Йәмғиәт
30 Март 2021, 16:44

Сәсән телле, йор һүҙле ине

Ошо көндәрҙә әсәйебеҙ Мөбинә Әбүталип ҡыҙы Ғәйнуллинаға 80 йәш тулған булыр, беҙ уны юбилейы менән ҡотлап, һылыу йөҙөнә һоҡланып, аҡыллы һүҙҙәренә сорналып, һынсыл ҡарашы нурҙарына уралып ултырыр инек.

Ошо көндәрҙә әсәйебеҙ Мөбинә Әбүталип ҡыҙы Ғәйнуллинаға 80 йәш тулған булыр, беҙ уны юбилейы менән ҡотлап, һылыу йөҙөнә һоҡланып, аҡыллы һүҙҙәренә сорналып, һынсыл ҡарашы нурҙарына уралып ултырыр инек.


Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аяуһыҙ сир уны ара­быҙҙан алып китте. Эх-х, тип көрһөнөп, тор­мошобоҙҙоң бергә үткән бәхетле мәлдәрен һағынып, иҫкә төшөрөп һөйләргә генә ҡалды.
Ул Бөйөк Ватан һуғышы алдынан 1941 йылдың 24 мартында Әбйәлил районының Амангилде ауылында тыуған.

Әбүталип олатайҙың ғаиләһе бик ишле булған. Тәүге ҡатыны Шаһиҙә Сәғәҙей ҡыҙынан ғына 16 ҡыҙы һәм улы тыуған. Шуларҙың туғыҙы, шул иҫәптән алтынсы сабый әсәйем, йәшәп киткән. Аталары һәр береһен белемле итергә тырышҡан. Балалары араһында медицина фәндәре кандидаты Әғләм Әхмәтҡужин, билдәле шағир, тәржемәсе Әсхәл Әхмәтҡужин да бар.
Әсәйемде лә олатай шәфҡәт туташына уҡырға ебәргән. Махсус курс тамамлағас, халыҡты ул саҡта ныҡ таралған трахома сиренән дауа­ларға тип, уны райондың төпкөл ауы­лы Аһылайға (Өскүлгә) ебәр­гән­дәр. Яҙмыш ҡушыуылыр инде, шунда ошо ауыл егете Сибәғәт Нотфулла улын осрата һәм кейәүгә сыға. Улар бергәләп ете ҡыҙ үҫтерҙе. Хәҙер һәр береһе үҙ донъяһын ҡороп, балалар тәрбиәләй, ейәндәр баға.
Ауылдаштар әсәйебеҙҙе әле лә йылы һүҙҙәр менән иҫкә ала. Ул бит күп кенә сабыйҙарҙың кендек инәһе лә булды. Өҫтәүенә ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы ла ине, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашты. Телгә маһирлығы менән дан алғайны: урамда булһынмы, ҡунаҡтамы – урыны-ваҡыты менән тапҡыр, төртмә шиғырҙар уйлап таба һалып, һөйләп ебәрә торғайны.
Ҡыҫҡаһы, уның тормош юлына күҙ һалһаҡ, һөйләп бөткөһөҙ фә­һемле лә, тыңлап бөткөһөҙ мауыҡ­тырғыс та. Һәр һүҙенән, һәр баш­ҡарған эшенән аҡыл, белем эстәргә мөмкин ине. Атайыбыҙ менән икеһе лә эшлекле, уңған, ғәҙел булды. Беҙ бәхетле бала саҡ кисерҙек.


Өфө ҡалаһы.
Читайте нас