Бөгөн Борай ауылында “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академияһы булды. Ул төрлө эшмәкәрлек өлкәһендәге һәм төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙы йыйҙы. Район мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда көн буйы оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар, табиптарҙың консультациялары, күргәҙмәләр ойошторолдо.
“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академияһын республика Башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова асты. “Хәйерле көн, ҡәҙерле Борай районы ҡатын-ҡыҙҙары! Бөгөн һеҙҙең менән бергә булыуыма бик шатмын. Бер йыл элек һеҙҙең менән “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе”н үткәрергә ниәтләгәйнек, тик пандемия осрашыуыбыҙҙы кисектереп торҙо. Шуға күрә әлеге сара айырыуса ҡыуаныслы булды, көтөп алынды! Бөгөн һеҙгә табиптар, лекциялар үткәреү, аралашыу өсөн төрлө белгестәр килде. Беҙҙең проектты хуплаған өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Барығыҙға ла һөҙөмтәле көн теләйем. Ул мөмкин тиклем файҙалы үтһен. Белгестәр бында саҡта һорауҙарығыҙҙы биреү мөмкинлегенән файҙаланығыҙ”, – тине Каринэ Владимировна.
Артабан ҡунаҡтарҙы Борай районы хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев сәләмләне.
Район мәҙәниәт йортонда алдан яҙылыу буйынса балалар белгестәре - невролог, эндокринолог, травматолог-ортопед, акушер-гинеколог ҡабул итте, өлкәндәргә онколог-маммолог консультация бирҙе. Табипҡа 124-тән ашыу кеше күренде, 43 ҡатын-ҡыҙ маммография тикшереүен үтте.
Физик сәләмәтлектән тыш, сарала ҡатнашыусылар психик һаулығы хаҡында ла хәстәрлек күрҙе. “Ғаилә” төньяҡ район-ара үҙәге психологтары һәм ғаилә медиаторҙары консультация ойошторҙо. Район халҡы, ғаилә хеҙмәте белгестәре бала тәрбиәләү мәсьәләләре, бала менән ата-әсә, ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәр тураһында һөйләште. Консультацияға 25 ҡатын-ҡыҙ килде.
Мәҙәниәт йортоноң тамаша залында лекция уҡынылар. Республика клиник перинаталь үҙәгенең табип акушер-гинекологы, ультратауыш диагностикаһы табибы Динар Ғабдрахманов “Ҡатын-ҡыҙ һаулығы – ҡатын-ҡыҙ бәхете” тигән темаға, ә психолог Ольга Денисенко “Ғаиләлә яҡшы мөнәсәбәттәргә биш аҙым” тигән темаға лекция үткәрҙе. Социология фәндәре кандидаты, юрисконсульт Елена Захаринаның лекцияһы эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлаған гүзәл заттар өсөн файҙалы булды.
Мәҙәниәт йортоноң икенсе ҡаты фойеһында күргәҙмәләрҙән һәм оҫталыҡ дәрестәренән торған “Ҡатын-ҡыҙ – һөйөү һәм илһам сығанағы” тигән ижади майҙансыҡ ойошторолдо. Каринэ Владимировна был сараларҙы ҡарап сыҡты, уларҙа ҡатнашыусылар менән аралашты. Ул шулай уҡ Шабай ауылындағы балалар йортонда булды, унда тәрбиәләнеүселәр менән аралашты, бүләктәр тапшырҙы.
Форумда Борай районының йәмәғәт ойошмалары – ҡатын-ҡыҙҙар советы, атайҙар советы, ветерандар советы әүҙем ҡатнашты.
Фото: bashkortostan.ru/presscenter/news/353537/