Йәмғиәт
30 Март 2021, 10:00

Талап ҡаты ҡуйылырға тейеш

Бөгөн оператив кәңәшмәләге тағы бер күтәрелгән тема – йәмәғәт транспортында йөрөү өсөн ҡулаҡсаһыҙ түләү һәм касса техникаһын файҙаланыу.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәләге тағы бер тема – йәмәғәт транспортында йөрөү өсөн ҡулаҡсаһыҙ түләү һәм касса техникаһын файҙаланыу.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, республикала һалым органдары йәмәғәт транспортындағы контроль-касса техникаһын файҙаланыуҙы тикшереүен дауам итә. Федераль Һалым хеҙмәтенең республика идаралығы етәксеһе Марат Вәхитов белдереүенсә, 2 февралдән алып 25 мартҡа тиклем улар ЮХХДИ идаралығы менән берлектә 150 рейд үткәргән. Улар барышында 65 закон боҙоу осрағы асыҡланған. Киләсәктә иһә Башҡортостан биләмәһендә эшләгән барлыҡ ташыусыларҙы ла тикшерәсәктәр.
Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская белдереүенсә, Һалым хеҙмәтенең эшмәкәрлеге ыңғай һөҙөмтәләрен бирә башлаған да. Ҡулаҡсаһыҙ түләү алыуҙан баш тартҡан ташыусылар һаны күҙгә күренеп кәмегән.
Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарысы Виктор Жульков белдереүенсә, былтыр Башҡортостанда пассажирҙар ташыу баҙарында ҡулаҡсаһыҙ түләү алыу өлөшө 22 процентҡа үҫкән һәм 68 процент тәшкил итә. Ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеүҙең яртыһынан күбеһе “Алға” картаһы аша башҡарыла.
Һалым хеҙмәтенең контроль рейдтары теркәлгән йөрөүҙәр һанының артыуына килтерҙе. Водителдәр йышыраҡ пассажирҙарға касса чектары бирә башлаған. Быға тиклем “Алға” транспорт картаһы проектында ҡатнашыуҙан баш тартҡан ташыусылар үҙҙәре уға ҡушылыу өсөн ғаризалар бирә башлаған.
Виктор Жульков фекеренсә, контроль саралары пассажирҙар ташыу баҙарына ыңғай йоғонто яһай, тик килемдәрен йәшереүселәр һәм пассажирҙарға касса чектарын бирмәй ҡулаҡса менән иҫәпләшергә мәжбүр иткәндәр өлөшө лә бар.
– Был тәрбиә эше булһа ла, кем аңламай – штрафтар һалығыҙ. Беҙҙә был тармаҡта тәртип булырға тейеш, – тине Радий Хәбиров.
Фото: gubdaily.ru
Читайте нас