Рәсәй Ҡораллы Көстәре Генераль штабының Баш ойоштороу-мобилизация идаралығы начальнигының беренсе урынбаҫары генерал-лейтенант Дмитрий Касперович етәкселегендәге үҙәк конкурс комиссияһы Башҡортостанда эшен дауам итә.
30 мартта Октябрьский ҡалаһындағы объекттар тикшерелде. Ҡунаҡтар “Еңеү” паркындағы хәрби техника музейын ҡарап сыҡты, Мәңгелек утҡа һәм Тыл эшсәндәре һәйкәленә сәскә һалды. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Рәсәй Геройы Дмитрий Касперович һәм комиссия ағзалары Хәрби-патриотик тәрбиә үҙәгендә булды, 20-се мәктәп уҡыусылары, ата-әсәләр менән аралашты. Кадеттар ҡунаҡтар алдында сығыш яһаны.
“Киләсәктә ниндәй һөнәр һайлауығыҙ, уның хәрби хеҙмәткә бәйле булыу-булмауы мөһим түгел. Шөғөлләнәсәк эшегеҙҙең үҙегеҙгә оҡшауы, шатлыҡ килтереүе әһәмиәтле”, – тине уҡыусыларға генерал-лейтенант Дмитрий Касперович.
Артабан үҙәк конкурс комиссияһы ағзалары Октябрьский ҡалаһы аэродромына юлланды. Унда ҡунаҡтар граждандарҙы һауа-десант ғәскәрҙәренә хәрби хеҙмәткә әҙерләү барышы менән танышты.
Ошо уҡ көндә Октябрьский ҡалаһы хәрби комиссариатының һәм 1-се ҡала поликлиникаһының эшен тикшерҙеләр. Комиссия ағзалары граждандарҙы хәрби иҫәпкә ҡуйғанда медицина тикшереүенең ойошторолоуы менән таныштырҙы.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=51190