Кешелек кисә генә барлыҡҡа килмәгән һәм иртәгә үк тарих арбаһынан төшөп ҡалырға йыйынмай. Әгәр бөтә донъяны алмайынса, илебеҙ үткән юлды ғына хәтерләргә тырышһаҡ та, унда әллә күпме сағыу яҙмышлы кешеләрҙең булыуын күрербеҙ.
Был тормошта бер нәмә лә осраҡлы ғына эшләнмәй. Инҡилаптар, ҙур-ҙур төҙөлөштәр, һуғыш, Йыһанға осоу – нимәне генә алһаҡ та, уларҙың һәр береһе – ил һәм халыҡтың тарихи хәтеренә уйылып ҡалған тамға, баҫып менгән баҫҡыс, ҡабынған йондоҙ... Унан һуң бер илдә йәшәүебеҙҙе, тарих һәм яҙмыштарыбыҙҙың уртаҡлығын хәтергә төшөрөп тороу ҙа мөһим.
Мин һеҙгә өс кешенең яҙмышы хаҡында һөйләргә йыйындым. Уларҙың икеһенең исеме уҙған быуаттағы Октябрь инҡилабына бәйле. Был ваҡиға тураһында ла ашығыслыҡ менән хөкөм сығарырға тырышмаһағыҙ ине. Һәр тарихи ваҡиғаның, һәр шәхестең ысын баһаһы йылдар үткәс кенә беленә.
“Партизан гимны” хаҡында ҡисса
Владивостоктың Золотой Рог бухтаһына ҡарап ауышҡан үҙәк урамдарҙың береһендә ҡуҡырайып ултырған элекке дворяндар йыйылышы бинаһында тантаналы ултырыш бөтөүгә табан бара. Ул аҡ армияны тар-мар итеп, Граждандар һуғышын еңеүле тамамлауға арналғайны.
Ҡасандыр фрак кейгән әфәнделәр, аксельбантлы тәкәббер офицерҙар, тутыйғош кеүек яһанған бай ханымдар өсөн генә ишектәрен асҡан, американдарҙы ла, инглиздәр менән япондарҙы ла, ҡытай контрабандистарын һәм халыҡ-ара мутлашыусыларҙы ла, һәр төрлө әтрәғәләмде лә күп күргән ялтыр паркетлы, гәлсәр люстралы, йомшаҡ кәнәфиҙәр тулы ҙур залда бөгөн ер һәм тир еҫе аңҡыған толопло крәҫтиәндәр, шинелле һалдаттар, бушлатлы матростар, бүректәренә ҡыҙыл таҫма таҡҡан партизандар ултыра. Себер шырлыҡтарына инеп боҫҡан иң һуңғы бандаларҙы ҡыйратҡан экспедицияның ҡаһарман командиры Степан Вострецов та президиум өҫтәле янында.
Үҙебеҙҙең Урал егете ул. Ә кем булған? Крәҫтиән малайы. Хәйер, үҙебеҙҙең яҡ егеттәре Степан ғына түгел, Василий Константинович Блюхерҙы ла, Урта Рәсәйҙә тыуһа ла, Урал буйҙарында ҙур походты башлап йөрөгәс, “яҡташ” тип йөрөтәләр. Командарм үҙе лә: “Мин – Урал партизаны”, – тип йыш ҡабатлай.
Петр, шундай уй-хәтирәләргә бирелеп, әллә онотолоп киткән, рәйеслек итеүсе үҙенең фамилияһын әйткәс тә ҡымшанмай тик ултыра. “Петро, Петр Семенович, ойоп киттеңме әллә? Һиңә һүҙ бирҙеләр ҙәбаһа”, – тип йәнәшәһендәге матрос Василий Илюхов ҡабырғаһына ҡаты итеп төрткәс кенә, ул һикереп торҙо.
Ниңә һүҙ һорағайны һуң әле? Нимә әйтергә теләгәйне? Япондар тарафынан паровоз мейесендә яндырылған Сережа Лазо тураһындамы? Әллә үҙенең кеше типкеһендә үткән бала сағын хәтерләргәме? Окоптарҙа нисек сереүенме? Хәйер, былар кемгә ҡыҙыҡ инде?
– Йә, йә, яҡташ, ниңә ҡаушап ҡалдың әле? Волочаевка янындағы арыҫлан командирға оҡшамағанһың һин бөгөн, – Блюхерҙың көр тауышы уны, әйтерһең, серле тотҡонлоҡтан арындырып ебәрҙе. Петр, кемделер эҙләгәндәй, залды һөҙөп ҡарап сыҡты ла, президиумға боролоп:
– Иптәштәр, главком иптәш, мин, яҡын дуҫым һәм командирым Сергей Георгиевич Лазоның ҡушыуы буйынса, бер шиғыр яҙғайным. “Партизан гимны” тип атала ул. Рөхсәт булһа, шуны үҙемсә көйләп күрһәтер инем, – тине.
Президиумдағылар, аптырабыраҡ, бер-береһенә ҡарашты. Василий Константинович, “рөхсәт” тигәнгә ишара яһап, баш ҡаҡты. Залда һирәк-һаяҡ ҡул сабыуҙар ишетелде. Был Петр менән бергә Алтай тауҙарында партизанлыҡ итеп йөрөгән иптәштәре уны дәртләндерә ине.
Тауҙар һәм үҙәндәр буйлап
Залда әлегә ҡәҙәр ишетелмәгән ят бер көй ағылды. Һалмаҡ та, күтәренке лә был көйҙә ғәскәри колонналарҙың аҙымы, хәрби саҡырыуы ишетелгәндәй, бер кем дә ҡаршы тора алмаҫлыҡ көс тойолғандай. Ул һинең ҡаныңа һеңгән һымаҡ.
Бына ғәжәп, бына ул моңдоң илаһи көсө! Һүҙҙәрен белмәһә лә, көйҙө, дәртләнеп, бөтә зал күтәреп алды. Блюхер, Вострецовтарға эйәреп, көллө халыҡ аяғүрә баҫты. Ҡәүәтле йыр, элекке дворяндар йыйылышы йортоноң киң тәҙрәләренән осоп сығып, бухта өҫтөнә таралды. Әйтерһең, диңгеҙ тулҡындары өҫтөнән осҡан аҡсарлаҡтар шикелле ҡанатланды ла донъя гиҙергә сыҡты...
Әгәр ҙә күктәге йондоҙҙарҙың һәр береһенең исеме һәм есеме барыбыҙға ла билдәле булһа, йондоҙло күктең серлелеге кеше өсөн ныҡ кәмер ине. Кисен ҡабынып, иртәнсәк һүнгән йондоҙҙарҙың беҙ белгәндән белмәгәне күберәк. Ҡайһылыр йондоҙлоҡтағы ана теге алыҫ йондоҙ сикһеҙ ғаләмдә нисек, ҡасан хасил булған да ниндәй орбиталар буйлап елә? Күп осраҡта улар нурҙары менән күҙҙе ҡамаштырмай, шул исемһеҙ-билдәһеҙ көйө алыҫ йондоҙ булып ҡала.
Замандаштарыбыҙ өсөн ошондай йондоҙ булып ҡалған кешеләр араһында Петр Семенович Парфеновтың исеме айырыуса бер серлелек менән солғап алынған. Уның бөтә ғүмере халыҡ бәхете өсөн көрәшкә арнала һәм ул үҙе лә, иртәнгә табан ғына балҡып, шунда уҡ һүнгән йондоҙ кеүек, йөрәктәрҙә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ һағыш та, ғорурлыҡ та, һоҡланыу ҙа уята. Легендар яҙмышлы яҡташыбыҙҙы – Граждандар һуғышы батырын һәм шағирҙы, ғалим һәм яҙыусыны, донъяның утын-һыуын кискән кешене бөгөнгө быуын, тарихты инҡар иткән йә ҡабаттан яҙған заманда йәшәһәк тә, белергә тейеш.
...Барыһы ла “Известия” гәзитендә баҫылып сыҡҡан бер-ике һүҙлек кенә хәбәрҙән башланды. Унда киң билдәле булған “Тауҙар һәм үҙәндәр буйлап” йырының авторы Петр Семенович Парфеновтың Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙендәге Никольское ауылында тыуыуы тураһында әйтелгәйне. Элекке заман йырҙарының алтын фондына ингән был әҫәрҙе яҡташыбыҙҙың яҙыуы, тәбиғи, ҡыҙыҡһыныу уятты, һәм мин эҙләнә башланым.
Никольское – яҫы ҡалҡыулыҡта иркен таралып ултырған рус ауылы. Ул хәҙер республикабыҙҙың Бүздәк районына ҡарай. Петр ошонда күмәк балалы ғаиләлә 1894 йылдың 12 июлендә донъяға килгән.
Шыҡһыҙ, шатлыҡтарҙан мәхрүм тормошта үткән Петр Парфеновтың бала сағы. Хәйер, беҙҙең төшөнсәләге ғәмһеҙ мәле булдымы икән уның? Әсәһе киндерҙән тегеп биргән тоҡсайҙы күтәреп, сиркәү-приход мәктәбенә йөрөүҙе, дьяктың ялҡытҡыс вәғәздәрен тыңлауҙы бәхет тип һанарға түгел бит инде?!
Шулай ҙа бала саҡ аҙ ғына ҡыуанысһыҙ ҙа булмай. Ауыл малайҙары, йыйылышып, Сәрмәсәнгә һыу инергә, балыҡ ҡармаҡларға барған көндәр һуң! Унан атаһы менән Бүздәк баҙарына барыуҙар. Баҙар ул саҡта таныш-белештең осрашыу урыны ла, хәбәр еткереү үҙәге лә, күңел асыр ер ҙә ине бит. Бүздәккә күрше Кузьминка, Самаринка, Днепровка, Таврическое ауылдарынан – рустар, украиндар, Абдулланан, Ҡарайеректән – башҡорттар, Иҫке Ахундан, Ташлыкүлдән татарҙар килер ине... Никольское әле лә Ташлыкүл ауыл биләмәһенә ҡарай.
Өс класс сиркәү-приход мәктәбе, батраклыҡ, күсер-урам һепереүсе булып эшләү, тимер юл станцияһында утын ташыу – үҫмерҙең тормош университеты шулай башлана. 1911 аслыҡ йылында ул, эш эҙләп, Барнаул ҡалаһына килә, Баканов фамилиялы байға яллана. Бер аҙ ваҡыт шунда йөрөгәс, рекруттар тейәлгән эшелонға эләгеп, Көнсығышҡа сығып китә. Иркутск, Владивосток ҡалалары. Яҙмыш Петрҙы Япония, Ҡытай яҡтары менән дә осраштыра.
Беренсе донъя һуғышында Петр Парфенов йәрәхәт ала, унтер-офицер дәрәжәһенә күтәрелә, Георгий тәреләре менән бүләкләнә. Фронт тарҡалғас, журналист сифатында тағы Себергә юллана. Алтай губернаһынан Советтарҙың II Бөтә Рәсәй съезына делегат итеп һайлана, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша.
Ҡабатланмаҫ һәйкәл ҡойған
Петр Парфеновтың Граждандар һуғышы осорондағы тормошо нәҡ мажаралы роман кеүек. Инҡилаптан һуң тыныс тормош оҙаҡҡа бармай. Тышҡы интервенция, эске контрреволюция йәш совет республикаһын сәйнәп ырғытырға ынтыла. Бындай шарттарҙа Петрҙың аҙмы-күпме революцион эш һәм хәрби тәжрибәһе, белеме бик ярап ҡуя. Ни тиһәң дә, махсус хәрби белем алған, окоп мәктәбен үткән егетте тәүҙә полк командиры, унан дивизия начальнигы итеп билдәләйҙәр. Ул Алтай фронты штабында ла хеҙмәт итә.
Замандаштарының яҙыуына ҡарағанда, Алтайҙы Колчак баҫып алғас, Петр Парфеновты яралы килеш аҡ гвардиясылар тотоп ала һәм үлемгә хөкөм итә. Ләкин Барнаулдағы подпольщиктарҙың ярҙамы менән ул ҡасып ҡотола, һуңыраҡ партияның подпольелағы Омск комитеты ҡушыуы буйынса Петр Семенович жандарм полковнигы документтары менән Колчак контрразведкаһына үтеп ингән, разведка алып барған, тип тә һөйләйҙәр. Быныһы, әлбиттә, легендаға тартым. Ләкин осоро ла легендар булған бит. Шуныһы асыҡ мәғлүм: Петр Парфенов артабан бөтә көсөн һәм энергияһын Алыҫ Көнсығышта аҡтарға һәм сит ил интервенттарына ҡаршы көрәш ойоштороуға арнай.
Ошо Себер һәм Алыҫ Көнсығыш осоро уның тәржемәи хәлендәге иң сағыу, иң героик биттәр була ла инде. Колчаксыларҙың эҙәрлекләүенән ҡасып, Алыҫ Көнсығышҡа, уларҙың алыҫ тылына килгәс, Петр Парфенов Владивостоктағы, Хабаровскиҙағы подпольщиктар, Себер партизандары етәкселәре менән бәйләнеш урынлаштыра. Япон илбаҫарҙарына, Колчак карателдәренә ҡаршы көрәш Себер һәм Алыҫ Көнсығышты тулыһынса солғап алғас, Петр Парфеновтың ойоштороу һәләте, хәрби оҫталығы яңы көс менән балҡып китә. Ул тәүҙә партизандар армияһында, һуңынан – Алыҫ Көнсығыш Республикаһының халыҡ-революцион армияһында, Граждандар һуғышының легендар батыры Василий Константинович Блюхер ҡулы аҫтында начдив, армия комиссары, Байкал аръяғы фронтында Сергей Лазо штабының сәйәси бүлек начальнигы була.
Ошонда уның Сергей Лазо менән дуҫлығы нығый. Партизандар армияһының күп кенә мөһим операцияларын талантлы ике ғәскәр башлығы бергәләп әҙерләй һәм тормошҡа ашыра.
Лазо Петрҙы зирәклеге, йәшлеге, күңелсәклеге, шиғри йөрәкле булғаны өсөн айырыуса яҡын күрә. Шул эскерһеҙ дуҫлыҡ, бергә үткәргән ауыр көрәш йылдары, революцион романтизм менән тулы Спасск һәм Волочаевка Петр Парфеновты юғарыла әйтелгән “Партизан гимны”н, һуңынан халыҡ араһында “Тауҙар һәм үҙәндәр буйлап” тигән исем менән таралған йырҙы яҙырға дәртләндергән.
Тымыҡ океан ярҙарында ла пушкалар гөрһөлдәүе тына башлай, әммә Парфенов өсөн көрәш ялҡыны һүрелмәй. Алыҫ Көнсығыш Республикаһының килештереү делегацияһы рәйесе сифатында ул аҡ гвардиясыларҙы ҡоралһыҙландырыуҙа ҡатнаша, рус-япон килешеү комиссияһы составына инә.
Һуңынан Петр Семеновичты Мәскәүгә эшкә саҡырып алалар. Бында ла уның эшмәкәрлегенең күп яҡлы булыуы хайран ҡалдыра. Ул Госпландың ойоштороу-план бюроһы начальнигы, “Советский путь”, “Коллективист” журналдары мөхәррире, СССР-ҙың Ирандағы сауҙа вәкиле урынбаҫары, “Мәскәү яҙыусылар ширҡәте”нең нәшриәт мөдире, ВКП(б) Үҙәк комитетының яуаплы хеҙмәткәре булып эшләй. Билдәле, был хәтлем киң эшмәкәрлек өсөн энциклопедик белемдән тыш, ғәйәт ҙур егәрлелек, йыйнаҡлыҡ, тапшырылған эш өсөн яуаплылыҡ талап ителгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостанда данлы яҡташыбыҙҙың “Тауҙар һәм үҙәндәр буйлап” тигән йыр-шиғырынан башҡа әҫәрҙәрен ныҡлап белеүселәр һирәк. Әйткәндәй, был хәл дә төрлө сәбәптәр менән йәмәғәтселек фекеренән юйылып торҙо. Бынан тыш та Парфенов – бик күп шиғыр, очерк һәм хикәйә, роман, Граждандар һуғышы тарихы буйынса байтаҡ ғилми хеҙмәттәрҙең, мәҡәләләрҙең авторы.
Бөйөк Октябрь социалистик инҡилабына ҡәҙәр үк әле ул Максим Горький менән осрашҡан. Ғөмүмән, М. Горький, А.С. Новиков-Прибой кеүек мәшһүр әҙиптәр менән яҡындан танышыу, уларҙың хәстәрлекле кәңәштәрен ишетеү Петр Парфеновҡа ҙур ижади ярҙам булған. Әйткәндәй, 1934 йылда Совет яҙыусылары союзына ла ул М. Горький тәҡдиме менән ҡабул ителә.
Шуны ла иҫкәртергә кәрәк: “Тауҙар һәм үҙәндәр буйлап” йыры тәүҙә “Беҙҙең байраҡ” тип атала, һуңынан “Партизан гимны” исемен ала. Башҡортостан улы Петр Семенович Парфенов рус совет әҙәбиәте тарихына башлыса ошо мәшһүр йырҙың авторы булараҡ инеп ҡалған. Уның менән Петр Парфенов үҙенә ҡабатланмаҫ һәйкәл һалған.