Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә күп фатирлы йорттарҙа башҡарылған капиталь ремонттар сифаты тураһында һүҙ булды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт башҡарыу буйынса төбәк операторының генераль директоры Павел Сафоновтың сығышы менән ҡәнәғәт булманы һәм шелтәләне.
Радий Хәбиров белдереүенсә, иң күп ялыуҙар “Стройресурс” компанияһы эшмәкәрлегенә ҡарата килгән. Билдәле булыуынса, былтыр был подряд ойошмаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһында ҡыйыҡтарҙы капиталь ремонтлау буйынса тендерҙа еңеп сыҡҡан. Тик үҙҙәренең эшселәре һәм техникаһы булмау арҡаһында был эштәргә ярҙамсы подрядсыларҙы йәлеп итмәксе булған. Әммә бер ойошма ла уларҙың эшен алмаған.
– Был компания етәкселәре түбән квалификациялы эшсе көсөн йыйған, ә ҡыйыҡ ремонтлауҙы тәжрибәле, профессиональ эшселәр башҡарырға тейеш. Улар эштәрҙе ваҡытында башҡарырбыҙ тип йәй көнө 11 йорттоң ҡыйығын асҡан. Ә эшселәр һаны 15 кенә булған һәм даими рәүештә бер объекттан икенсеһенә күсеп йөрөгән. Һуңғараҡ ямғырҙар башлана, ә был йорттар ҡыйыҡтары асыҡ килеш ҡала. Һөҙөмтәлә 130 фатирға һыу инә һәм зыян күрә. Ҡыйыҡты октябрь аҙағы – декабргә тиклем ремонтлайҙар. Ул ғына түгел, эштәр ваҡытында тупаҫ хаталар ебәрелә, - тип әрләне уларҙы Радий Хәбиров.
Дөйөм алғанда, был компания 195 фатирға матди зыян килтергән. 31 фатир уларҙан әле һаман компенсация ала алмай.
Был осраҡта шуныһы ҡыҙыҡ, “Стройресурс” компанияһы 2021 йылда йәнә ҡыйыҡ ремонтлау буйынса тендерҙа ота. Улар быйыл 800 миллион һумлыҡ объект алған.
– Һеҙ унда нимә эшләйһегеҙ ул? Был турала мин алдараҡ ишетеп ҡалһаммы... Ни өсөн миңә ваҡытында әйтелмәне? – тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе Радий Фәрит улы.
Стәрлетамаҡта “Стандарстрой” компанияһы ла халыҡҡа зыян килтергән. Улар "Стройресурс” менән берлектә бер йорттоң ҡыйығын һүтеп ташлаған да “онотҡан”. Был йорт ай ярымдан ашыу ваҡыт ҡыйыҡһыҙ килеш ултырған. Ҡойма ямғырҙар арҡаһында тиҫтәләгән фатир һыуға батҡан. Ошо ваҡыт эсендә эшселәрҙең дүрт бригадаһы алмашынған.
– Стәрлетамаҡтағы был хәлдәр мәғәнәһеҙлек һәм яуапһыҙлыҡ миҫалы. Конкурс сараларын ойоштороу системаһы һөҙөмтәһеҙлеген күрһәтте. Һәр ҡала һәм районда булған урындағы төҙөлөш бригадалары унда ҡатнашмай тиерлек. Күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонтты тәжрибәле эшселәре һәм кәрәкле техникаһы булған компаниялар башҡарырға тейеш. Йыл һайын капиталь ремонт өсөн өс миллиард һум самаһы аҡса йыйыла, был халыҡтың үҙ аҡсаһы, – тине ул.
Радий Фәрит улы Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Бәшировҡа был өлкәлә тәртип булдырыу өсөн тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Был эштә муниципалитет башлыҡтары ла әүҙем булырға тейеш. Ә намыҫһыҙ подрядсыларҙы “ҡара” исемлеккә индерергә кәрәк.
– Йорттарҙы капиталь ремонтлау, ихаталарҙы төҙөкләндереү һәм подъездарҙы комплекслы ремонтлау эштәре бер тәртипкә һалынырға тейеш, – тине Радий Хәбиров. – Тағы бер айҙан был мәсьәлә буйынса һөйләшеү буласаҡ, әҙер тороғоҙ.