың тыуған көнө. Ихлас ҡотлайбыҙ!

Бөгөн Дәүләкән районы хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәновтың тыуған көнө! Уны “Башҡортостан” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре күркәм байрамы менән ихлас ҡотлап, тынғыһыҙ эшендә уңыштар теләй.
Дәүләкән тарафтарында командировкала саҡта ла, Өфөлә ойошторолған төрлө сараларҙа осрашҡанда ла Илгиз Мөхәмәтйәнов сәнғәткә ғашиҡ кеше булыуы иғтибарҙы йәлеп итте. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә ул “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә театрҙа булыуы тураһында шатлығы менән уртаҡлашҡан.
"Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында булдым, – тип яҙған Илгиз Фәнил улы. – “Ат уйнатып алдан бара...” спектаклен ҡараным. Сәхнә әҫәре легендар генерал Миңлеғәле Шайморатов һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһында. Бай тәьҫораттарҙы әйтеп аңлатырлыҡ түгел".
Фото Илгиз Мөхәмәтйәновтың “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән.
Читайте нас