Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн ил Президенты Владимир Путин Башҡортостан милкенә “БСК” акцияларының 38,3 процентын, шулай уҡ 11,7 процент плюс бер акцияһын ышаныслы идараға тапшырыу ҡарарын ҡабул итте. Шулай итеп, республика предприятие өҫтөнән контроль алды һәм уның үҫеше менән идара итәсәк.
“Республиканың төп предприятиеларының береһе булған “Сода”ны дөрөҫ түгел итеп хосусилаштырыу кешеләрҙе бик борсой һәм ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра ине. Шуға күрә беҙ Владимир Владимировичҡа принципиаль позицияһы өсөн бик рәхмәтле. Уның арҡаһында был тарихты төҙәтә алдыҡ һәм уңышлы эшләгән предприятиены дәүләт милкенә ҡайтарҙыҡ”, - тине ул.