Йәмғиәт
30 Март 2021, 14:00

Гран-при - Ишембай ҡыҙы Дианала!

Был матурлыҡ конкурсында кейәүгә сыҡҡан һәм балалары булған ҡатын-ҡыҙ ҡатнаша. Уларҙы һөнәри уңыштары буйынса ла баһалайҙар.

Башҡортостанда матурлыҡ бәйгеләре йыш үтеп тора. 28 мартта Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Башҡортостан королеваһы-2021” конкурсы финалы уҙҙы. Ғәҙәттә, матурлыҡ бәйгеләрендә йәш ҡыҙҙар көс һынашһа, быныһында кейәүгә сыҡҡан һәм балалары булған ҡатын-ҡыҙ ҡатнаша. Уларҙы тәбиғи матурлыҡ ҡына түгел, ә һөнәри уңыштары буйынса ла баһалайҙар.
Быйыл был конкурста Ишембай ҡыҙы Диана Мирғәләүетдинова еңеп сыҡты. Ул уңышлы бизнес-леди ла, бәхетле хужабикә лә. Ире менән Тимур исемле ул үҫтерә.
Диана бәләкәй саҡтан ижад һәм спорт менән ҡыҙыҡһына. Барлыҡ ҡала сараларында, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Бейей, йырлай, ғөмүмән, тормошон сәхнәһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмай. Уның бихисап грамоталары, дипломдары, рәхмәт хаттары ла оҫталығы, уңғанлығы тураһында һөйләй.
Ә спорт менән улар бар ғаиләһе менән бергә шөғөлләнә. Ҡыш бергәләп мәкегә сумалар, тау саңғыһын үҙ итәләр. Диана буш ваҡыттарын китап уҡыуға, бизнес буйынса үҫешеүгә арнай. Ижадҡа булған һөйөүе һөнәрендә лә сағылыш таба. Ул инде алтынсы йыл милли һәм сәхнә костюмдары теккән предприятие етәксеһе. Ә яңыраҡ ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн эксклюзив дизайнер әйберҙәр селтәрен дә булдырған.
Әлеге конкурсҡа килгәндә, ул бер нисә этапта үтә, кастингтар була. Финалда ҡатын-ҡыҙҙар жюри ағзалары өсөн үҙ эшмәкәрлеген сағылдырған бүләк тә әҙерләй. Диана башҡорт милли кейемендәге ҡурсаҡ әҙерләгән. Ярышта гүзәл заттарҙың үҙҙәрен күрһәтә белеүен, тышҡы ҡиәфәтен, ораторлыҡ һәләтен, талантын баһалайҙар.
Башҡортостандың төрлө төбәктәренән килгән ун финалсы араһында Гран-при яулаған Диана артабан “Миссис Рәсәй-Донъя-2021” Бөтә Рәсәй матурлыҡ конкурсында республика исеменән сығыш яһаясаҡ. Һәләтле, сибәр яҡташыбыҙға уңыштар теләйек!
Фото Диананың шәхси архивынан.
Читайте нас